-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
29 Август 2021, 14:30

Заман ахырының билдәләре

Ислам дине нигеҙҙәренең береһе булып Яуап көнөнә ышаныу тора. Һис шикһеҙ, ҡиәмәт көнө буласаҡ, ләкин уның теүәл ваҡытын Раббыбыҙ Үҙе генә белә. Ул уны кешеләргә, шул иҫәптән пәйғәмбәрҙәргә лә хәбәр итмәгән. Раббыбыҙ Ҡөрьәндә әйткән: «Әй Мөхәммәт ғәләйһиссәләм һинән сәғәт (ҡиәмәт) хаҡында һорайҙар: «Ҡасан була ул?» – тип. Әйт уларға: уның хаҡында белем фәҡәт ни бары Раббымда. Унан башҡа ҡиәмәттең ваҡытын бер кем дә асыҡламаҫ, белмәҫ. Ер һәм күктәге мәхлүктәргә уны белеү ауыр. Килер ул һеҙгә кинәт кенә. Һорайҙар улар һинән, һин уның хаҡында белгән кеүек. Әйт уларға: уның хаҡында белем – фәҡәт Аллаһта. Ләкин кешеләрҙең күбеһе белмәй» («Әл-Әғраф» сүрәһе, 187-се аят).

Заман ахырының билдәләре
Заман ахырының билдәләре

Әбейҙәр, өләсәйҙәр, олатайҙар элек: «Заман ахырында Ер шарын үрмәкес ауы уратып алыр, донъяны һары халыҡ баҫыр, һыу бөтөр, ул алтындан ҡиммәт булыр. Әҙәм балаһында иман булмаҫ, инә ҡыҙын, ҡыҙ инәһен танымаҫ (йәғни ата-әсәләренә хөрмәт булмаҫ). Бал ҡорто бөтөр. Яландарҙа сәскә ҡалмаҫ, сәскәләр кеше өҫтәрендә булыр. Ерҙең ҡыртышын ашап бөтөрҙәр...» – тип һөйләп ултыра торғаны. Беҙ шул билгеләрҙең күбеһенә бөгөн шаһит булып йәшәйбеҙ.

Ғалимдар ҡиәмәт көнөнөң ғәләмәттәрен (билгеләрен) кесе һәм ҙурға бүлгән. Бөгөнгө көндә кесе билгеләренең бөтәһе лә күренде тиерлек.

Ҡиәмәт яҡынлашыуының кесе билгеләре булып һуңғы пәйғәмбәр Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһис-сәләмдең тыуыуы һәм үлеме, шулай уҡ, бейек өйҙәр һалыныуы, ихласлыҡтың, ғилемдең кәмеүе; хәмер эсеүселәрҙең, йырсыларҙың күбәйеүе; боҙоҡлоҡтоң, зинаның, алдыҡтың, ғәҙелһеҙлектең таралыуы; ялған пәйғәмбәрҙәр, байҙар, ҡатын-ҡыҙҙар һанының, үлемдең, ер тетрәүҙәренең, төрлө фажиғәләрҙең, дауылдарҙың артыуы; ваҡыттың шәбәйеүе һ.б. тора.

Ефрат йылғаһында алтын тауының ҡалҡып сығыуы, күп ирҙәрҙең шул алтын өсөн һуғышып баш һалыуы кесе билгеләрҙең артабанғыһы буласаҡ.

Бер кеше: «Ҡасан Ҡиәмәт көнө буласаҡ?» – тип һораған рәсүлебеҙҙән. «Кешеләргә ышаныс һәм өмөт юғалғас. Әҙәпһеҙ кешеләр идараға килеп, йәмғиәттә һатлыҡ һәм ҡәбәхәтлек хакимлыҡ итә башлағас», – тип яуаплаған пәйғәмбәр.

Ҡиәмәт көнөнөң оло билгеләре: Мәккәлә Мәһди сығыуы (ғәҙел хаким), Дамаск ҡалаһында Ғайса пәйғәмбәрҙең Ергә төшөүе, Хөрәсән яғынан Дәджәлдең килеүе, тиелә хәҙистәрҙә. Дәджәлдән алда ерҙә яуызлыҡ тараласаҡ, өс йыл ҡоролоҡ һәм аслыҡ буласаҡ.

Дәджәл үҙен Аллаһ тип танытасаҡ, күптәр, уға эйәреп, дөрөҫ юлдан яҙасаҡ. Ә беҙ, мосолмандар, беләбеҙ, был донъяла Аллаһ кешеләргә күренмәй һәм Ул – камил зат, Уның һис кәмселектәре юҡ. Ә Дәджәл ул – һыңар күҙле, бөҙрә сәсле кеше. Ике ҡашы араһында «кәфер» тип яҙылған буласаҡ. Ул халыҡҡа төрлө кирәмәттәр күрһәтәсәк, әммә уға ышанырға ярамай.

Хәҙистәрҙә иманлылар менән кәферҙәр араһында һуғыш буласағы тураһында бәйән ителгән. Истамбул ҡалаһының алынасағын, Ғайса ғәләйһис-сәләм пәйғәмбәр Дәджәлде үлтерәсәген беләбеҙ.

Шулай уҡ, Ҡиәмәт көнө билдәләренең береһе булып, Йәжүж менән Мәжүж халҡы сығыуы тора. Ғайса ғәләйһис-сәләм доға ҡылғас, улар, тәндәренә ниндәйҙер ҡорт төшөп, үлеп бөтәсәк.

Риүәйәттәрҙә Мәһди менән Ғайса пәйғәмбәр хакимлыҡ иткән осорҙа ерҙә яҡшы тормош буласағы, аҙаҡ халыҡтың яңынан боҙолоуы хаҡында бәйән ителә.

Хәҙистәрҙән шулай уҡ Ер шарының көнсығышында, көнбайышында һәм Ғәрәп ярымутрауында ер убыласағы, төтөн сығып, ерҙе ҡырҡ көнгә ҡаплап аласағы билдәле. «Әд-Духан» (Төтөн) сүрәһенең 10 – 11-се аяттарында: «Күктең күрәләтә төтөн менән төшкән көндө көтөп тор. Ул кешеләрҙе ҡаплар, был интектергес ғазап булыр», – тиелгән.

Бер көн килеп ҡояш көнбайыштан ҡалҡасағы хаҡында ла әйтеп ҡалдырылған. Шул мәлдән алып тәүбә ҡапҡалары ябыласаҡ. Кешеләр үкенһәләр ҙә, уларҙың тәүбәләре, доғалары бүтән ҡабул булмаясаҡ. Шуға ла, ул көнгә хәтлем ғибәҙәт ҡылып ҡалырға тырышайыҡ.

Ерҙән Ҡөрьән, дин ғилеме күтәреләсәк (алынасаҡ) һәм мосолмандар ҡалмаясаҡ, Ҡәғбәтулланы емерәсәктәр. Йәмән яғында ут ҡалҡып, кешеләрҙе һорау алынасаҡ ергә, Шам яланына, ҡыуып алып китеү һуңғы билдә буласаҡ.

Мосолмандар Ҡиәмәт көнөнөң ҡубыуын, был донъяның юҡҡа сығыуын күрмәйәсәк, сөнки Аллаһ Тәғәлә беҙҙе йәлләй. Шуға ла, уның алдынан йомшаҡ ел сығып, барлыҡ мосолмандар үлеп бөтәсәк, ә Ҡиәмәтте кафырҙар ғына күрәсәк.

Ҡайғырып ҡиәмәт көнө билдәләрен көтөп ултырырға кәрәкмәй. Барыбыҙ ҙа күрәсәк үлем бар, ул һис көтмәгәндә килеүе ихтимал. Шуға ла Аллаһыбыҙҙан иман, тәүфиҡ һәм гонаһтарыбыҙҙы ғәфү итеүен һорап, әхирәттә дәрәжәләребеҙ юғарыраҡ булыуын теләп, ҡалған ғүмеребеҙҙе ғәмәл-ғибәҙәттә үткәрәйек.

Фәнирә Ғайсина.

Автор:
Читайте нас: