+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
14 Сентябрь 2021, 12:21

Ниндәй ул мосолман ҡатын-ҡыҙы?

Исламда ирҙәрҙең дә, ҡатындарҙың да хоҡуҡтары тигеҙ, Аллаһ алдында һәр ҡайһыһы үҙ ғәмәлдәре өсөн яуап тотасаҡ. Ислам динендә ҡатын-ҡыҙға оло ихтирам күрһәтелә. Ҡөрьәндә «Ҡатындар» сүрәһе бар. Мөхәммәт пәйғәмбәр саллаллаһу-ғәләйһиссәләм ислам дине хаҡында һөйләгәс, Уға беренсе булып ҡатыны Хәҙисә ышана һәм исламды ҡабул итә, рәсүлебеҙ артына баҫып намаҙ уҡый. Мәккә ҡалаһы урынына беренсе булып Ибраһим пәйғәм­бәрҙең ҡатыны Хәжәр төйәкләнә.

Ниндәй ул мосолман ҡатын-ҡыҙы?
Ниндәй ул мосолман ҡатын-ҡыҙы?

Динебеҙ әсәләрҙе ныҡ хөрмәтләй, «Йәннәт – әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында», тигән әйтемде барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Хәҙистәрҙән билдәле булыуынса, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙән һорағандар: «Был донъяла кемде нығыраҡ хөрмәт итергә тейешбеҙ?» – тип. Ул өс тапҡыр – «әсәйеңде», тигән, дүр­тенсеһендә генә «атайыңды» тип әйткән.

Мосолман ҡатын-ҡыҙы ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш? Мөьминәләргә тәүфиҡлы, юғары әҙәпле, әхлаҡлы, тыйнаҡ булыу лазым. Өҫ кейеменә килгәндә, сәстәр яулыҡ менән ҡаплаулы, кейем буй-һынды белендермәй, һәр ваҡыт таҙа һәм бөхтә. Мосолман ҡыҙҙары холҡо һәм кейеме менән башҡаларҙан айырылып тора. Яулыҡ ябынып йөрөү – ул ҙур яуаплылыҡ һәм исламға саҡырыу, йәғни дәғүәт.

Кейәүгә сыҡҡанда, ҡыҙҙар фәҡәт мосолман ирҙәренә генә сығырға хоҡуҡлы, башҡа динле йәки мәжүси кешегә сығыу ҡәтғи тыйыла, харам һанала. Тормош иптәше итеп егеттәрҙең иң иманлыһын һайларға кәрәк, сөнки Аллаһҡа инанған, намаҙ уҡыған, рухи үҫешкә ынтылған кеше янында ғына үҙеңде ышаныслы, ҡурсалаулы тояһың. Үҙен бар ҡылған Раббыһына буйһонмаған бәндә башҡаларҙы һанламай. Әммә, тарихтан билдәле булыуынса, яман ир менән йәшәп тә юғары иманлы булып ҡалған ҡатындар бар. Мәҫәлән, Фирғәүендең ҡатыны Асия, ире ни тиклем яуыз, динһеҙ булһа ла, барыбер күңелен таҙа килеш һаҡлай һәм Аллаһҡа инаныуын ҡуймай.

Үкенескә күрә, тамуҡта иң күбе ҡатын-ҡыҙ буласағы әйтеп ҡалдырылған, күпселеге ғәйбәт һөйләгәне һәм рәхмәтһеҙ бул­ғаны өсөн. Сөнки, ирҙәре уларға ни тиклем изгелек ит­мәһен, талашып китһәләр, ҡатындарҙың күбеһе ирҙәренә: «Мин һинән бер ниндәй ҙә яҡшылыҡ күрмәнем», – тип әйтә икән.
Ҡатын-ҡыҙға ҙур вазифа йөкмә­телгән, ислам динендә уларҙың ғаилә­ләге төп бурысы – балалар тәрбиәләп үҫтереү, Ҡөрьәнде аңлатыу, юғары иманлы, әҙәпле итеү. Сөнки балалар күпселек ваҡытын әсә янында була, беренсе тәрбиәне, өгөт-нәсихәтте, әҙәп өлгөләрен әсәләренән ала. Шуға ла ҡатындарҙы милләтте тәрбиәләү­селәр, тибеҙ. Мөхәммәт пәйғәмбәр саллаллаһу-ғәләйһиссәләм өммәтен, йәғни мосолмандарҙы үҫтереү, арттырыу – әсәләр иңендә.
Ҡатындарға хөкүмәткә эшләү мотлаҡ түгел. Әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙ үҙ теләге менән эшләй икән, уға бының өсөн мәсет һалған кеүек сауап яҙыла. Ғаиләне матди яҡтан тулыһынса ир кеше тәьмин итергә тейеш, ә ҡатын үҙ аҡсаһын тик үҙе өсөн генә тотоноп йәшәй ала. Ҡатын-ҡыҙҙың, ире рөх­сәтенән тыш, йорттан сығырға хо­ҡуғы юҡ, хәләл ефете ризалығын бирһә генә сыға. Шулай уҡ йортҡа ҡу­наҡты ла ире рөхсәтенән тыш са­ҡыра алмай. Ҡатындарға хушбуй һибеп, биҙәнеп-төҙәнеп урамға сы­ғыу, сәстәрен, асыҡ тәнен сит-яттар­ға күрһәтеп йөрөү – гонаһ, өйөндә фәҡәт ире өсөн генә биҙәнә ала. Ҡыҙҙарҙың йөҙө һәм ҡул суҡтарынан башҡа ерҙәре ғәүрәт иҫәпләнә, шуға тәнен иренән башҡа һис кем күрергә тейеш түгел. Ҡатын-ҡыҙҙарға мунса­ны яңғыҙ инергә ҡу­шыла, сөнки мосолман ҡатындар ҙа бер-беренең муйынынан алып тубығына саҡлы кәүҙә өлөшөнә ҡа­рарға тейеш түгел. Ә башҡа диндәге йәки атеист ҡатындар ҙа мосолман ҡатындары өсөн сит ирҙәр кеүек, уларға ла сәс һәм тәнде күрһәтеү тыйыла. Шулай уҡ ҡатындарға башҡа ирҙәр менән тауышының матурлығын күрһәтеп һөйләшеү харам һанала. Былар барыһы ла күҙ һәм тел зинаһы булмаһын һәм кеше­не аҙғынлыҡ гонаһынан һаҡлау өсөн әйтелгән.

Мосолман ҡатын-ҡыҙы оҙон юлға яңғыҙ сыға алмай, янында мотлаҡ махрамы булырға тейеш. Ул атаһы, ағаһы, улы йәки хәләл ефете була.
Шулай итеп, ҡатындар өсөн ҡағи­ҙәләр күп. Һәр хәлдә көндәлек тормошта һорауҙар тыуһа, беҙ сәхәбә­ләр, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ҡыҙҙа­ры, ҡатындары тормошонан үрнәк ала алабыҙ. Шулай уҡ, һәр мәсьәләлә лә Ҡөрьән һәм хәҙистәргә таянып эш итергә, йәшәргә тейешбеҙ. Дине­беҙҙе дөрөҫ тотһаҡ, ныҡлы иман ме­нән йәшәгәндә генә ике донъя рәхәтен күрәсәкбеҙ.

Фәнирә ҒАЙСИНА.
Автор:
Читайте нас: