+31 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
18 Июль , 11:58

Ҡорбан салыу тураһында

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Зөлхизә, ислам календары буйынса һуңғы, ун икенсе ай. Был ай башындағы ун көн айырыуса яҡшы иҫәпләнә, сөнки бөтә донъя мосолмандары Мәккә ҡалаһына йүнәлеп, 7–9 көндәрҙә хаж ҡылалар, ә унынсы көнө Ҡорбан байрамы үткәрелә. Ҡорбан рамаҙан айынан һуң 70 көн үткәс уҙғарыла.

Ҡорбан салыу тураһында

Дин тарихынан билдәле булыуынса, Ибраһим пәйғәмбәр улын ҡорбан итергә теләгәндә, Аллаһ Тәғәлә уға ҡорбан итеп салыу өсөн һарыҡ бирә. Шулай итеп, ҡорбан салыу йолаһы, сөннәте Ибраһим пәйғәмбәр заманынан килә. Ҡорбан салыу – ул Аллаһҡа яҡынайыу юлы. Хәленән килгән һәр бер мосолман ҡорбан салырға тейешле. “Әл-Кәүҫәр (Муллыҡ)” сүрәһендә: “...Раббыңа намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал!” (2-се аят) – тиелгән. Әлбиттә, Аллаһҡа беҙҙән ит, ҡан кәрәкмәй, әммә, Ул беҙҙең Уға нисек инанғаныбыҙҙы, ихласлығыбыҙҙы, тәҡеүәлегебеҙҙе күргеһе килә. “Әл-Хаж” сүрәһенең 37-cе аятында: “Уларҙың иттәре лә һәм ҡандары ла Аллаға һис барып етмәҫ, әммә һеҙҙән тәҡеүәлек Уға барып етер. Һеҙҙе тура юлға күндергәненә Алланы ололауығыҙ өсөн Ул уларҙы һеҙгә буйһондорҙо, ә һин яҡшы эштәр эшләгән кешеләрҙе һөйөнсөлә!”  –  тиелгән.

Ҡорбан итеп салынған малдың һәр өлөшө өсөн беҙ Яуап көнөндә әжер-сауабын аласаҡбыҙ, ул беҙҙе тамуҡ утынан һаҡлаясаҡ.

Ҡорбан салыу өсөн кешенең күңеле саф, йомарт, ихлас булыуы зарур. Сөнки, Раббыбыҙ ихлас ҡылынған ғәмәлдәрҙе генә ҡабул итә. Дини тарихынан хәтерләүегеҙсә, Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең улы Ҡабилдең ҡорбаны ихлас булмағас, ҡабул булмай, ә икенсе улы Һабилдыҡы фәҡәт ихласлыҡ менән башҡарылғаны өсөн ҡабул була.

Бындынең нәфсеһе ялҡау, һаран, үҙ-үҙенә дошман була, әммә, беҙ нәфселәребеҙҙе еңеп, Аллаһ юлында Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн, Уның ҡушҡандарын барыһын да эшләргә, үтәргә тырышырғы тейешбеҙ.

Ҡорбанға салына торған мал һуҡыр, һыңар күҙле, сатан һәм ауырыу булырға тейеш түгел. Сөнки, беҙ бит дуҫтарыбыҙға, туғандарыбыҙға бүләк биргәндә ватыҡ, ярыҡ әйберҙәр бирмәйбеҙ, ә матур, затлы нимәләр генә бүләк итәбеҙ. Ә Бөйөк Аллаһ Тәғәләбеҙ әлбиттә иң яҡшы бүләктәребеҙгә лайыҡ, хоҡуҡлы!

Ҡорбан салыу өсөн мосолмандың тәү сиратта Аллаһ ризалығы өсөн ҡорбан килтерәм тиәгән ниәте булырға тейеш. Фарыз ҡорбанды беҙ Ҡорбан байрамында (өс көн эсендә) салабыҙ, ә башҡа ваҡытта салынған ҡорбан фарыз түгел, ә нәфел ҡорбаны тип атала.

Һарыҡты һуйған ергә алып барғанда уны типкеләргә, һуҡҡыларға, ҡурҡытырға ярамай. Шулай уҡ, башҡа һарыҡтарға күрһәтеп тә салмайҙар. Салына торған малдың күҙҙәрен бәйләп, йә ҡаплап, ҡибла тарафына ҡаратып һалып, үткер бысаҡ менән салалар. Үтмәҫ бысаҡ менән малҡайҙы интектермәйҙәр. Бисмиллаһ һәм тәкбир әйтеп, фәҡәт ғәйет намаҙынан һуң һуялар. Байрам намаҙына хәтлем салынған мал – ҡорбан булмай, ә ябай ит кенә буласаҡ. Шулай уҡ, Аллаһтың исеме әйтелмәй салынған мал хәләл булмай.

Мөхәммәд саллалаһу ғәләйһис-сәләм ҡорбан салғанда: “Мин йөҙөмдө күктәрҙе һәм Ерҙе бар итеүсегә хәниф булып йүнәлдерәм, һәм мин күп илаһтарға табыныусыларҙан түгел!” (“Әл-Әнғәм” (“Мал-тыуар”) сүрәһе, 79-сы аят) – тигән. Һәм: “Әйт: “Ысынлап та, минең намаҙым һәм тәҡүәлегем, тереклегем һәм үлемем Аллала, ғәләмдәр Раббыһында. Уның тиңдәше юҡ. Был миңә бойоролдо, һәм мин – беренсе мосолман”, ти (Әл-Әнғәм” (“Мал-тыуар”) сүрәһе, 162–163-сө аяттар).

Ҡорбан салғас, итте өс өлөшкә бүлергә ҡушыла, бер өлөшөн үҙ ғаиләңә ҡалдырырға, икенсе өлөшөн туғандарға һәм таныштарға таратырға, өсөнсөһөн ярлыларға бирер кәрәк. Ҡөръәндә: “Уларға файҙалы эш тураһында

шаһит булыу өсөн һәм мәғлүм көндәрҙә малдарҙан уларға бүләк ителгән йорт хайуандары өҫтөндә Аллаһ исемен иҫкә төшөрөү өсөн: уларҙың иттәрен ашағыҙ һәм бәхетһеҙ ярлыларҙы туйҙырығыҙ!” (“Әл-Хаж” сүрәһенең 28-се аяты). Шул уҡ сүрәнең 36-cы аятында: “Һимеҙҙәрен Һеҙҙең өсөн Аллаға билдәләнгәндәрҙән ҡылдыҡ, уларҙа һеҙҙең өсөн яҡшылыҡ. Һәм улар сафта торған хәлдә өҫтәрендә Аллаһ исемен иҫкә алығыҙ. Улар ҡабырғаларына йығылғас, иттәрен ашағыҙ, һәм тыйнаҡты ла, оялсан һораусыны ла ашатығыҙ. Ошолай буйһондорҙоҡ Беҙ һеҙгә уларҙы – моғайын, һеҙ шөкөр итерһегеҙ!” – тиелгән.

Ҡорбан салыу кешене һаран булмаҫҡа өндәй, һәм йәмғиәттә туғанлыҡ, дуҫлыҡ ептәрен нығыта, бер-береңә ярҙамсыл булырға, башҡалар менән дә бүлешергә өйрәтә. Шулай итеп, барыһы ла Аллаһ бәрәкәтенән өлөшлө булалар һәм бергә, Аллаһ Тәғәләбеҙ ҡушҡан фарыздарын үтәп, Уның ризалығына ирешәбеҙ, Уға яҡынябыҙ. Салған ҡорбандарыбыҙ ҡабул булһын! Амин!

Фәнирә Ғайсина.

Автор: