+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
19 Май 2022, 11:35

Пәйғәмбәрҙе маҡтау сауабы

Аллаһ Тәғәлә ғәләмдәргә рәхмәт йөҙөнән беҙгә иң яҡшы һәм яратҡан ҡолон, рәсүлен – Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһис-сәләмде бар ҡылған. Ул иң һуңғы – заман ахыры пәйғәмбәре. Тормош юлында беҙгә бар яҡлап үрнәк булып тора, бөтә һорауҙарға ла яуапты унан ҡалған хәҙистәрҙән һәм Ҡөрьәндән таба алабыҙ.

Пәйғәмбәрҙе  маҡтау сауабы
Пәйғәмбәрҙе маҡтау сауабы

Рәсүлебеҙ саллалаһу ғәләйһис-сәләмдең рухиәтен аңлар, тойор өсөн, мосолмандар, йөрәктәрен таҙартып, дин юлында тырышлыҡ күрһәтә. Ҡөрьәндә, «Әл-Әхзәб» («Фирҡәләр») сүрәһенең 56-сы аятында: «Ысынлап та, Аллаһ һәм Уның фәрештәләре пәйғәмбәргә салауат әйтә! Эй, һеҙ, иман кил­тергән кешеләр! Уға салауат әйтегеҙ һәм сәләмләп тыныслыҡ теләгеҙ!» – тиелә.
«Ән-Ниса» (Ҡатындар) сүрәһе­нең 80-се аяты: «Рәсүлгә буйһонған кеше Аллаһҡа ла буйһона...» – тип аңлата. Был аят рәсүлебеҙҙең Раб­быбыҙ алдында ниндәй ҙур дәрәжәлә икәнен күрһәтә. Шуға ла Аллаһ Тәғәлә Үҙенең яратҡан пәйғәмбәренә беҙгә лә тулыһынса буйһонорға һәм Уға салауаттар әйтергә ҡушҡан.
Салауат ул – яратҡан пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһис-сәләмде маҡтап, Уға Аллаһтың рәхмәтен теләү. Фәреш­тәләр ҙә, Аллаһ Тәғәлә Үҙе лә пәйғәмбәребеҙҙе маҡтай. Барлыҡ мосолмандар һәр намаҙҙа салауат әйтә. Доғаларыбыҙ ҡабул булһын тиһәк, уны ҡалдырмайыҡ. Әгәр ҙә доға ҡылғас, пәйғәмбәребеҙгә салауат уҡымаһаҡ, ул ер менән күк араһында ҡала. Шуға доғаларҙы салауат менән башларға һәм тамамларға кәңәш ителә (Ғүмәр ибн Әл-Хаттаб риүәйәт итеүенсә, Әт-Тирмиҙи хәҙистәр йыйынтығынан).
Салауат әйтеүҙең файҙаһы һәм сауабы ҙур. Ул – илаһи хазиналарға, Аллаһ бәрәкәтенә асҡыс, күңелде тынысландырыусы, ике тормош мәшәҡәтенән, һағыштан арын­дырыусы.
Ислам динен тотоусылар, ниндәй генә хәлдә булһа ла, бөтә ерҙә салауат уҡып йөрөргә тейеш. Был – мосолман әҙәбе, бурысы, шулай уҡ Аллаһ Тәғәләгә яҡынайыу юлы ла.
Хәҙистәрҙән билдәле булыуынса, әгәр беҙ бер тапҡыр салауат әйтһәк, Аллаһ Тәғәлә беҙгә ун бәрәкәт яҙа (Әбү Һурайра бәйән итеүенсә, Сахих Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан). Салауатты ҡабатлаған һайын кешенең Раббыбыҙ алдында дәрәжәһе арта.
Кемдәр был донъялыҡта күп тапҡыр салауат әйтә, Яуап көнөндә улар пәйғәмбәр Мөхәммәд саллалаһу ғәләйһис-сәләмгә яҡын торасаҡ (Ибн Мәсғүд бәйән итеүенсә, Әт-Тирмиҙи хәҙистәр йыйынтығынан). Кем салауатты тағы ла күберәк әйтә, ул пәйғәм­бәргә иң яҡын торғандарҙан була­саҡ, был – һәр мосолмандың хыялы.
Салауатты күп тапҡыр әйтеүсенең Яуап көнөндә йөҙө, айҙай яҡты булып, нурланып торор. Ул кешене Раббыбыҙ барлыҡ мохтажлығынан ҡотҡарыр.
Салауаттар күп төрлө, уларҙың һәр ҡайһыһы оло мәғәнәгә эйә. Мәҫәлән: «Аллаһүммә салли ғәлә сәййидинә Мөхәммәдин үә ғәләә әәли Мөхәммәд. Ҡамәә салләйтә ғәләә Ибраһиимә үә ғәләә әәли Ибраһиимә иннәкә хәмиидүм мәжиид» (Тәржемәһе: «Аллаһым! Мөхәммәт пәйғәмбәргә үә ғаиләһенә һәм Уның өммәтенә рәхмәт әйлә, Ибраһим өммәтенә бәрәкәт ирештергән кеүек. Һин бик маҡтаулы, бик олуғһың»).
Икенсе салауатты миҫалға килтерәбеҙ: «Аллаһүммә салли ғәлә сәййидинә Мөхәммәдин үә ғәлә әлиһи үә әсхаабиһи әджмәғин» (Тәржемәһе: «Йә Аллаһ! Әфәндебеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә, әһеленә үә сәхәбәләренә, өммәтенә рәхмәттәреңдең иң өҫтөнлөгө менән рәхмәт әйлә!»).
Мосолман кешеһе эш башлағанда ла, мәсеткә, өйгә ингәндә лә, сыҡ­ҡанда ла, ашарға бешергәндә лә, мәжлес алдынан да салауат әйтергә тейеш. Әгәр ниндәйҙер мәжлес салауатһыҙ, Аллаһтың исеме әйтел­мәй башлана икән, Яуап көнөндә юғалтыуҙа булыр. Салауат менән башланған һәм бөткән ғәмәл һис шикһеҙ ҡабул ҡылыныр.
«Минең исемемде иҫкә алғанда, Миңә салауат әйтмәгән – һаран», – тигән рәсүлебеҙ ғәләйһис-сәләм (Ғәли радыйаллаһу ғәнһү риүәйәт итеүенсә, Әт-Тирмиҙи хәҙистәр йыйынтығынан). Ни өсөн һаран һуң, сөнки кеше, тәү сиратта, үҙ-үҙенә һаранлыҡ ҡыла, салауат әйтмәй күп әжер-сауап, бәрәкәт юғалта.
Аҙан тауышын ишеткәс тә, һүҙҙәрен эстән ҡабатлап, рәсүлебеҙ ғәләйһис-сәләмгә салауат әйтеп, Уға вәсиләи-йәннәт теләргә кәрәк.
«Әлү-Ғимран» (Ғимран ғаиләһе) сүрәһенең 31-cе аятында: «Әгәр Аллаһты яратһағыҙ, миңә эйәрегеҙ, шул саҡта һеҙҙе Аллаһ яратыр һәм гонаһтарығыҙҙы ярлыҡар», – тип әйт. Аллаһ – ярлыҡаусы, рәхимле!» – тиелгән.
Яратҡан пәйғәмбәребеҙгә сала­уаттар әйтәйек, Яуап көнөндә Ул беҙгә шәфәғәтсе булһын! Амин!

Фәнирә Ғайсина.

Автор:
Читайте нас: