-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
23 Июнь 2021, 12:01

«Аятел-Көрси» хикмәттәре

(«Әл-Бәҡарә» сүрәһенең 255-се аяты) Әбү Һурайра радыйаллаһу-ғәнһү әйткән: «Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: «Әл-Бәҡарә» сүрәһендә Ҡөрьән аяттарының әфәндеһе (иң олоһо) урынлашҡан. Ҡайһы йортта ул уҡылһа, шайтан унан сығып ҡасыр. Ул «Аятел-Көрси», тигән.

«Аятел-Көрси»ҙе бер уҡыу мең аят уҡыу менән берҙер (Хәҙис-шәрифтән). Уны уҡыу Ҡөрьәндең дүрттән бер өлөшөн уҡыуға тиң.

Бер мөьмин «Аятел-Көрси»ҙе уҡыһа, әруахтарҙы шатландырыр, ҡәберҙәрен киң итер һәм нур индерер. Уҡыған хәрефе һайын берәр фәрештә яратылыр. Ул фәрештә Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр «Аятел-Көрси» уҡыусыға тәүбә-истиғфар доғаһын уҡып торор (Хәҙис-шәрифтән).

«Аятел-Көрси»ҙе зәғферән, рауза гөлөнөң майы, мисек менән бер һауыт эсенә яҙып, ул һауытҡа һыу ҡойоп, «Аятел-Көрси» хәрефтәре һанынса Аллаһ ризалығы өсөн ураҙа тотоп, шул һыу менән ауыҙ асҡанда «Аятел-Көрси»ҙе 7 мәртәбә уҡыһаң, Аллаһ Тәғәлә был кешегә күп төрлө хикмәттәрен асыр. Әлеге ысулды тәжрибә иткән кешеләр, нәтижәле булһын өсөн, быны апрель айының башында башларға кәңәш итә.

Мәйет кәфененең баш осона, уртаһына һәм аяҡтары тирәһенә «Аятел-Көрси» яҙылһа, мәйеттең сөал ваҡыты еңел үтер, һәм ул шул аят хөрмәте хаҡы менән ҡәбер ғазабын күрмәҫ.

Кем дә кем «Аятел-Көрси»ҙе асыуы ҡабарған ваҡытта уҡыһа һәм шунан һул яғына төкөрһә, янындағы шайтан сигенер һәм асыуы баҫылыр.

Мәғлүм ки, «Аятел-Көрси»ҙә 170 хәреф бар, аят 50 һүҙҙән тора. Шуға күрә, ғалимдар был аятты бер юлы 50 йәки 170 мәртәбә уҡырға кәңәш итә. Шулай уҡ «Аятел-Көрси»ҙе бер юлы 310 мәртәбә, йәғни Әсхәб Талут (Талут юлдаштары, ярҙамсылары) һәм Бәҙер һуғышында ҡатнашҡан сәхәбәләр һанынса уҡырға тәҡдим иткәндәр. Һәм дә пәйғәмбәребеҙ саллалаһу ғәләйһис-сәләм исемдәре һанынса, йәғни 201 мәртәбә уҡыу ҙа дөрөҫ булыр.

Берәү «Аятел-Көрси»ҙе намаҙ башлар алдынан уҡыһа, шайтан намаҙ ваҡытында уға яҡын да килмәҫ. Аллаһы Тәғәлә ул кешене донъялағы бәлә-ҡазаларҙан, һәләкәттәрҙән, шайтан яуызлығынан имен ҡылыр.

Әбү Үмәмәһ радыйаллаһу-ғәнһү риүәйәт иткәнсә, пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: «Бер мөьмин биш ваҡыт намаҙҙан һуң «Аятел-Көрси»ҙе уҡыһа, Аллаһ Тәғәлә был кешенең йәнен һуғыш ваҡытында шәһит булып киткән пәйғәмбәрҙәрҙең йәнен алған шикелле алыр...» – тип әйткән.

Әнәс хәҙрәт радыйаллаһу-ғәнһү тапшырған: «Рәсүлуллаһ ғәләйһис-сәләм: «Кем һәр фарыз намаҙын уҡып бөтөргәндән һуң «Аятел-Көрси» уҡыһа, киләһе намаҙға ҡәҙәр именлек­тә булыр. Ләкин пәйғәмбәрҙәр, раҫ һүҙлеләр, шәһиттәр генә шулай булдыра алыр», – тигән.

Хәҙрәти Хәсән радыйаллаһу-ғәнһү, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ейәне: «Кем дә кем фарыз намаҙынан һуң «Аятел-Көрси»ҙе уҡыһа, киләһе намаҙға ҡәҙәр Аллаһ Тәғәләнең һаҡлауында булыр!» – тигәнде тапшырған.

Хәҙистән билдәле булыуынса: «Кем фарыз намаҙын тамамлағандан һуң «Аятел-Көрси» уҡыһа, Аллаһ Тәғәлә уға шөкөр ҡылыусы бәндәлә­ренең ҡәлебен, тура-раҫ һүҙ һөйләү­сенең ғәмәлдәрен, пәйғәмбәрҙәрҙең әжерен бирер. Ул бәндә Аллаһ рәхмәте аҫтында булыр».

Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм хәҙрәти Ғәлигә васыят итеп: «Кем дә кем өйөнән «Аятел-Көрси»ҙе уҡып сыға, өйөнә ҡайтып еткәнсе Аллаһ Тәғәлә­нең яҡлауында булыр. «Аятел-Көрси» уҡылған йортҡа утыҙ көн буйы шайтандар яҡын да килмәҫ, ҡырҡ көн буйына сихырсы ир һәм ҡатындар инә алмаҫ. И, Ғәли! «Аятел-Көрси»ҙе ба­лаларыңа, ҡатыныңа, күршеләреңә өйрәт! Бынан да бөйөгөрәк аят инмә­не әле. Һүҙҙәрҙең әфәндеһе – Ҡөрьән-дер, Ҡөрьәндең әфәндеһе – «Әл- Бәҡарә» сүрәһелер, уның әфәндеһе иһә – «Аятел-Көрси»ҙер», – тигән.

Шулай уҡ, пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм хәбәр иткәнсә, өйөнән сыҡ­ҡанда «Аятел-Көрси»ҙе уҡыусы кешене Аллаһ Тәғәлә етмеш мең фәрештәһенә тапшырыр. Ул фәреш­тәләр уның өсөн истиғфар әйтеп торор, ти.

«Аятел-Көрси»ҙе уҡыусы ендәр­ҙең яуызлығынан иртәнән кискә, кистән иртәнгә ҡәҙәр именлектә булыр.

Өйгә ингәндә «Аятел-Көрси»ҙе уҡыу шайтанды өй тупһаһы аша үткәрмәҫ.

Өйҙән сыҡҡанда «Аятел-Көрси»ҙе уҡыусы кешене Аллаһ Тәғәлә мохтажлыҡтан ҡотҡарыр.

«Аятел-Көрси»ҙе уҡыусы янына ҡараҡ яҡын килмәҫ.

«Аятел-Көрси» берәй һауыт өҫтө­нә уҡылһа, уны шайтан аса алмаҫ.

«Аятел-Көрси»ҙе йоҡларға ятҡан кеше уҡыһа, ул уянғансы ике фәрештә ҡарамағында булыр.

Пәйғәмбәр саллалаһу ғәләйһис-сәләм: «Йоҡларға ятҡанда кеше «Аятел-Көрси»ҙе уҡыһа, Аллаһ уның йортона ла, күршеһенең йортона ла, тирә-йүндәгеләргә лә именлек бирер», – тигән.

Йоҡларға ятыусы «Аятел-Көр­си»ҙе өс тапҡыр уҡыһа, алама төштәрҙән һаҡланыр.

Ауырыу кешегә «Аятел-Көрси»ҙе уҡып өрһәләр, еңеллек килер.

Йома көндө яңғыҙы ғына булғанда «Аятел-Көрси»ҙе 70 мәртәбә икенде намаҙынан һуң уҡыған кеше нур күрә башлар, доғалары был ваҡытта ҡабул булыр.

Яуыз хужа янына инер алдынан «Аятел-Көрси»ҙе уҡыу хужаның яман теленән һаҡлар.

Берәү «Аятел-Көрси»ҙе бер юлы 170 мәртәбә (аят эсендә булған хәрефтәр һанынса) уҡыһа, ул кешегә ер-күктәге мәхлүкәттәр итәғәтле булып, үҙен һәр нәмәнән һаҡлап торор, уға дошман телдәре, ҡулдары менән зыян-зарар ҡыла алмаҫ.

Төн уртаһында ҡиблаға йүнәлеп, хәйерле ниәт менән 170 мәртәбә «Аятел-Көрси» уҡылһа, уның хаҡына теләктәре үтәлер.

Ҡурҡыныс бер урында йәки яуыздар араһында «Аятел-Көрси»ҙе 21 мәр­тәбә уҡыусыны Аллаһ Тәғәлә бәләнән һәм яуызлыҡтан ҡотҡарыр.

Именлек һәм бәрәкәт өсөн «Аятел-Көрси»ҙе 33 йәки 99 мәртәбә уҡырға.

Ғәйшә радыйаллаһу-ғәнһү һөйлә­үенән: «Берәү пәйғәмбәр янына ки­леп, өйөнән бәрәкәт китеүенә зарлана. Мөхәммәт рәсүлебеҙ уға: «Аш-һыу өҫтөнә «Аятел-Көрси» уҡыған һайын Аллаһ Тәғәлә уның бәрәкәтен арттырып торор», – тигән.

Кем дә булһа көндөҙөн, кисен меңәр мәртәбә «Аятел-Көрси»ҙе уҡыһа, уҡыуҙы ҡырҡ көн буйы дауам итһә, ул кешенең рухы, ҡәлеб күҙҙәре асылыр, янына фәрештәләр килер һәм ул мораҙына ирешер.

Рәсүлүллаһ: «Кем хәсрәт ваҡытын­да «Аятел-Көрси» менән «Әл-Бәҡа­ра» сүрәһенең һуңғы өс аятын уҡыһа, Аллаһ Тәғәләнең ярҙамына ирешер», – тигән.


(«Һәфтиәк шәриф тәфсире» китабынан тәржемәләнде.)
Фәнирә ҒАЙСИНА.

Читайте нас: