Дин тарихынан билдәле булыуынса, Ибраһим пәйғәмбәр улын ҡорбан итергә теләгәндә, Аллаһ Тәғәлә уға һарыҡ бирә. Шулай итеп, ислам диненең был сөннәт йолаһы Ибраһим пәйғәмбәр заманынан килә. Ҡорбан – ул Аллаһҡа яҡынайыу юлы. Хәленән килгән һәр мосолман ҡорбан салырға тейеш. «Әл-Кәүҫәр (Муллыҡ)» сүрәһендә «...Раббыңа намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал!» (2-се аят) тиелгән. Әлбиттә, Аллаһҡа беҙҙән ит, ҡан кәрәкмәй, әммә Ул беҙҙең Уға нисек инанғаныбыҙҙы, ихласлығыбыҙҙы, тәҡүәлегебеҙҙе күрергә теләй. «Әл-Хаж» сүрәһенең 37-cе аятында «Уларҙың ите лә, ҡаны ла Аллаға һис барып етмәҫ, әммә тәҡүәлегегеҙ барып етер. Һеҙҙе тура юлға күндергәненә Аллаһты ололауығыҙ өсөн Ул уларҙы һеҙгә буйһондорҙо, ә һин яҡшы ғәмәлдәр эшләгән кешеләрҙе һөйөнсөлә!» тиелгән.
Ҡорбан итеп салынған малдың һәр өлөшө өсөн беҙ Яуап көнөндә әжер-сауабын аласаҡбыҙ, ул беҙҙе тамуҡ утынан һаҡлаясаҡ.
Ҡорбан салыу өсөн кешенең күңеле саф, йомарт, ихлас булыуы зарур. Сөнки Раббыбыҙ ихлас ҡылынған ғәмәлдәрҙе генә ҡабул итә. Ислам дине тарихынан хәтерләүегеҙсә, Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең улы Ҡабилдең ҡорбаны ихлас булмағас, ҡабул ҡылынмай, ә икенсе улы Һабилдыҡы фәҡәт ихласлыҡ менән башҡарылғаны өсөн ҡабул була.
Бәндәнең нәфсеһе – ялҡаулыҡ, һаранлыҡ, үҙ-үҙенә дошманлыҡ, әммә беҙ, нәфсебеҙҙе еңеп, Аллаһ юлында Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн, Уның ҡушҡандарын барыһын да эшләргә, үтәргә тырышабыҙ.
Ҡорбанға салына торған малдың һуҡыр, һыңар күҙле, сатан һәм ауырыу булмауы фарыз. Сөнки беҙ бит дуҫтарға, туғандарға бүләк итеп ватыҡ, ярыҡ әйбер бирмәйбеҙ, ә уның матурын, затлыһын, килешлеһен генә һайлайбыҙ. Ә Бөйөк Аллаһ Тәғәләбеҙ, әлбиттә, иң яҡшы бүләктәребеҙгә лайыҡ, хоҡуҡлы!
Ҡорбан салыу өсөн мосолмандың, тәү сиратта, Аллаһ ризалығы өсөн ҡорбан килтерәм, тигән ниәте булырға тейеш. Фарыз ҡорбанды беҙ Ҡорбан байрамында (өс көн эсендә) салабыҙ, ә башҡа ваҡытта салынған ҡорбан фарыз түгел, ә нәфел ҡорбаны тип атала.
Һуйған ергә алып барғанда һарыҡты типкеләргә, һуҡҡыларға, ҡурҡытырға ярамай. Шулай уҡ башҡа һарыҡтарға күрһәтеп салыу ҙа тыйыла. Салына торған малдың күҙҙәрен бәйләп, йә ҡаплап, ҡибла тарафына ҡаратып һалып, үткер бысаҡ менән салалар. Бисмиллаһ һәм тәҡбир әйтеп, фәҡәт ғәйет намаҙынан һуң һуялар. Байрам намаҙына хәтлем салынған мал – ҡорбан түгел, ә ябай ит. Шулай уҡ Аллаһтың исеме әйтелмәй салынған мал хәләл булмай.
Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһис-сәләм ҡорбан салғанда: «Мин йөҙөмдө күктәрҙе һәм Ерҙе бар итеүсегә хәниф булып йүнәлдерәм, мин күп илаһтарға табыныусыларҙан түгел!» («Әл-Әнғәм» («Мал-тыуар») сүрәһе, 79-сы аят) – тигән. Һәм: «Әйт: «Ысынлап та, минең намаҙым һәм тәҡүәлегем, тереклегем һәм үлемем – Аллала, ғаләмдәр Раббыһында. Уның тиңдәше юҡ. Был миңә бойоролдо, һәм мин – беренсе мосолман», – ти (Әл-Әнғәм» («Мал-тыуар») сүрәһе, 162–163-сө аяттар).
Ҡорбан салғас, итте өс өлөшкә бүлеп, бер өлөшөн үҙ ғаиләңә ҡалдырырға, икенсеһен туғандарға һәм таныштарға таратырға, өсөнсөһөн ярлыларға бирергә кәрәк. Ҡөрьәндә: «Уларға файҙалы эш тураһында шаһит булыу өсөн һәм мәғлүм көндәрҙә малдарҙан уларға бүләк ителгән йорт хайуандары өҫтөндә Аллаһ исемен иҫкә төшөрөү өсөн уларҙың иттәрен ашағыҙ һәм бәхетһеҙ, мохтаж ярлыларҙы туйҙырығыҙ!» – тиелгән («Әл-Хаж» сүрәһенең 28-се аяты).
Ҡорбан салыу кешене һаранлыҡтан ҡотҡара, башҡалар менән бүлешергә, изгелеккә, бер-береңә ярҙамсыл булырға өйрәтә, йәмғиәттә туғанлыҡ, дуҫлыҡ ептәрен нығыта. Шулай итеп, барыһы ла Аллаһ бәрәкәтенән өлөшлө була һәм бергә, Аллаһ Тәғәләбеҙ ҡушҡан фарыздарын үтәп, Уның ризалығына өлгәшәбеҙ, Уға яҡынаябыҙ. Салған ҡорбандарыбыҙ ҡабул булһын! Амин!
Фәнирә Ғайсина.