-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
30 Ғинуар 2022, 11:10

Доға көсө

Башланғыс синыфтарҙа уҡығанда күҙемә арпа сығып йонсотто. Берәүһендәге шешек ҡайтһа, ауырыу икенсеһенә күсә. Күҙҙәр йомолоп китә, үҙәккә үткәреп һыҙлай. Өләсәйем мәрхүмә Хәмдиә Ғилман ҡыҙы бик динле кеше ине. Халыҡ им-томо буйынса имләп ҡарай, әммә сирҙе бөтөрә алмай.

Доға көсө
Доға көсө

Мәктәпкә Яңы йыл шыршыһы байрамына бара алмауым айы­рыуса ауыр булды. Ныҡ ҡайғырғанымды күреп, әсәйем Рәшиҙә Сафиулла ҡыҙы мәрхүмә: «Ошолай булһа ла бар», – тип, арпалы күҙемде, пираттарҙыҡы һымаҡ иттереп, ҡара төҫтәге яулыҡ менән баштан аша бәйләп ҡуйҙы. Әммә, урамға сығып, үтеп барыусы беренсе кешене күргәс тә, ҡиәфәтемдән оялып, тиҙ генә урам баҡсаһының ҡоймаһы аша һикереп төштөм дә йәһәт кенә өйгә инеп киттем. Шунан бирле, ауырыуым бөткәнсе, өйҙән сыҡманым тиерлек.

Бер ваҡыт өләсәйемде Һабыр ауылына бер нисә көнгә ҡунаҡҡа алып ҡайттылар. Ә унда беҙҙең ҡоҙабыҙ Әбдрәхим мулла Әҙеһәмов йәшәй ине. Бик йәшләй генә дин юлына баҫып, данлы Зәйнулла ишандың  «Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә белем ала һәм, Һабырға имам-хатип  булып килеп, ғүмере буйы шунда йәшәй. Динһеҙлек хөкөм һөргән совет осоронда ла иман юлына тоғро ҡалып, муллалыҡ шөғөлөн ташламаны. Яңы тыуған сабыйҙарға, Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылып, исем ҡушыусы ла, өйләнешеүселәргә никах уҡыусы ла, үлгәндәрен тәрбиәләшеп, йыназа сығыусы ла ул була.

Бөйөк әүлиә Зәйнулла ишан Рәсүлиҙән һабаҡ алыуы бушҡа китмәй. Остазы кеүек, уның да өшкөрөүе сирлеләргә бик килешә, күптәр доғаһы шифаһынан, Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте тейеп, ауырыуҙарынан ҡотола. Был турала Һабыр һәм тирә-яҡ ауылдар халҡы йылы иҫтәлектәр һаҡлай.

Өләсәйем мәрхүмә лә Әбдрәхим мулланан бер алһыу төҫтәге хуш еҫле күҙ һабынын өшкөртөп алып ҡайтты. Өйгә ингәс тә: «Мә, балам, ошоноң менән күҙеңде йыу», – тип һабынды миңә тотторҙо. Шуның менән битемде бер йыуыуым етте – мулла ҡоҙаның доғаһы ҡабул булып, күҙемдәге ауырыу бик тиҙ юҡҡа сыҡты, Аллаға шөкөр! Шунан бирле бына 50 йылға яҡын инде арпаның нимә икәнен белмәйем, әл-Хәмдүлилләһи Раббил Ғәләмин!

1986 йылда вафат булған Әбдрәхим мулла, йәшерен генә һабаҡ биреп, үҙе артынан күрше Ҡаҙырша ауылынан Нуретдин олатай Игебаевты тәрбиәләп ҡалдырған булып сыҡты. Бик күп мәсеттәр емерелгән, манараһы ауҙарылып, бинаһы башҡа маҡсаттарҙа файҙаланылған совет осоронда ла революцияға тиклем үк төҙөлгән мәсете Аллаһ Тәғәләнең хикмәте менән емерелмәй ҡалған, хатта дин дошмандарының манараһына ла ҡулы етмәгән, эргәһендә, риүәйәт буйынса, башҡорт пәйғәмбәренең аяҡ эҙен һаҡлаған данлыҡлы үә бик хикмәтле урын – Пәйғәмбәр ташы булған Ҡаҙырша ауылының ҡанбабаһы, Хоҙай Тәғәләнең әүлиә фиғелле бер ҡоло булып, остазының юлын дауам итеп йәшәне Нуретдин олатай.

Сәлмән ЯРМУЛЛИН.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:
Читайте нас: