+5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
19 Октябрь 2021, 15:38

Намаҙ

Намаҙ – Раббы менән һөйләшеү, серләшеү. Исламдың биш шартының беренсеһе Кәлимәи Шәһәҙәт әйтеү булһа, икенсеһе – намаҙ ҡылыу. Имандан һуң булған фарыздарҙың иң әһәмиәтлеһе – намаҙ.

Намаҙ
Намаҙ

Намаҙ уҡыу өсөн кешегә бөтә күңеле менән Аллаһы Тәғәләгә, Уның пәйғәмбәренә ышаныу фарыз. Әгәр ышанмай икән, намаҙ уҡырға тейеш түгел, сөнки ул мосолман иҫәпләнмәй, ә намаҙҙы мосолман ғына уҡый ала. Намаҙ уҡыуҙан һис кем бушатылмай, ауырыуҙар ятҡан йәки ултырған килеш, мосафирҙар юлда ла ишарат менән булһа ла уҡырға тейеш. Хатта һуғыш яланында ла намаҙҙы ҡалдырырға ярамай. Намаҙ – рухты яҡшырта, йөрәкте яҡтырта, кешене Аллаһы Тәғәлә хозурына күтәрә торған ғибәҙәт. Намаҙ – тән һәм рух таҙалығына өлгәштереүсе бер нурҙыр. Уның ярҙамы менән мосолман гонаһ бысрағынан арыныр һәм йәннәткә инергә лайыҡлы ҡол булып етешер.
Намаҙ Аллаһы Тәғәләне яратырға өйрәтеп, гонаһ эшләүҙән һаҡлай. Намаҙын дөрөҫ ҡылған әҙәмдең иманы арта, Аллаһтың ризалығын ҡаҙана. Уға йәннәттең яҡты юлы асылыр. Мосолман үҙе намаҙ ҡылырға һәм быны балаларына ла өйрәтергә бурыслы. Пәйғәмбәр хәҙрәттәребеҙ түбәндәгесә бойорған: «Балаларыбыҙға ете йәш тулыуға намаҙ ҡылырға ҡушығыҙ». Әсәһе һәм атаһы ете йәшлек балаһына намаҙ ҡылырға өйрәтһә, балалар бәлиғ осорона еткәндә намаҙ ҡылырға күнегә.

 

Намаҙ кемдәргә фарыз:
Кешегә намаҙҙың фарыз булыуы өсөн өс шарт үтәлеүе мөһим:
1) мосолман булыу;
2) бәлиғ йәшенә инеү;
3) аҡылы камил булыу.

Намаҙ ваҡыттары:
Бер көндә биш намаҙ уҡыла: Сабах (иртәнге), Өйлә, Икенде, Аҡшам һәм Йәстү намаҙҙары. Был намаҙҙарҙың һәр береһенең билдәле ваҡыты бар. Һәр намаҙҙы үҙ ваҡытында уҡыу шарт. Ваҡытынан алда ярамай, ә ваҡытынан һуң ҡалдырыу ҙур гонаһ булып һанала.

Намаҙ ҡылырға рөхсәт ителмәгән ваҡыттар:
Көндөң ҡайһы бер сәғәттәрендә, фарыз йәки нәфел булһын, һис бер намаҙ ҡылынмай. Былар «мәкруһ ваҡыттар». Улар өсәү:
1) ҡояш сыҡҡанда;
2) ҡояш нәҡ баш осонда булып, көнбайыш тарафына күскәнсе;
3) ҡояш батҡанда.
Бары тик ул көндөң Икенде намаҙының фарызы ҡылынмаған булһа, ҡояш батҡанда ла мөмкин.

Намаҙ төрҙәре:
Намаҙҙың, нигеҙҙә, өс төрө бар: 1) Фарыз (мотлаҡ) намаҙҙар; 2) Үәжиб намаҙҙар; 3) Нәфел намаҙҙар (өҫтәлмә уҡыла торған намаҙҙар).

Фарыз намаҙҙар:
Биш ваҡыт намаҙ:
1) Сабах (иртәнге) намаҙы:
4 рәҡәғәт.
2 рәҡәғәт сөннәт,
2 рәҡәғәт фарыз.
2) Өйлә намаҙы: 10 рәҡәғәт.
4 рәҡәғәт элекке сөннәт,
4 рәҡәғәт фарыз,
2 рәҡәғәт һуң сөннәт.
3) Икенде намаҙы: 8 рәҡәғәт.
4 рәҡәғәт сөннәт,
4 рәҡәғәт фарыз.
4) Аҡшам намаҙы: 5 рәҡәғәт.
3 рәҡәғәт фарыз,
2 рәҡәғәт сөннәт.
5) Йәстү намаҙы: 10 рәҡәғәт.
4 рәҡәғәт элекке сөннәт,
4 рәҡәғәт фарыз,
2 рәҡәғәт һуң сөннәт.
Намаҙ шарттарын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 1) Тәһәрәт – таҙарыныу, кәрәк булһа, ғөсөл ҡойоноу. 2) Нәжестән Тәһәрәт, намаҙ ҡыласаҡ кешенең тәнендә, кейемендә бысраҡ булһа, уларҙы таҙартыу. 3) Ғәүрәт – намаҙ ҡыласаҡ кешенең тәнендәге асыҡ урындарҙы ҡаплау. Малайҙарҙа: кендек менән тубыҡ араһы (тубыҡ ҡапҡасы). Ҡыҙҙарҙа: йөҙ, ҡул-аяҡтан башҡа тәндең бар тарафы ла ҡаплана. Буй-һын беленмәһен өсөн оҙон, киң күлдәк кейеп, сәсте яулыҡ менән ҡаплайҙар. 4) Ҡибла – намаҙ ҡиблаға ҡарап ҡылына. Ҡибла – Мәккә ҡала­һында ер йөҙөндә Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыу маҡсатында ҡоролған иң беренсе йорт – Ҡәғбәлер. Ҡәғбә Хәҙ­рәти Ибраһим һәм Хәҙрәти Исмәғил тарафынан төҙөлгән. 5) Ваҡыт – һәр намаҙ үҙ ваҡытында ҡылынырға тейеш. 6) Ниәт – һәр намаҙҙы белеп ҡылыу һәм уға күңелдән әҙерләнеү. Ниәтте тел менән әйтеү сөннәт һанала.

НАМАҘ РӨҠӨНДӘРЕ:
1) Тәҡбир: намаҙҙы тәҡбир – «Аллаһу әкбәр» менән башлау;
2) Ҡыям: намаҙҙа аяҡ өҫтө тороу;
3) Ҡыраат: намаҙҙа аяҡ өҫтө торған ваҡытта бер ни ҡәҙәр Ҡөрьән уҡыу;
4) Рөҡуғ: ҡулдарҙы тубыҡтар өҫтөнә ҡуйып, эйелеп тороу;
5) Сәждә: рөҡуғтан һуң аяҡтарҙы, тубыҡтарҙы, ҡулдарҙы һәм маңлайҙы, танауҙы ергә ҡуйыу;
6) Ҡәғдә: намаҙҙан һуң «Әттәхиәт» уҡыласаҡ ваҡыт ҡәҙәр ултырыу.

Фәнирә ҒАЙСИНА
төҙөгән «Балалар өсөн рәсемле намаҙ» китабынан.

Автор:
Читайте нас в