0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
24 Май 2022, 17:00

Исламда сәнғәткә ҡараш

Исламдың сәнғәткә, йәғни һүрәт төшөрөүгә, шиғриәткә, музыка ҡоралдарында уйнауға, йырлауға мөнәсәбәте нисегерәк икәнен күбебеҙ белеп, аңлап етмәйбеҙ. Ә Ҡөрьәндә нимә асыҡтан-асыҡ тыйылмаған, тимәк, уның менән шөғөлләнергә мөмкин, тип аңларға була. Беҙ, мосолмандар, Ҡөрьән һәм хәҙистәрҙә нимә әйтелгән, шуны тоторға, шуның буйынса йәшәргә тейеш.

Исламда сәнғәткә ҡараш
Исламда сәнғәткә ҡараш

Матурлыҡҡа һөйөү кеше күңеленә тыумыштан һалынған, Аллаһ та бар нәмәлә гүзәллекте һөйә, ислам да сәнғәтте үҫтереү яғында. Әммә һәр нәмәлә лә саманан сығыу ярамай.
Һүрәт төшөрөүгә килгәндә, ислам буйынса, кеше һәм хайуандарҙан башҡа, барыһын да төшөрөргә була, тик йәнле зат­тарҙы ғына һүрәтләү тыйыла. Сөнки ул үҙеңде Аллаһҡа тиңләү һымаҡ була, йән өрөү хоҡуғы – Унда ғына.
Музыка сәнғәтенә килгәндә, «музыка» һүҙе мәжүсилек замандарында боронғо Грецияның Мауза – Муз исемле Аллаһына бәйле. Хәҙерге заманда музыка
һәм уның кеше организмына тәьҫире, зарары хаҡында хөкөмдәр ҙә, дини, ғилми китаптар ҙа яҙылды. Музыка төрҙәргә бүленеп, уның зарарлыһы хәрәм иҫәпләнә. Исламиәт кешене Аллаһы Тәғәләнән алыҫлаштырған, рухты үлтереп, нәфсене ҡабартҡан музыкаль тауыштарҙы башҡарыу һәм тыңлауҙан тыя. Кешеләрҙе аҙғынлыҡ эшләүгә сәбәпсе булмаған, уларға зарар килтермәгән, рухтарын туҡландырған һәм йөрәктәрендә Аллаһҡа һөйөүен арттырыуға ярҙам иткән, Аллаһты хәтерҙәренә төшөрткән, Уға һәм пәйғәмбәребеҙгә ихтирам уятҡан музыканы тыңларға мөмкин.

Тәндең аҙыҡҡа ихтыяжы булған кеүек, рухтың да гүзәл моң ишетеүгә, тойоуға ихтыяжы бар. Йырҙарҙың – тыуған яҡ, тыуған ил, атай-әсәйҙәр тураһында, дини эстәлеклеләрен, талғын ғына моңлоһон тыңларға, йырларға ярай. Ундай моң кешене һағыштан, ҡайғынан һауыҡтыра. Ә дамбыр-дөмбөр көйлөһө шайтандан иҫәпләнә. Әҙәм балаһына зарар биргән, гонаһ һәм насарлыҡҡа йүнәлткән музыка, әлбиттә, тыйылған, сөнки ул йөрәкте ярһыта. Хәҙерге фәнни тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе лә шуны билдәләй, баҡтиһәң, рок тыңлағанда кешенең генетик сылбырына зыян итә. Кешегә ҡарғыш һүҙе әйтелһә лә, радиация ла шулай уҡ йоғонто яһай икән. Ә Ҡөрьән тыңлағанда генетик сылбыр һауыға.

Шиғриәткә килгәндә, ислам тарафынан әҙәпһеҙ шиғырҙар тыйылған («Шағирҙар», 26: 224–227). Ҡатын-ҡыҙҙарға тауышының матурлығын күрһәтеп, сит ирҙәр алдында йырлау ҙа, шиғыр һөйләү ҙә, һөйләшеү ҙә тыйылған, ә ғаилә байрамдарында мөмкин.

Хәҙерге заманда, башҡорт шиғырҙары, йырҙары араһында ислам күҙлегенән ҡаты тәнҡиткә тарттырырлыҡ һүҙҙәр осрай, улар, әлбиттә, динде белмәүҙән килә. Мәҫәлән: «Мин һине Аллам күреп яраттым», «Һин минең Алиһәм» кеүегерәк һүҙҙәр осрай. Ә Аллаһҡа тиңдәш килтереү – ул иң ҙур, ғәфү ителмәҫлек гонаһ. Шуның өсөн дә шиғыр яҙғанда ундай һүҙҙәрҙән һаҡ булыр кәрәк, сөнки беҙ теге донъяла һәр һүҙебеҙ өсөн яуап бирәсәкбеҙ.
Аллаһы Тәғәлә: «Ниәтенә күрә бәрәкәтен бирермен», – тигән. Шуға кеше нимә эшләһә лә, бар эше фәҡәт тик Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн генә эшләнергә тейеш, шунда ғына сауабын алыр. Ул эштең халыҡҡа файҙалы булыуы мотлаҡ һәм кешеләрҙең күңелен таҙартыуы, дин, иман орлоғо һалыуы зарур.

Фәнирә ҒАЙСИНА.
Автор:
Читайте нас: