+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
1 Август 2022, 09:15

Ниғмәт булһын өсөн

Хәҙерге заманда күп кешеләр тормоштары һис тә алға бармағанға, мандый алмағандарына зарлана. «Көнө-төнө эшләйем, ҡулымда бер тин аҡса юҡ, муйындан бурысҡа батҡанмын, башым ауырыуҙан сыҡмай, бер ҙә уңышҡа өлгәшеп тә, байып та булмай», – тиҙәр.

Ниғмәт булһын өсөн
Ниғмәт булһын өсөн

Ни өсөн шулай килеп сыға һуң? Сәбәбен улар аңламай. Ә бар бәлә – динде белмәүҙә, тотмауҙа. Сөнки күптәр намаҙ уҡымай, Аллаһҡа шөкөр итмәй, харам эсә, һүгенә, зина ҡыла, ҡарғаша, урлаша, алдаша, мутлаша, кеше хаҡына инә. Шундай хәлдә ҡайҙан бәрәкәт килһен?
Бәрәкәт ул нимәнеңдер күп күләмдә һәм һәр ваҡыт булыуын, артып тороуын аңлата. Тормош алға барһын өсөн, кешегә гонаһлы, харам ғәмәлдәрҙе ҡалдырырға, ашау-эсеүе бары тик хәләлдән генә булырға тейеш. Мәҫәлән, мосолмандарға кредит алырға ярамай, сөнки Аллаһ Тәғәлә рибаны тыйған. Риба булған ерҙә бәрәкәткә урын юҡ. Шулай уҡ мосолман харам эсһә, зина ҡылһа, уның иманы юғала, 40 көн доғаһы, намаҙы ҡабул булмай.
Фатирҙа эт тотһалар, йәнле һүрәттәре булһа, һүгенеү һүҙҙәре, иреш-талаш яңғыраһа, ул өйгә фәрештәләр инмәй. Ҡатын-ҡыҙ яланғас, яулыҡһыҙ йөрөһә лә, ул ерҙән фәрештәләр ҡаса. Ә фәрештәһеҙ ергә шайтан инә, бәрәкәт булмай.
Ибн Ғәббәс риүәйәт итеүенсә: «Пәйғәмбәребеҙ әйткән: кемдең йөрәгендә Ҡөрьәндән һис бер нимә булмаһа, ул емерек өй кеүек булыр» (Әт-Тирмиҙи, 2913). Ҡөрьән уҡылмаған йорттар зыярат кеүек була, шуға ла өйҙәрегеҙҙә намаҙ, Ҡөрьән уҡып, донъяғыҙҙы нур, яҡтылыҡ менән тултырығыҙ!
Аллаһ Тәғәлә бәндәһен бәрәкәттән мәхрүм итһә, бик һирәк осраҡта ғына бәрәкәтен кире ҡайтара. Шуға ла Аллаһ Тәғәлә беҙҙе бәрәкәтенән айырмаһын өсөн йыш доға ҡылып йөрөү лазым.
Аллаһ Тәғәлә беҙгә күп нәмәлә бәрәкәт биргән: байлыҡта, балаларҙа, кейемдә, ризыҡта, ваҡытта, ҡатындарҙа, ирҙәрҙә, эштә һәм башҡа әйберҙәрҙә. Мәҫәлән, Аллаһ Тәғәлә кемгәлер яҡшы, аҡыллы, иманлы ҡатын, балалар биргән – был бәрәкәт. Кемдер яҡшы уҡый, эше гел уңышлы бара, тимәк, Аллаһ Тәғәлә уға уҡыуында, эшендә бәрәкәт биргән, ошоларҙы аңлап, ҡәҙерен белер һәм Аллаһҡа шөкөр итер кәрәк.
Бәрәкәт булһын өсөн, кеше тәү сиратта үҙен бар ҡылған Раббыһын танырға, Ул ҡушҡанса йәшәргә, дин тоторға, ихлас ғибәҙәттәр ҡылырға тейеш! Үҙен көн дә ашатҡан, эсергән, кейендергән Аллаһына шөкөр итергә бурыслы.
Аллаһ Тәғәлә ысынында һәммәбеҙгә сикһеҙ ниғмәт биргән: күҙҙәребеҙ күрә, ҡолаҡтарыбыҙ ишетә, аяҡтарыбыҙ, ҡулдарыбыҙ йөрөй, хатта ки һыу йотоу, бәҙрәфкә сыға алыуыбыҙ ҙа – ауырыған кеше өсөн оло ҡыуаныс. Әммә кеше ғафил, иғтибарһыҙ, үҙенә биргән ниғмәттәрҙең, бәрәкәттең ҡәҙерен белмәй, шөкөр итмәй.
Бәрәкәт килһен өсөн уның юлдары, ысулдары күп. Беренсенән, тәүбәгә килеү мөһим. Тәүбә намаҙы уҡып, ҡылған гонаһтар өсөн ихлас үкенеп, башҡа уларҙы ҡылмаҫҡа Аллаһҡа һүҙ биреп, гел тәүбә-истиғфарҙа йөрөр кәрәк. Икенсенән, ихлас шөкөр итеү зарур, беҙ булғанына күберәк шөкөр иткән һайын Аллаһ Тәғәлә ниғмәттәрен тағы ла арттырып бирә. «Бына Раббығыҙ һеҙгә: «Әгәр шөкөр итһәгеҙ, Мин һеҙгә ниғмәттәремде арттырырмын, әгәр ниғмәттәремде танымайынса көфөрлөк ҡылһағыҙ, ул ваҡытта, әлбиттә, Минең ғазабым ҡаты», – тине («Ибраһим» сүрәһе, 7-се аят).
Аллаһ Тәғәлә «ниәтенә күрә бәрәкәтен бирермен» тигән. Шуға һәр эште «Аллаһ ризалығы өсөн» тип, изге уй, ихласлыҡ менән башҡарыу файҙалы. Ә «кемделер алдайым, отайым, кәмһетәйем» тип ниәтләнгән, башҡарылған ғәмәл, әлбиттә, бәрәкәтһеҙ, киреһенсә, гонаһ ҡына буласаҡ. Мәҫәлән, кемдер береһенән бурысҡа аҡса, китап йәки башҡа әйбер алып тора, ә эстән «уға кире ҡайтарып бирмәйәсәкмен» тип алдан уҡ ниәтләй һәм мөлкәтте үҙендә ҡалдыра. Был – уға харам юл менән килеп ингән әйбер. Өйөн шулай харам менән тултырған кешенең ҡайҙан доғаһы ҡабул булһын да ҡайҙан унда бәрәкәт артһын инде?
Үҙен мосолманмын тип һанаған кеше барлыҡ ғәмәлдәрен «Бисмиллаһ» менән, Аллаһ Тәғәләнең исеме менән башлаһа, уның эше бәрәкәтле була. Әҙәм балаһы эштәрен таң менән, ҡояш сыҡҡансы уҡ башлаһа, уға уңыш, бәрәкәт яҙа. Ризыҡты ашар алдынан «Бисмиллаһ» менән башлап һәм ашағандан һуң Аллаһҡа шөкөр итеп доға ҡылһа, ризығы бәрәкәтле буласаҡ, артасаҡ.
Бисмиллаһыҙ башланған һәр оло эш хәйерһеҙ. Хәҙистә лә: «Бисмиллаһыҙ башланған һәр мөһим эш бәрәкәттән мәхрүм», – тиелгән (Әс-Суюти «Әд-Даррул-мансур» (1/31-35).
Шулай уҡ гел салауат әйтеп йөрөү яҡшы, сөнки Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһис-сәләмгә беҙ бер тапҡыр салауат әйтһәк, Аллаһ Тәғәлә беҙгә ун бәрәкәтен яҙа (Әбү Һорайра бәйән итеүенсә, Сахих Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан).
Бәрәкәтте бары тик Аллаһ Тәғәлә генә бирә, шуға бәрәкәтте һис бер кемдән дә һорарға ярамай, тик Раббыбыҙҙан ғына һорау лазым. Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһис-сәләм дә Аллаһҡа йыш бәрәкәт һорап доға ҡылыр булған. Беҙ ҙә уның сөннәтен тотайыҡ!
Аллаһ Тәғәлә беҙҙе бәрәкәтенән айырмаһын. Раббыбыҙ беҙгә ризығыбыҙҙа, балаларыбыҙҙа, кейемебеҙҙә, ваҡытта, уҡыуыбыҙҙа, эштәребеҙҙә бәрәкәтен бирһен! Амин.

Фәнирә Ғайсина.

Автор:
Читайте нас: