+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
17 Март 2022, 13:10

Шәғбан айы килтергән ырыҫ

Динебеҙҙә изге булып рәжәб, шәғбан, рамаҙан айҙары иҫәпләнә. Хәҙистәрҙән билдәле булыуынса, кеше рәжәб айында – тәнен, шәғбанда – йөрәген, рамаҙанда йәнен таҙарта. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһис-сәләм: «Рәжәб – Аллаһ Тәғәләнең айы, шәғбан – минең айым, ә рамаҙан – минең өммәтемдең айы», – тип әйткән. Унан: «Рамаҙандан ҡала, ҡайһы айҙа ураҙа тотоу иң ҡиммәте?» – тип һорағандар. Ул: «Рамаҙан айы хөрмәтенә – шәғбан айында!» – тигән.

Шәғбан айы килтергән ырыҫ
Шәғбан айы килтергән ырыҫ

Шәғбан – һигеҙенсе ай. «Таша ғаба» «таралыу» тигән һүҙҙе аңлата һәм ул – изгелек таралыу айы. Шәғбандың уртаһында, 14-енән 15-енә ҡарай төндә, Ләйләтүл-Бәраәт кисе була. Шул мәлдә Ҡөрьән Ләүхүз-Мәхфүздән – ерҙең күгенә, ә рамаҙан айының Ләйләтүл-Ҡәҙер төнөндә беренсе аяттары төшөрөлә башлай. Шулай уҡ был Бәраәт төнөндә икенсе тарихи ваҡиға була, Ҡиблабыҙ Иерусалимдан Мәккә Ҡәғбатуллаһына күсерелә.
Был төндә беҙҙең ҡылған ғәмәлдәребеҙ Аллаһ хөкөмөнә тапшырыла, фәрештәләр ергә төшә һәм гонаһтарыбыҙ ғәфү ителә. Шуға ла рәсүлебеҙ: «Рәжәб менән рамаҙан айы уртаһында булған был айға (шәғбан) күптәр битарафлыҡ ҡыла. Беҙҙең ғәмәлдәр хисабыбыҙ ғәләмдәр Раббыһына тапшырылған мәлдә мин ураҙала булырға теләйем», – тигән.
Бәраәт төнөндә, мосолман ҡәрҙәшенә үс һаҡлаусы, ширк ҡылыусы, күп илаһҡа табыныусыларҙан тыш, барыһының да гонаһы ғәфү ителә. Шуға ла был көндө намаҙ уҡып, ураҙа тотоп, ә төндө доғала үткәрергә тәҡдим ителә.
Был төндә ошо йылда кемдәр мәрхүм буласаҡ, уларҙың исемдәре Ләүхүз-Мәхфүз таҡтаһынан юйыла. Шуға ла Бәраәт төнөндә өс тапҡыр «Йасин» сүрәһе уҡырға ҡушыла. Беренсеһендә үҙ ғүмереңде оҙонайтыу ниәте менән, икенсеһендә – бәлә-ҡазаларҙан, бәхетһеҙлектәрҙән һаҡланыу, өсөнсөһөндә – бәрәкәт арттырыу өсөн.
Был төндә изгелек эшләүселәр йәннәткә инеүселәр исемлегенә индерелә, ә гонаһ ҡылыусыларҙың тамуҡҡа инәсәктәре билдәле була.
Рамаҙан айында ураҙа тотоу – ул Аллаһ ҡушҡан фарыз ғәмәл. Шуға ла беҙ рухи яҡтан рамаҙанға алдан әҙерләнеп, рәжәбтә лә, шәғбанда ла күңелдәрҙе таҙартып, күп тапҡырҙар тәүбә итеп, зекер ҡылып, ураҙалар тотоп үткәрергә тырышһаҡ, яҡшы була. Ураҙа – ихтыяр көсөн нығытыу өсөн иң уңайлы ысул. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм дә, башҡа ун айға ҡарағанда, фәҡәт иң күп көндәр ошо шәғбан айында ураҙа тотҡан. Беҙгә иһә, шәғбанда һәр кемдең хәленән килгәнсе, дүшәмбе, кесе йома көндәре һәм иң кәме ай уртаһында өс көн булһа ла ураҙа тотоу кәрәк. Йыш осраҡта ураҙаны был айҙың беренсе яртыһында тоторға кәңәш ителә, ай буйы тулыһынса тоторға ярамай. Әгәр ҙә кемдер күп көн тота икән, рамаҙан айына бер-ике көн ҡалғас, туҡтатып торорға ҡушылған.
Аллаһ Тәғәлә: «Ураҙа Минең өсөн, уға сауаптарын Үҙем яҙырмын», – тигән. Ураҙа ул тамуҡтан ҡалҡан булып тора. Тотҡан ураҙаларыбыҙға күпме сауап яҙылғанын беҙ Яуап көнөндә генә беләсәкбеҙ.
Шәғбан пәйғәмбәребеҙҙең айы булғас, уға күп тапҡыр салауаттар әйтеп, күберәк сауаптар эшләп ҡалырға ашығыу мөһим. Шулай уҡ әҙәп-әхлағыбыҙға иғтибар итеп, кәмселектәребеҙҙе, хаталарыбыҙҙы төҙәтеп, йөрәктәребеҙҙе таҙартып, күберәк изгелектәр эшләп, биш намаҙға ҡушып, нәфел намаҙҙарын уҡыһаҡ, сауаплы булырбыҙ. Былар барыһы ла яҡты донъяла уҡ Аллаһ ризалығына өлгәшеү өсөн эшләнелә. Сөнки Аллаһ Тәғәләбеҙ тәүбәләребеҙҙе был донъяла ҡабул итә. Ҡәбер ғазабынан ҡасайыҡ, тамуҡҡа утын булмайыҡ тиһәк, хәҙерҙән көн дә ныҡлап тырышыу зарур.
Аллаһ Тәғәлә барыбыҙҙың да гонаһтарын ғәфү итһен, изге ғәмәлдәребеҙҙе ҡабул ҡылһын, әжер-сауаптарын һәм мул бәрәкәттәрен насип әйләһен.

Фәнирә Ғайсина.

Автор:
Читайте нас: