+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
28 Октябрь 2021, 15:11

Шифа – Аллаһ Тәғәләнән

Беҙҙең тормошобоҙ шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына тормай, төрлө ауырлыҡтар, ауырыуҙар, ҡайғы-хәсрәттәр аша ла үтергә тура килә. Сөнки был донъяға һынау өсөн яратылғанбыҙ һәм шуға ла сабыр һәм шөкөр итеп йәшәйбеҙ. Ҡөрьәндә: «Беҙ һеҙҙе нимә менән булһа ла: ҡурҡыныс һәм аслыҡ менән, малдарҙың кәмеүе, йәндәрҙең һәм емештәрҙең кәмеүе менән һынайбыҙ, – сабыр иткән кешеләрҙе һөйөнсөлә, – берәй бәләгә осраһалар: «Ысынлап та, беҙ Алланыҡы һәм Уға ҡайтыусыбыҙ!» – тиеүсе кешеләрҙе», – тиелгән  «Әл-Бәҡара» cүрәһенең 2-се аятында. Ҡыйын саҡтарҙа сабыр итһәк, Аллаһ Тәғәлә беҙгә мотлаҡ әжер-сауаптарын яҙасаҡ һәм түҙгән өсөн гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡаясаҡ. 

Шифа – Аллаһ Тәғәләнән
Шифа – Аллаһ Тәғәләнән

Ябай кешеләр генә түгел, пәйғәмбәрҙәр ҙә төрлө ауыр һынауҙар аша үткән. Сабырлыҡтың өлгөһө һәм миҫалы булып Әйүп пәйғәмбәрҙең яҙмышын килтерергә була. Аллаһ Тәғәлә уны малының бөтөүе, балаларының үлеме һәм тәненең хәсталығы менән оҙаҡ йылдар һынай. Ул сабыр итә, һуңынан доға ҡыла. Раббыбыҙ уға ағып ятҡан һыуҙы эсергә һәм ҡойонорға ҡуша. Әлбиттә, Аллаһ ҡөҙрәтле, Ул Әйүп пәйғәмбәрҙе бер ниндәй хәрәкәт ҡылдырмайса ла сәләмәтләндерер ине. Ләкин Ул уға һәр эштә лә шулай ниндәйҙер сәбәптәр ҡылырға кәрәк икәнен аңлата. Был осраҡта иһә уға һауығыр өсөн һыу эсергә һәм ҡойонорға бойора.

Мосолмандарға нисек дауаланыр өсөн рәсүлебеҙҙең тәжрибәһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ беҙгә һауығыу ысулдары буйынса бай мираҫ әйтеп ҡалдырған. Ул хәҙистәрҙән билдәле булыуынса, бал, тмин, финик, зәйтүн майы төрлө хәстәләрҙән шифа булып тора. Рәсүлебеҙ: «Аллаһ ниндәй генә ауырыу ебәрһә лә, мотлаҡ унан дауаланыу сараларын да бирә», – тигән. Икенсе бер хәҙистә: «Ҡара тминды үҙегеҙ өсөн мотлаҡ итегеҙ, сөнки ул үлемдән башҡа барлыҡ ауырыуҙан да дауа», – тип әйткән.

«Пәйғәмбәр медицинаһы» буйынса дауаланыу – ул сөннәт. Шуға ла беҙ, мосолмандар, ауырыһаҡ, хәҙистәргә таянып, пәйғәмбәребеҙ нисек дауаланған, башҡаларға нимәләр кәңәш иткән икән тип, үҙебеҙ өсөн файҙалы кәңәштәргә күҙ һалабыҙ. Мәҫәлән, баш ауыртһа, көнөнә өсәр тапҡыр яртышар ҡалаҡ ҡара тмин майын эсергә ҡушыла. Шулай уҡ ҡына ла һөртөргә мөмкин, ул да баштың ауыртыуын туҡтатыуға булышлыҡ итә.

Йөрәк ауыртһа, бер стакан ҡайнаған һөткә бер балғалаҡ бал һәм бер нисә тамсы ҡара тмин майы һалып, эҫе килеш эсергә кәрәк. Шулай уҡ йөрәк ауыртыуын тойған кешегә, ете финик алып, уны һыуҙа ебетеп, шул һыуҙы эсеп йөрөү файҙалы.

Әгәр ҙә кешегә һыуыҡ үтһә, ҡара тмин майы менән зәйтүн майын ҡушып, күкрәкте ыуырға ҡушыла. Ҡайнаған һыуға бер ни тиклем ҡара тмин майы һалып, ингаляция эшләһәң, еңеллек килтерә. Ҡайнар һөткә бер ҡалаҡ бал (аҡ май мөмкин) һалып эсеп, йылы кейенеп йоҡларға кәңәш ителә.

Ангина булһа, йә йүткергәндә, ярты ҡалаҡ тмин майына 100 мл лимон һуты һалып, ашар алдынан көнөнә ике тапҡыр эсергә кәрәк.

Әгәр ашҡаҙан ауыртһа (язва булһа), бер ҡалаҡ балға ун тамсы ҡара тмин майын һалып, көн дә асыҡҡан хәлдә эсергә тәҡдим ителә. Эс китһә, 200 мл йогуртҡа сәй ҡалағы менән тмин майы һалып бутап, көнөнә ике тапҡыр эсергә. Ағыуланғандан һуң финик ашарға ҡушыла, сөнки ул эстән ағыуҙы сығара, организмды таҙарта икән.

Тире сире булһа ла, аш ҡалағы зәйтүн майына ярты балғалаҡ тмин майы ҡушып, ауырыу ергә һөртөргә кәрәк.

Барлыҡ мосолмандарға билдәле хиджама ысулы ла бар, йәғни ҡан сығарып дауаланыу. Тик уны ашҡаҙан тулы ваҡытта эшләргә ярамай.

Енси ауырыу менән ауырығандарға, бер стакан ҡабаҡ  һутына бер балғалаҡ тмин майы һалып, уны көнөнә бер нисә тапҡыр эсергә кәңәш ителә. Ә балаһыҙ булғандарға «Әлү-Ғимран» («Ғимран ғаиләһе») сүрәһенең 38-cе аятын: «...Раббым! Миңә Үҙ тарафыңдан яҡшы нәҫел бир, Һин – доғаны ишетеүсе бит!» – тип уҡырға кәңәш ителә.

Шулай уҡ, ауырыған саҡта Ҡөрьән аяттары менән өшкөрөлөү, йәки, ауыртҡан ергә ҡулды ҡуйып, сүрәләр, аяттар уҡып дауалана алыуыбыҙ һәр мөьмингә билдәле.

Шулай итеп, беҙгә һынау өсөн бирелгән барлыҡ ауырыуҙарға ла дауа бар. Бары тик Аллаһы Тәғәләбеҙгә доға ҡылып, шифа биреүен һорарға һәм, сәбәбен ҡылып, дауаланырға кәрәк. Сирләгәндә өмөтһөҙлөккә бирелергә ярамай, сөнки «Әл-Инширах» («Ярып асыу») сүрәһенең  5-cе аятында: «Ауырлыҡтан һуң, ысынлап та, еңеллек бит», – тип Раббыбыҙ һәр ҡыйынлыҡтан һуң мотлаҡ еңеллек киләсәге тураһында иҫкәрткән.

Аллаһ Тәғәләбеҙ һәр ҡайһыбыҙға бәхетле, хәйерле, иманлы ғүмер насип итһен! Һаулығыбыҙҙан айырмаһын!

Фәнирә Ғайсина.

Автор:
Читайте нас: