-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
27 Июнь 2021, 14:10

Мосолмандарҙа ата-әсәгә мөнәсәбәт

Динебеҙ ғүмер биргән, беҙҙе ҡарап үҫтергән ата-әсәләребеҙгә оло ихтирам күрһәтергә ҡуша. Уларҙы тыңлау, уларға хеҙмәт итеү фарыз ғәмәлдәрҙән һанала, йәғни, мотлаҡ үтәлергә тейешле бурыс, эш. Сөнки Аллаһ Тәғәлә ата-әсә дәрәжәһен ныҡ күтәргән, ололоҡлаған. Ҡөрьәндә был хаҡта аяттар күп һәм уларҙың эстәлеге, мәғәнәһе хатта бер нисә урында ҡабатлана. «Ән-Ниса» («Ҡатындар») сүрәһенең 36-cы аятында Раббыбыҙ ата-әсәгә изгелек ҡылырға ҡуша. «Лоҡман» сүрәһенең 14-cе аятында ла: «Һәм Беҙ кешегә ата-әсәһенә ҡарата изгелек күрһәтергә ҡуштыҡ. Уны әсәһе хәлһеҙлек өҫтөнә хәлһеҙлек менән йөкләй һәм уны имсәктән айырыу – ике йыл. Миңә һәм ата-әсәңә шөкөр ит, ҡайтыуың миңә!» – тиелгән.

Ысынлап та, донъяла беҙгә иң яҡын, ҡәҙерле кешеләребеҙгә яратып ҡарауҙан башҡа, икенсе мөнәсәбәттә булыу мөмкин дә түгел. Бала ата-әсәһен һайлап алмай, улар ниндәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, хатта икенсе дин тотһалар ҙа, беҙ уларҙы хөрмәт итергә, яҡшы мөғәмәлә булырға һәм, оло йәшкә етһәләр, ҡарарға (йәғни ашатырға, эсерергә, кейендерергә, йыуындырырға һ.б.) тейешбеҙ.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм ата-әсәне хөрмәт итеүҙе мосолмандың әһәмиәтле эштәре – ваҡытында намаҙ уҡыу һәм Аллаһ юлында көрәшеү, йыһат ҡылыу менән бер сафҡа ҡуйған. Хәҙистәрҙән билдәле булыуынса, бер кеше рәсүлебеҙҙән йыһатта ҡатнашырға рөхсәт һораған. Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм: «Һинең ата-әсәң иҫәнме?» – тип һораған. Ул: «Эйе», – тип яуап биргән. Пәйғәмбәр: «Һинең уларҙы ҡарауың йыһатта ҡатнашыуыңа тиң», – тигән.
Дини риүәйәттәрҙә бәйән ителеүенсә, ата-әсәне ҡарау һәм туғанлыҡ ептәрен һаҡлау кешенең ғүмерен оҙонайта икән.
Беҙ ата-әсәләребеҙгә ауыр һүҙ әйтеүҙән, уларҙы рәнйетеп ҡуйыуҙан һаҡланырға тейешбеҙ. Сөнки уларҙы рәнйетеү иң ауыр гонаһтарҙың береһе һанала. Рәсүлебеҙ әйткән: «Һеҙгә иң ҙур гонаһтар тураһында әйтәйемме?» – тип һораған. Кешеләрҙән: «Эйе», – тигән яуап ишеткәс, ул: «Аллаһҡа ширек ҡылыу һәм ата-әсәне хөрмәт итмәү», – тип яуап биргән.
Ҡөрьәндә: «Раббың һеҙгә Унан башҡа һис кемгә ғибәҙәт ҡылмаҫҡа һәм ата-әсәләргә изгелек күрһәтергә әмер итте. Әгәр һинең ҡаршыңда атай-әсәйеңдең берәйһе йәки икеһе лә ҡартайһа, уларға «Уф!» – тип әйтмә! Уларға ҡысҡырма! Уларға матур һүҙ әйт. Улар алдында мәрхәмәт менән түбәнселек ҡанатын йәй һәм: «Раббым! Улар кескенә сағымда мине тәрбиәләгәндәре кеүек, Һин уларға рәхмәт ҡыл! – тип әйт («Әл-Исра» («Төндә күсереү»), 17: 23–24).
Әгәр ҙә ата-әсәләр баланы гонаһлы юлға, башҡа дингә өндәһәләр, шул ваҡытта ғына беҙ уларға буйһонмаҫҡа тейешбеҙ. Был хаҡта: «Һәм Беҙ кешегә ата-әсәләре өсөн изгелек ҡылырға ҡуштыҡ. Әгәр улар [ата-әсә] һинең турала белемең булмаған көйгә Миңә тиңдәш тоторға ҡушһалар, ул саҡта уларға буйһонмағыҙ. Һеҙҙең ҡайтыуығыҙ – Миңә, һәм эшләгән эштәрегеҙ тураһында һеҙгә Мин хәбәр итермен! («Әл-Ғәнкәбүт» («Үрмәксе») 29:8). Шул уҡ фекерҙе Раббыбыҙ беҙгә «Лоҡман» сүрәһенең 15-cе аятында ла ҡабатлап әйткән.
Бөтәбеҙ ҙә белгән хәҙис: «Ожмах әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында» тигәне – әсәйҙәр балаһынан риза булырға тейеш, тигәнде аңлата. Сөнки, әгәр ҙә, әсә балаһынан риза булмай икән, ул ожмахҡа инә алмай. Шуға ла балалар, ата-әсәһенә иғтибар, хөрмәт, хеҙмәт күрһәтеп, уларҙың ризалығын был донъяла алып ҡалырға тырышырға тейештәр.
Ғабдуллаһ Ибне Ғәмр Ибнүл-Ғас раҙыйаллаһу ғәнһү бәйән иткән бер хәҙистә, рәсүлебеҙ әйткән: «Аллаһтың ризалығы атай-әсәйҙең ризалығына бәйле. Аллаһтың ризаһыҙлығы ла, шулай уҡ атай-әсәй ризаһыҙлығына бәйле», тиелгән (Тирмизи хәҙистәр китабынан).
Икенсе хәҙистә бер сәхәбә пәйғәмбәребеҙҙән былай тип һораған: «Эй, Аллаһтың рәсүле, атай-әсәйем мәрхүм булғандан һуң уларға яҡшылыҡ эшләү мөмкинлегем бармы, нисек мин уларға ярҙам итә алам?» – тип һораған. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһис-сәләм: «Эйе, әлбиттә», – тигән һәм аңлатҡан: «Улар өсөн доға ҡыл, һәм Аллаһтан уларҙың гонаһтарын ғәфү итеүҙе һора. Уларҙың васыятын үтә. Атай-әсәйеңдең туғандары менән аралашып тор. Атай-әсәйеңдең дуҫтарын хөрмәт ит һәм уларға яҡшы мөнәсәбәттә бул!» – тигән (Әбү Дауыт хәҙистәр китабынан).
Шулай итеп, беҙ атай-әсәйҙәребеҙ вафатынан һуң да уларҙың рухтарына доға ҡылып торорға тейешбеҙ. Әгәр ҙә ата-әсә бурыслы килеш мәрхүм булһа, йәки хаж ғәмәлен үтәргә ниәтләп йөрөп, хаж ҡыла алмай вафат булып китһә, бала улар өсөн бурысын түләһә, хәленән килһә хаж да ҡылһа, былар яҡшы, сауаплы ғәмәлдәрҙән булыр.
Йә Раббым! Һин шәфҡәт һәм мәрхәмәт эйәһе! Ата-әсәләребеҙгә ныҡлы һаулыҡ, иманлы, бәрәкәтле, хәйерле һәм бәхетле оҙон ғүмер, ике донъя рәхәтен-бәхетен бир! Уларҙың белеп һәм белмәй, асыҡ һәм йәшерен эшләгән гонаһтарын ғәфү ит! Амин!

Фәнирә Ғайсина.

Читайте нас: