+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
29 Апрель , 10:17

Өшкөрөү

Мин үҙем, әсәйем өшкөрөүсе булыуға ҡарамаҫтан, уны өйрәнмәгәнмен. Уның өшкөрөү ысулын ҡабаттан яҙам, бәлки кемгәлер кәрәге тейер. Тыны шифалы, тип әсәйгә өшкөртөргә һәм ҡот ҡойорға ла күп киләләр, һәм хәлдәре яҡшылана ине. Ҡөрьән сурәләре менән өшкөрҙө. Өйҙәге Ҡөрьән күп уҡыуҙан ҡалынайған, туҙып бөткән ине. Өшкөрөү - инандырыу, тип әйткәндәрен ишеткәнем бар. Ә бит мал-тыуарҙы инандырып булмай. Әсәйҙең өшкөрөүенән һуң, ауырып, дүрт аяғын һуҙып, ауыҙынан күбектәрен ағыҙып ятҡан быҙауҙың тороп китеүенә үҙем шаһит. Өшкөрөүҙе бик етдилек, төплөлөк, ихласлыҡ менән башҡара ине ул.

Өшкөрөү
Өшкөрөү


ӨШКӨРӨҮ

Аҡса эшләүсе ҡайһы бер өшкөрөүселәр (бигерәк тә Урта Азиянан ҡайтҡандар) еңел генә бер-ике белгән доғаһы менән тегеләй-былай өргөләп, ”терелтеп” ҡайтаралар. Үҙем ҡыҙыҡ өсөн, берәй таныш барған ыңғайҙа барып та күргәнем, ишеткәнем дә бар. Әгәр ысынлап килеп файҙаһы булырын теләһәң, уның үҙ ҡағиҙәләрен үтәргә, артығыраҡ мәшәҡәтләнергә кәрәк. Үҙеңде үҙең өшкөрөү, доғалар уҡып бик мөһим (злободневный) теләктәрең менән Аллаһ Тәғәләгә сығынғанда ла яҡынса ошо методты ҡулланыу яҡшы һөҙөмтәләр бирәлер тип уйлайым.
Өшкөрөү ҡағиҙәләре
1. Өйҙә рухи таҙалыҡ булырға тейеш. Фәрештәләр инһен өсөн картиналарҙы алып ҡуйырға.
2. Сирле кеше амулеттар, талисмандар йөрөтһә, һалып яндырырға тейеш.
3. Музыка ҡоралдарын бүлмәнән сығарырға.
4. Бүлмәлә шәриғәт ҡағиҙәләрен боҙоусылар йәки
алтын нәмә кейгән ирҙәр, тәмәке тартҡан, араҡы эскәндәр, духи һөрткән ҡатын-ҡыҙҙар ҡалмаҫҡа тейеш.
5. Өшкөрөүсе сирлегә һәм бүлмәләгеләргә вәғәз һөйләй, уларҙың йөрәктәрен сафландыра.
6. Ауырыу (ҡатын-ҡыҙ) үҙен тыйнаҡ һәм оялсан тоторға тейеш, кейеме шәриғәт ҡушҡанса булмаһа, өшкөрөү процесы башланмай.
7. Ҡатын-ҡыҙ макияжын һөртә, тәнендәге хушбый, лак бөтөрөлә, тырнағын киҫә.
8. Ҡатын-ҡыҙҙы дауалағанда йәнәшәлә яҡын туғаны (атаһы, ағаһы, балиғ йәшендәге улы һ.б.) булырға тейеш. Сит ирҙәрҙән - өшкөрөүсе генә.
9. Өшкөрөүсе һәм ҡалғандар тәһәрәтле булырға һәм Аллаһ Тәғәләнән ярҙам һорарға тейеш.
Шунан ғына өшкөрөү башлана.
Шайтандарҙан бындай аяттар ҡулланыла: Фәтихә, Баҡара 163-164, 255, 285-286, Ғыймран 18-19, Әнғәм 4-56, 117-122 бер нисә мәртәбә ҡабатлана, Йософ 81-82 шулай уҡ ҡабатлана, Та һә 69 ҡабатлана, Мөэминин 115-118, Йәсин 1-10, Әхнәф29-32, Рахмән 33-36, Ендәр 1-9, Ихлас, Фәләҡ, Нәс.
Һыу өҫтөндә түбәндәге аяттарттарҙың береһе уҡыла: Йосыф 81-82, Әғрәф 117-122, Та һә 69, Баҡара 255. Ауырыу һыуҙы эсергә тейеш. Әгәр ул һары, ҡыҙыл йәки ҡара төҫтәге шыйыҡса ҡоҫһа, ауырыу (сихыр, күҙ тейеү, шайтан, негатив) сыҡҡан була. Әгәр ҡоҫмаһа, был һыуҙы өс аҙна дауамында, йәки терелгәнсе эсергә кәрәк. Был мәғлүмәтте дин ғалимдәре вәғәҙҙәренә таянып яҙҙым.

Мин үҙем, әсәйем өшкөрөүсе булыуға ҡарамаҫтан, уны өйрәнмәгәнмен.
Уның өшкөрөү ысулын ҡабаттан был мәҡәләмә лә ҡушып яҙам, бәлки кемгәлер кәрәге тейер.
Тыны шифалы, тип әсәйгә өшкөртөргә һәм ҡот ҡойорға ла күп киләләр, һәм хәлдәре яҡшылана ине. Ҡөрьән сурәләре менән өшкөрҙө. Өйҙәге Ҡөрьән күп уҡыуҙан ҡалынайған,туҙып бөткән ине. Өшкөрөү - инандырыу, тип әйткәндәрен ишеткәнем бар. Ә бит мал-тыуарҙы инандырып булмай. Әсәйҙең өшкөрөүенән һуң, ауырып, дүрт аяғын һуҙып, ауыҙынан күбектәрен ағыҙып ятҡан быҙауҙың тороп китеүенә үҙем шаһит. Өшкөрөүҙе бик етдилек, төплөлөк, ихласлыҡ менән башҡара ине ул. Был быҙау менән булған хәлдә, әсәйем уларға барыр алдынан миңә: "Мал булмаҫ, терелтә алмай оятҡа ҡалам инде"- тип бик икеләнеп, күңелһеҙ генә киткәне әле күҙ алдымда. Ҡайтҡас : "Ҙур доғаларҙы кистән етешәр мәртәбә, тағын да төндә ике рәт тороп, шул тәртиптә уҡыным”, тип әйтте.. Иртән хужалар: “Апай, быҙау аяҡҡа баҫҡан”, - тигәс, әсәйем шаярталарҙыр тип, оялып, йоҡо урынынан бераҙ тормай ятҡан. Дөрөҫ икәнен белгәс, бик шатланып ҡайтты.

Балаларҙы күҙ тейгәндән өшкөргәндә (әле иҫәпләп сыҡтым) кәрәк доғаны 35 мәртәбә уҡып, 105 тапҡыр өргән икән. Тәненең төрлө еренә етешәр ҡат, тәртибен, әгәр яңлышмаһам: 1) башҡа, 2) күлмәген алдан бераҙ тартыңғырап, тән менән күлмәк араһына , 3) елкәнән шулай уҡ ысул, 4)ике ҡултыҡ аҫтына айырым-айырым 7-шәр ҡат. Аҙаҡ тағын бер ҙур доға уҡып, башынан һыпырып ҡуя ла: "Минең ҡулым түгел, Ғәйшә-Фатима ҡулы"-тип әйтеп тамамлай.
Ҡайһы берәүҙәр тоҙға өшкөртергә тип, үҙенең тоҙон ҡалдыралар, “Ярҙам итте, апай”, - тип ҡабат килеп күстәнәс килтереп, рәхмәт әйтәләр ине. Тоҙға ла бик оҙаҡ өшкөргәне хәтеремдә.Эш барышында арып, иҫнәһә, иблис ҡамасаулай тип, ятып та ала торған ине. Аҙаҡ һаутҡа һалып, ныҡ итеп ҡаплап ҡуя. Тәрилкә ситенә тултырып ваҡ ҡына почеркта ҡәләм менән сурәләр яҙып биргәндәре иҫемдә, ошо тәрилкәгә аш һалып иренә эсерергә ҡуша ине (ул яратһын өсөн, әгәр башҡа кешегә күҙ һалғанын әйтһә). Был ысул дөрөҫ булған икән. Хәҙер ғалимдар тоҙҙоң , һыуҙың мәғлүмәт тотҡанын иҫбатланылар бит.
Нисек шуларҙы, йыбанмай, ҙур теләк менән йә яҙып, йә өшкөрөп ултырғандыр әсәйем?! Джәрия сауаптары килеп торһон ине инде. Ныҡ ярҙамсыл кеше булды ул.

Үҙ ғумеремдә күргәндәрҙән, күҙ тейеүҙе, боҙомҙо Раднәмә доғаһы менән өшкөрөүҙең килешкәненә ышандым. Бер туған апайым мәрхүм гел шуны уҡый ине. Бер заман ауылға туйға барғанда уның үҫмер ейәнсәре клубтан ауырып ҡайтты. Хәле юҡ, ни эшләргә , ҡая керергә белмәй (ҡаланан килгән ҡыҙға бары ла бер ыңғай һоҡланып, йә көнләшеп ҡарағандарҙыр инде). Апайым уны ятҡырҙы ла, Раднәмә китабын асып уҡып, оҙаҡ өшкөрҙө. Нисә тапҡырҙыр инде. Бал , туй тауышына ҡарамай, йоҡлап китте. Бер ни һиҙмәй, оҙаҡ йоҡланы. Иҫән -һау килеп торҙо (ул доғаны минең "биттә" таба алаһыҙ, китабы мосолман магазиндарында бар, тиҙәр).

Бала кешенән өшкөртөү бигерәк килешә икән. Бер шулай кис, төнгә ҡарай : "Бала илауҙан туҡтамай, килеп өшкөрөп кит", тип килен шалтырата. Мин оло ҡыҙы (6-7 йәштә) менән һөйләшеп, аңлатып , уға өшкөрөргә ҡуштым, сөнки ул намаҙҙағы бөтә доғаларҙы белә. Ҡолһуаллаһ сүрәһен 7 ҡат өшкөрөп өргәс, бала тынысланған.

Тырышып-тырышып бөртөкләп яҙҙым, арала бәлки берәйһенең өйрәнәһе килер, тип өмөтләнеп. Һәр ҡатын тәжрибә яһап ҡараһа, үҙенең тыны килешәме -юҡмы икәнен дә белер ине. Иң мөһиме, тырышлыҡ, ихласлыҡ, (энергия лә булырға тейеш) ауырыуҙың терелеүен теләп, ышанып башҡарырға кәрәк.
Үҙ балаларығыҙҙы үҙегеҙ өшкөрөгөҙ,  ярҙам итә ул.
(башта килтергән сүрәләр тураһында Гәрәевтәрҙең дини календарынан алып, күсереп ҡуйған булғанмын).    Зәйтүнә Күҫәпова

Автор:
Читайте нас в