+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
13 Апрель 2022, 15:45

Кемдәр улар – фәрештәләр?

Ғәрәп телендә уларҙы «мәләк» ти­ҙәр, йәғни илсе, вәкил, хәбәр килте­реүсе. Фарсы телендә «фәреш­тә» тип йөрөтәләр. Фәрештә һүҙе Ҡөрьәндең һикһәндән күберәк аятында телгә алына. Улар – Аллаһтың нурҙан яра­тылған ҡолдары. Улар гонаһһыҙ, нәф­сеһеҙ, енесһеҙ һәм ашау-эсеүгә, йоҡоға һис мохтаж түгел. Фәрештә­ләрҙең йөкләмәләре – Аллаһ Тәғәләгә һис туҡтауһыҙ ғибәҙәт ҡылып, уны данлап, ҡуш­ҡандарын үтәү.

Кемдәр улар – фәрештәләр?
Кемдәр улар – фәрештәләр?

Фәрештәләр күҙгә күренмәй, улар ике, өс, дүрт, хатта алты йөҙ ҡанатлы ла була һәм төрлө ҡиәфәттә сағыла ала. Мәҫәлән, Мөхәммәт пәйғәмбәр салла-лаһу ғәләйһис-сәләмгә Ябраил фә­рештә ысын үҙ ҡиәфәтендә лә, аҡтан кейенгән ир сүрәтендә лә күренгән.
Иң мәшһүр фәрештәләрҙең вазифалары түбәндәгесә. Ябраил ғәләй­һис-сәләм – алдағы пәйғәм­бәрҙәргә изге хәбәр һәм яҙмалар килтереп тороусы. Ә Мөхәммәт сал­лалаһу ғәләй­һис-сә­ләмгә Аллаһ­тан Ҡөрьәнде индергән.
Микаил ғәләйһис-сәләм ямғыр, ел һәм башҡа тәбиғәт күренештәре, шулай уҡ йән эйәләренә ризыҡ таратыу менән эш итә.
Исрафил ғәләйһис-сәләм, Аллаһ Тәғәлә бойороуы буйынса сурға (бор­ғоға) өрөп, Ҡиәмәт көнөн, ә икенсе тапҡыр өрөп, Яуап көнөн иғлан итә.
Ғазраил ғәләйһис-сәләм – йән­дәребеҙҙе алыусы фәрештә. Ул – фә­рештәләрҙең иң бөйөгө. Аллаһ Тәғәлә уның аша бойороҡтарын башҡа фә­рештәләргә еткерә.
Ожмахты һаҡлаусы фәрештәнең исеме Ридуан, ә тамуҡты һаҡлаусы – Мәлик. Шулай уҡ ете ҡат күкте һаҡ­лап тороусы фәрештәләр бар.
Кешеләргә юлдаш Кираман ме­нән Кәтибин тигән фәрештәләр, әҙәмдең уң һәм һул яғында булып, әйткән һәр һүҙҙе һәм ғәмәлде яҙып бара. Уң яҡта­ғы фәрештә – яҡшы ғәмәлдәребеҙҙе, һул яҡтағыһы го­наһлыларын теркәй. Улар яҙған ғә­мәлдәребеҙ дәфтәрен беҙ­гә Яуап көнөндә, һорау алғанда тотто­расаҡ­тар. Мөнкир менән Нән­кир – ҡә­берҙә һорау алыусы фәреш­тәләр.
Ғәреште күтәреп тороусы дүрт фәрештә бар, Ҡиәмәт көндө Аллаһ уларҙың һанын һигеҙгә арттырасаҡ. Ғәреш янында күп (етмеш мең дә тиҙәр) фәрештәләр барлығы билдә­ле, уларҙы карубиндар тип йөрө­тәләр.
Тамуҡта Аллаһ ҡушыуы буйынса ғазапҡа тарттырыусы забани фә­рештәләр бар. Һуғыш ваҡытында кешеләргә ярҙамға килеүсе яугир фәрештәләрҙе джундалла тиҙәр.
Мосолмандар фәрештәләрҙең бар­лығына ышанырға тейеш. Был хаҡта Ҡөрьәндә, хәҙистәрҙә әйтел­гән. Кем уларҙың барлығына ышанмай, яңы­лышҡандар рәтендә булыр. Ҡөрьәндең «Әл-Бәҡара» сүрәһенең 177-се аятында: «Ә диндарлыҡ – Аллаһҡа, әхирәт көнөнә һәм фәреш­тәләргә, ки­тапҡа һәм пәйғәмбәр­ҙәргә иман килтереүҙә...» Шул уҡ сүрәнең 98-cе аятында: «Кем Ал­лаһҡа һәм Уның фәрештәләренә, рәсүлдәренә, Яб­раилға һәм Микаил­ға дошман булһа, хәҡиҡәттә Аллаһ та кафырҙарға дошман!» – тиелгән.
Хәҙистәрҙән билдәле булыуынса, Ер менән Күк фәрештәләр менән тулы, һәм улар туҡтауһыҙ Аллаһты данлап зекер әйтә. Фәрештәләр ке­шеләрҙең матур тауыш менән Ҡөрьән уҡығанын тыңларға ярата.
Фәрештәләр төрлө еҫкә һиҙгер, хуш еҫтәрҙе ярата. Уларға ҡыйын бул­маһын өсөн, Мөхәммәт пәйғәмбәр сал­лалаһу ғәләйһис-сәләм һис һарымһаҡ аша­маған. Сәхәбәләргә лә ауыҙҙарын йыш сайҡап, таҙа йө­рөргә ҡушҡан.
Һәр ваҡыт кешеләргә эйәреп, улар­ҙы яҡшылыҡҡа өндәп, һаҡлап, доға­ларын еткергән, шулай уҡ ауырлы ҡатындарҙы ҡурсалаған, ел-болот, ям­ғыр, тау-таштар, үҫемлек­тәр, хайуандар менән идара иткән фәрештәләр бихисап.
Халыҡтың йыйылып, Аллаһты иҫкә алып, зекер әйтеп, тәүбә ҡылған төркөмдәрҙе юлдар буйлап эҙләп йөрөгән сәйәхәтсе сәййәһүн фә­рештәләр ҙә бар. Улар рамаҙан айы төндәрендә уҡы­ған доғаларҙы һәм Мөхәммәт пәй­ғәмбәр саллалаһу ғәләйһис-сәләмгә әйткән сәләмдә­ребеҙҙе еткереп тора.
Фәрештәләрҙең иманлы кешеләр өсөн ярлыҡау һорап, Аллаһҡа ялбар­ғаны ла билдәле. «Ғафир» (Ярлы­ҡаусы) 40-сы сүрәнең 7-cе аятында: «Тәхетте күтәреп йөрөтөү­селәр һәм уның тирә-яғындағылар Раббыларына данлап тәсбих әйтә, Уға иман килтерә, иман килтергән кешеләргә ярлыҡау һорай: «Раббы­быҙ, Һин барлыҡ нәмә­ләрҙе рәхмәт һәм белем менән солғай­һың. Тәүбә иткән һәм Һинең юлыңа эйәргән­дәрҙе кисер һәм тамуҡ ғаза­бынан һаҡла!» – тиҙәр.
Фәрештәләрҙең һаны, исеме, ҡиә­фәте, тағы ла ниндәй эш баш­ҡарғаны бары Аллаһҡа ғына мәғлүм.
Фәрештәләр һәр ваҡыт беҙгә ҡанат ҡағып торһон, барлыҡ изге теләктәре­беҙ уларҙың «Амин» тигән сағына тура килһен!

 

Мөһим доғалар

Бисмил-ләһ. Аллаһүмүммә әҙһиб хәрраһә үә бәрдәһә үә үәсәбәһә. Ҡум би иҙнил-ләһ.
Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Был күҙ тейеү сәбәпле миңә килгән тән ҡыҙыулығын, туңып ҡалтыраныу биҙгәген һәм сиремде юҡ итә күр.
Дәрес әҙерләгәндә һәм имтихан­ға ингәндә уҡыла
Рабби зидни ғилмән үә фәһмән үә әлхиҡни бис-салихин. Раббиш-рах ли садри үә йәссир ли әмри үәх-лүл ғүҡдәтәм-мил-лисәни йәфҡаһү ҡаули йә хәфиҙу йә раҡибү йә нәсирү йә Аллаһ.
Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Ғиле­мемде арттыр, зиһенемде ҡеүәтлә. Изге ҡолдарыңдан ит. Әй, Раббым! Күкрәгемде ас, эштәремде еңеләйт, тел асҡысы бир! Һәр нәмәне һаҡ­лаусы, һәр нәмәне күреп, күҙәтеп тороусы, ярҙам итеүсе Раббым! Еңеләйт, ауырайтма, ғәмәлдәремде хәйерле итеп тамамлап торорға ярҙам ит.

Фәнирә ҒАЙСИНА әҙерләне.

Автор:
Читайте нас: