-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
11 Апрель 2022, 11:27

Ифтар - ауыҙ астырыу

Беҙҙең диндә ауыҙ астырыу йәки ифтар ҡылдырыу яҡшы ғәмәлдәрҙән һанала. Хәҙистәрҙә түбәндәгеләрҙе эшләргә ҡушыла:      «Рамаҙан айында ураҙа тотоусынан ауыҙ астырыусыға Аллаһы Тәғәлә сират күперен үтеүҙе еңеләйтер».      «Әгәр ҙә кем дә булһа ураҙа тотоусынан ауыҙ астырһа, фәрештәләр рамаҙан айы буйынса был кешене данларҙар, ә Ябраил, ғәләйһис-сәләм, Ҡәҙер кисендә уны сәләмләп ҡаршы алыр».      Сәхәбәләр пәйғәмбәребеҙҙән һорағандар: «Әй, Аллаһы Тәғәлә илсеһе! Әгәр ҙә берәүҙең ураҙа тотоусыны ашатырға ризығы булмаһа, нимә эшләргә?»      Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, яуап биргән: «Әҙ генә ризыҡ бирһен! Уныһы ла булмаһа бер йотом һөт, ә инде уныһы ла булмаһа, бер уртлам һыу бирһен!»

Ифтар - ауыҙ астырыу
Ифтар - ауыҙ астырыу

 

Ифтар – ауыҙ астырыу

     Беҙҙең диндә ауыҙ астырыу йәки ифтар ҡылдырыу яҡшы ғәмәлдәрҙән һанала. Хәҙистәрҙә түбәндәгеләрҙе эшләргә ҡушыла:
     «Рамаҙан айында ураҙа тотоусынан ауыҙ астырыусыға Аллаһы Тәғәлә сират күперен үтеүҙе еңеләйтер».
     «Әгәр ҙә кем дә булһа ураҙа тотоусынан ауыҙ астырһа, фәрештәләр рамаҙан айы буйынса был кешене данларҙар, ә Ябраил, ғәләйһис-сәләм, Ҡәҙер кисендә уны сәләмләп ҡаршы алыр».
     Сәхәбәләр пәйғәмбәребеҙҙән һорағандар: «Әй, Аллаһы Тәғәлә илсеһе! Әгәр ҙә берәүҙең ураҙа тотоусыны ашатырға ризығы булмаһа, нимә эшләргә?»
     Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, яуап биргән: «Әҙ генә ризыҡ бирһен! Уныһы ла булмаһа бер йотом һөт, ә инде уныһы ла булмаһа, бер уртлам һыу бирһен!»
     Сәхәбәләр һорағандар: «Һыу булмағанлыҡтан ул шулай ҡиммәтме?»
     Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, әйткән: «Барыбер, хатта йылға буйында булһа ла».

     Бер көндө Муса ғәләйһиссәләм Аллаһы Тәғәләнән: «Йә, Раббым, Һиңә минән дә яҡыныраҡ бәндәләрең бармы? » — тип һораған. Аллаһы Тәғәлә әйткән: «Әйе, улар хәбибем Мөхәммәд ғәләйһиссәләм өмәттәренәндер», — тигән. Шунда Муса ғәләйһиссәләм: «Мин Һинең менән Тур тауында һөйләштем, ә улар нисек һиңә яҡын булды һуң?». Аллаһы Тәғәлә әйткән: «Әй, Муса, һин Минең менән Тур тауында һөйләшкәндә арабыҙҙа пәрҙә (ҡорған) бар ине. Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең өммәттәре ураҙа тотоп, ирендәре кибеп, ифтар ваҡытында ҡулдарын күтәргәндә күк менән ер араһындағы пәрҙә (шаршау) күтәрелә. Доғаларын ҡабул итәм, сөнки улар был миҙгелдә Минең менән пәрҙәһеҙ һөйләшәләр» — тигән. Шунда Муса ғәләйһиссәләм: «Йә, Раббым, шул Рамаҙан шәриф ураҙаһын минең өммәтемә лә бирсе», — тип һорауына Аллаһ Тәғәлә: «Был ураҙа – хәбибем Мөхәммәд ғәләйһиссәләм өммәтенә генә хастыр», — тип әйткән.
     Тимәк, беҙ ауыҙ асып ифтар доғаһын уҡыһаҡ, был доға ҡабул була:
     Аллааһүммә ләкә сумтү үә бикә әәмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәләә ризҡиҡә әфтартү үә лисауми ғадин мин шәһри рамаҙаанә нәүәйтү фәғ-фирли йәә ғаффәәру мәә ҡаддәмтү үә мәә әххартү.
     Мәғәнәһе:
     Эй, Раббым! Һинең ризалығың өсөн генә тип ураҙа тоттом, һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик Үҙеңә генә тәүәккәлләп башҡарам. Һин биргән ризыҡ менән ауыҙ астым, иртән тағы ла ураҙаға инергә ниәт иттем. Эй, гонаһтарҙы ярлыҡап ҡына тороусы Аллаһ, үткәндә эшләнгән гонаһтарымды ла, эшләү ихтималым булһа, киләсәктәгеләрен дә ғәфү ит!

     Ҡунаҡта ауыҙ асҡанда

                                          اَفطَرَ عِنْدَكُمُ الصَّاءِموُنَ وَاَكَلَ طعَامَكوُمُ الاَبْرَارُ وَصَلَّت عَلَيْكُمُ الْمَلاءِكَةُ
     Әфтара ғиңдәкүмүс-сааа-имүүмә үә әкәлә тағәәмәкүмүл-әбраару үә салләт ғәләйкүмүл-мәләә-икәтү.
     Мәғәнәһе: Һеҙҙә ураҙа тотоусылар ауыҙ асты, һеҙҙең ашамлыҡтарығыҙҙы изгеләр ашаны һәм һеҙгә фәрештәләр салауат уҡыны.
                                                                   اَللَّهُمَّ بَارِكْ لَهُمْ فِيمَا رَزَقتَهُمْ وَاغْفِرْ لَهُمْ وَارْحَمْهُمْ
     Аллааһүммә бәәрик ләһүм фиимәә разәҡтәһүм үәғфир ләһүм үәръхәмһүм.
     Аллаһым, ризыҡландырған нәмәләреңдә уларға бәрәҡәт бир, уларҙы мәғфирәтең менән ғәфү ит һәм уларға ҡарата рәхимле бул.

Йәлил хәҙрәт Фазлыев «Йөҙ ҙә бер вәғәҙ»-ендә бына нимә яҙа: «Был айҙа Аллаһтың кешеләргә тағы бер рәхмәте бар: кем дә кем ураҙа тотҡан кешеләрҙе саҡырып, ауыҙ астырһа, ифтар мәжлесе ойошторһа, ураҙа тотҡан кешеләрҙең сауабы ул кешегә лә яҙылыр, ти. Кемдең малы, ваҡыты бар икән, шулай уҡ Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында иң күркәм, иң сауаплы булған ошо табынды ла әҙерләргә кәрәк. Өс кешене генә саҡырып булһа ла ауыҙ асыу табыны үткәреү зарури. Бында Ҡөръән уҡыла. Аллаһтың фарызын үтәүсе кешеләр йыйыла. Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында ошо табындың сауабы никах табыны менән генә тиңләшә ала. Ә башҡа ваҡытта Ҡөръән уҡытып, беҙ бының хәтле сауапты ала алмайбыҙ, сөнки 20-30-40 кеше йыйырға мөмкин беҙ, шулар араһында бер-ике генә намаҙ уҡыусы кеше булырға мөмкин. Был төркөм Ҡөръән тыңлай, тамағын туйҙыра, аҡсаһын алыштыра ла ҡайтып китә. Рамаҙан айында иһә табынға ураҙа тотҡан кешеләр саҡырыла. Ураҙа тотҡан кешенең үҙенең сауабы ла кәмемәй, хужаның иһә, нисә кешене саҡырһа, шул тиклем кешенең ураҙаһының сауабы ғаилә кешеләренә яҙыла».
     Ауыҙҙы тоҙ һәм һыу менән асырға мөмкин, һыу менән асыу яҡшыраҡ һанала. Емеш менән асыу ҙа һәйбәт, бигерәк тә хөрмә менән.
     Ҡояш тамам байығас, аҙан әйтелгәс, ифтар ваҡыты инә, йәғни, ауыҙ асырға мөмкин. Ауыҙ асыу өсөн ике-өс йотом һыу, һөт, сәй эсергә, икмәк ҡабырға мөмкин. Йөҙөм, хөрмә, алма, әфлисун киҫәге кеүек емеш менән (кипкән йәки туңдырып иретелгән сейә, еләк менән дә) ауыҙ асырға ярай. Емеш менән ауыҙ асыу һиммәтле һанала. Тоҙ ҡабып (татып) ауыҙ асырға ла мөмкин. Ҡыҫҡаһы хәләл ризыҡтың, эсемлектең ниндәйен ҡабып асһаң да дөрөҫ һанала. Ифтар (ауыҙ асыу) доғаһы уҡыла.
     Иҫкәрмә: доғаларҙың ғәрәпсәһен ятлап ала алмағандар өсөн үҙебеҙсә, башҡорт — башҡортса, татар — татарса, ҡаҙаҡ — ҡаҙаҡса, рус русса әйтһә лә дөрөҫ була. Бында яҙылғанса һүҙмә-һүҙ әйтеүе мотлаҡ түгел. Үҙ һүҙҙәрең менән мәғәнәһен әйтеп биреү ҙә етә. Ә инде ғәрәпсәһен ятлап алыу — ихласлыҡ, ғилемлелек, һәләт билдәһе. Ихласлығы булған һәр кем ғәрәпсәне ятлай ала, әлхәмдү лиллаһи!
     Ауыҙ асҡас, аҡшам (киске) намаҙын уҡыйбыҙ. Намаҙҙан һуң ризыҡланыу дауам итә.
     Ифтар мәжлесенә саҡырғанда, бер мәсьәлә килеп тыуа. Байтаҡ кешенең фатиры тар. Намаҙ уҡыр урын булмай. Бындай саҡта, күршеләр менән алдан һөйләшеп, күршеләргә сығып, намаҙ уҡырға мөмкин. Йәиһә ифтар мәжлесе барған өйҙә (фатирҙа) ике-өс кеше намаҙ уҡырлыҡ ҡына урын бар икән, аҡшам намаҙын ҡунаҡтар сиратлап уҡый ала. Йәстү (йәстиғи) намаҙына тиклем сәғәт ярым ваҡыт бар. Шуға күрә хафаланырға, йәки ифтарға саҡырған кешеләрҙе ғәйепләргә һис кенә лә кәрәкмәй.
     Ҡөрьән аяттарын (сүрәләрен) ауыҙ асҡанға тиклемге ваҡытта ла уҡырға мөмкин. Ауыҙ асып, аҡшам намаҙын уҡып, бер аҙ ризыҡланғас уҡыу ҙа дөрөҫ була, ин шәәъ Аллаһ!

 

 

                                   Башҡортса һәм татарса дини календарҙан Нәзир Сабитов әҙерләне.              

Автор:
Читайте нас: