+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
23 Сентябрь 2022, 14:30

Был донъя – һынау

Аллаһ Тәғәлә беҙгә бөтә нәмәне һынау өсөн бирә: кемгәлер – байлыҡ, бәхет, матурлыҡ, юғары дәрәжә, ғилем, ә кемгәлер юғалтыу, ауырыу, хәйерселек яҙа. Беҙ яҙмыштағы ошо һынауҙарға сабыр була алабыҙмы, бәләкәс кенә игелектәргә шөкөр итә беләбеҙме? Мәҫәлән, берәү мохтаж йәшәй, ауырыу икән, Аллаһ биргән тәҡдиренә риза булмай, бар донъяны хурлай, башҡаларҙан көнләшә, ғәйеп яға. Көнсөллөк – ер йөҙөндә ҡылынған беренсе гонаһ. Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең улы Ҡабил көнләшкәне арҡаһында ҡустыһын үлтереүгә барып етә.

Был донъя – һынау
Был донъя – һынау

Харам ашағандың, ғәйбәт һөйләгәндең, күңелендә уҫаллыҡ, яманлыҡ, көнсөллөк тойғолары һаҡлағандың доғалары ҡабул булмай. Тупаҫ, тәкәббер һәм ҡаты бәғерле кешеләр өсөн йәннәт ҡапҡалары ла ябыҡ.
Аллаһ һынау өсөн байлыҡ, дан-шөһрәт бирһә, кеше маһайып, башҡаларҙы һанламай, хәйер-саҙаҡаһын түләмәй йәшәй башлай. Нәфсеһе шашып, мин-минлеге көсәйә, үҙе тураһында бик юғары фекерҙә ҡала. Күптәр был донъялағы дәрәжәһе, халыҡ араһында билдәлелек яулауы менән алдана. Сөнки фанилыҡтағы дан-шөһрәт ваҡытлыса, әхирәттә ул бик түбән дәрәжәгә төшөүе ихтимал. Ә был донъяла кәмһетелеп-хурланып йәшәгән хәйерсе генә әҙәм дә мөьмин әхирәттә юғары, Аллаһтың яратҡан ҡолона әйләнергә мөмкин. Аллаһ дәрәжәләребеҙгә, кейемдә­ребеҙгә түгел, йөрәктәре­беҙгә, ҡылған изге ғәмәлдәребеҙгә ҡарай. Беҙ Раббыбыҙға бары хушуғ (Аллаһҡа буйһоноу тойғоһо) менән уҡылған намаҙҙарыбыҙ, доғала­рыбыҙ, зекерҙәребеҙ, эшләгән изгелектәребеҙ аша яҡынлаша алабыҙ.
Аллаһ Тәғәлә беҙҙән риза булһын өсөн, һәр ваҡыт зекер әйтеү, йәғни Аллаһты иҫләп йөрөү зарур. Зекер һүҙе Ҡөрьәндә 250 тапҡыр телгә алына. Аллаһ беҙгә гел зекерҙә булырға ҡушҡан, хатта һуғыш яланында ла уны туҡтатырға ярамай.
Иманыбыҙҙы һаҡлайыҡ тиһәк, был донъяла иманһыҙ, әхлаҡһыҙ бәндәләрҙән йыраҡ булыу кәрәк. Сөнки йөрәге «ауырыу», йәғни холҡо яман кешенең күңеле лә, теле лә бысрана. Улар беҙҙе үҙҙәре менән гонаһҡа батырып, Аллаһ ҡәһәренә, тамуҡҡа дусар итеүе мөмкин. «Әл-Әнғәм» сүрәһендә: «Әгәр һин Беҙҙең аяттарыбыҙ тураһындағы буш һүҙҙәр упҡынына сумғандарҙы күрһәң, улар икенсе һүҙгә күскәнсе уларҙан борол. Әгәр шайтан һине онотторһа, иҫеңә төшкәндән һуң залимдар менән ултырма», – тиелгән (6:68).
Икенсенән, беҙ был донъяла кемдәрҙе яратабыҙ, әхирәттә шулар менән бергә ҡубарыласаҡбыҙ. Шуға мосолмандарға ныҡлы иманлы, тәүфиҡлы, изгелекле кешеләр, дин ғалимдары, әүлиәләр менән аралашып йәшәү лазым. Сөнки уларҙың рухи хәл-торошо беҙгә лә күсә. Ҡөрьәндә: «Эй, һеҙ, иман килтергән кешеләр! Алланан ҡурҡығыҙ һәм дөрөҫлөктө һөйләүселәр менән булығыҙ!» – тиелгән («Әт-Тәүбә» сүрәһе 119-cы аят).
Мосолмандың төп маҡсаты – Аллаһ ризалығына өлгәшеү. Бар йән эйәһенә миһырбанлы булып, Аллаһ юлында хеҙмәт итеп, динебеҙ ҡушҡанды тейешле кимәлдә үтәп, ныҡ тәҡеүәле, әҙәпле йәшәгәндә генә Аллаһ ризалығына өлгәшергә мөмкин. Әхирәттә Аллаһ ҡаршы­һында камил әҙәпле кешеләр иң күркәм һәм юғары дәрәжәлә буласаҡ.
Әт-Тирмиҙилә Ғамр ибне Шуғайб разыйллаһу ғәнһүнән, уның атаһынан, уның олатаһынан риүәйәт ҡылынған хәҙистә Аллаһтың илсеһе саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән: «Кем кеселәргә рәхимле түгел һәм ололарға хөрмәтте белмәй, ул беҙҙән түгел». Был хәҙис Әбү Даудта бар, ә Имам Әхмәдтә лә килтерелгән риүәйәттә «Һәм ғилем эйәләренә тейешле мөғәмәлә ҡылмай», тигән өҫтәлмә бар.
Беҙҙең был донъяға килеүебеҙ – Аллаһтың Бөйөк рәхмәте, рәхим­леге. Әммә беҙгә был тормошта бирелгән барлыҡ ниғмәттәр, бәрәкәттәр өсөн беҙ хисап көнөндә яуап бирәсәкбеҙ. Эскән-ашаған ризығыбыҙ, кейгән кейемебеҙ, хатта ағас күләгәһенә ышыҡланып эҫе ҡояштан ял иткәнебеҙ өсөн дә. Тәкәссүр сүрәһенең 8-cе аятында: «Шунан ошо көндө һеҙ, әлбиттә, [донъялағы] рәхәтлек тураһында һораласаҡһығыҙ», – тиелгән (102:8). «Аш-Шура» сүрәһендә: «...ул көндө мал да, балалар ҙа ярҙам итмәҫ, Аллаһ ҡаршыһына саф күңел менән килгәндәрҙән башҡа!» (26: 88-89) – тип, Яуап көндө таҙа күңелле кешеләргә еңелерәк булыуы хаҡында иҫкәртелә.
«Ал-Исра» сүрәһендә: «Берәү тура юлдан барһа, үҙе өсөн бара, берәү аҙашһа, үҙенә зарарға аҙаша, һис бер йөк күтәреүсе икенсе йәндең йөгөн күтәрмәҫ...» – тиелгән (17:15).
Шуға ла был ҡыҫҡа ғына фани донъяла мөмкин тиклем матур, динебеҙ ҡушҡанса юғары иман менән, ғибәҙәттәребеҙҙе ваҡытында һәм дөрөҫ ҡылып йәшәргә тырышырға кәрәк.
Был донъяға мин ни өсөн килгәнмен? Ниндәй маҡсатым бар, дөрөҫ йәшәйемме? Ҡайҙа юл тотам? Әхирәттә нимә тип яуап бирермен? – тигән һорауҙар һәр мосолманды уйландыра. Ике донъяла ла бәхетле булам тиһәң, холоҡ-фиғелебеҙгә, әҙәп-әхлағыбыҙға ныҡ иғтибарлы булайыҡ.
Аллаһ Тәғәлә беҙҙе тура юлынан айырмаһын! Күркәм әҙәп-әхлаҡ бирһен! Амин!

Фәнирә Ғайсина.

Автор:
Читайте нас: