+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
16 Июнь 2021, 15:15

«Әл-Фатиха» сүрәһенең фазиләттәре һәм хикмәттәре

«Әл-Фатиха» сүрәһен икенсе төр­лө «Әлхәм» тип тә йөрөтәбеҙ, уның фазиләттәре, серҙәре иҫ киткес.Хәҙрәти Мөхөтдин әл Ғәрәби «Әл­хәм» сүрәһенең йәшерен яҡтары тураһында былай тигән: «Мөһим бер хәжәте булған кеше аҡшам намаҙынан һуң 40 мәртәбә «Әлхәм»де уҡыһын һәм ниндәй теләге булһа, шуны үтен­һен. Теләгәненә ирешер. Беҙ тәжрибә иттек, бик дөрөҫ булғанына шаһит­быҙ».

Һәләкәт ваҡытында «Әлхәм» сүрәһен 10 мәртәбә уҡырға кәрәк, файҙаһы бик күп булыр.

Был сүрәне йома көн яҙып, янында йөрөтөүсе кеше ендәрҙең яуызлығы­нан имен булыр.

Был сүрәне яҙып, шул яҙыуҙы ям­ғыр һыуында сайҡап, һыуы ауырыуға эсерелһә, йөрәктең ҡаты ауыртыуы­нан һәм ҡурҡыуҙан шифа бирер.

Был сүрәне фарыз намаҙҙарынан һуң һәр көн 18 мәртәбә, йәстү намаҙынан һуң 28 мәртәбә уҡыусының ризығы мул булыр.

Был сүрәне таҙа бер һауытҡа яҙғас, гөлсәсәк-рауза һыуы менән сайҡап, шул һыуҙы ҡолағы ауыртҡан кешенең ҡолағына тамыҙһындар. Шифаһын табыр.

Хәжәт намаҙын 2 рәҡәғәт итеп, рәҡәғәт һайын 7-шәр «Әлхәм», 3-әр «Ихлас» сүрәләре уҡылыр. Уҡыусы­ның теләге, хәжәте үтәлер.

Берәү өйөнә кергәнсе «Әлхәм» сүрәһе менән «Ихлас»ты уҡыһа, Аллаһ Тәғәлә уның өйөнән фәҡир­лекте сығарыр, уның урынына бәрәкәт индерер.

«Берәү һауыт эсенә бер миҡ­дар ямғыр һыуы һалып, ул һыуға «Әлхәм», «Аятел-Көрси», «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләренең һәр ҡайһыһын 70-шәр мәртәбә уҡыһа, ҡөҙрәтендә барлығым булыусы Алла­һы Тәғәлә менән ант итәм, бер көн яныма Ябраил ғәләйһис-сәләм килеп: «Йә Мөхәммәт! Кем был тәртип менән уҡылған һыуҙы 7 көн дауамында эсһә, унан бөтөн ауырыуҙары китер», – тигән ине», – тине Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.

Хәҙрәти Ғәлиҙән риүәйәт ителә: «Фатиха» сүрәһе – Китап әсәһе, Ҡөрьәндең башы, терәге. Был сүрәнең эсендә Йәнәби-Хаҡтың 5 бөйөк исеме бар. «Әлхәм» сүрәһенең бөйөк­лөгө һәм оло дәрәжәһе шул 5 исем менән бәйлелер. Мин Исми-Әғзәм был сүрә эсендә икәнлекте бик яҡшы беләм. Намаҙҙың ошо сүрә менән тамамланыуы, уның Ҡөрьәндең һәм һәр нәмәнең асҡысы булыуы ла шуның менән бәйлелер. Был 5 исем эсендә булған Исми-Әғзәм хөрмәтенә Йәнә­би-Хаҡ әлеге сүрә менән уҡылған доғаны кире ҡаҡмаҫ.

Берәү бер юлы 4 мәртәбә «Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғәләмин» тиһә, янына Аллаһы Тәғәлә тарафынан вәкил булған бер фәрештә килеп: «Эй, фәлән! Раббың теләгеңде көтә­лер. Нәмә һораһаң да, Аллаһы Тәғәлә уны шунда уҡ үтәр», – ти. (Хәҙрәти Ғәйшә риүәйәт ҡылған).

Берәй оло талап, маҡсатҡа ирешеүҙе теләүсе кеше һәр ваҡыт «Әлхәм» сүрәһен уҡыһын да, уҡыған һайын теләген белгертеп, асыҡлап «Амин» тип әйтергә тейеш булыр.

Дауамлы хәлдә «Әлхәм» сүрәһен һәр фарыз намаҙҙан һуң 7-шәр мәртә­бә уҡыу моратҡа ирешергә сара булыр.

Был сүрәне Бәдер һуғышында ҡатнашҡан сәхәбәләр һанынса, йәғни 313 мәртәбә уҡыу шулай уҡ барса теләк-маҡсаттарға ирешергә сәбәп булыр.

Был сүрәне сәхәр ваҡытында бер юлы 40-ар мәртәбә уҡыу ҙа шул уҡ һөҙөмтәгә килтерер.

Ризыҡ киңлеге өсөн, эштәрҙә уңышҡа ирешеү өсөн «Әлхәм» сүрәһе дауамлы хәлдә иртәнге намаҙҙан һуң 30, өйләнән һуң 25, икенденән һуң 20, аҡшамдан һуң 15, йәстүҙән һуң 10 мәртәбә уҡылыр.

Ризыҡ киңлеге өсөн «Әлхәм» сүрәһен һәр фарыз намаҙҙан һуң 10 мәртәбә уҡыу кәрәк.

Дин, донъя-әхирәт менән бәйле ихтыяждар үтәлһен өсөн, асыҡ һәм йәшерен дошмандарҙы еңеү өсөн һәр мосолман айының беренсе көнөндә «Әлхәм» сүрәһен 100 мәртәбә уҡырға кәрәк.

Күңел күҙе асылһын өсөн, һәр көн «Әлхәм» сүрәһен 92 мәртәбә уҡып, ҡиммәтле бер доғаны һәм «Фатиха-и-шәрифә» доғаһын уҡырға.

Һәр төрлө ниғмәт, бәхет-сәғәҙәт, байлыҡ, мөлкәт, уңыштарға ирешеү өсөн, һәр көндө иртәнге намаҙҙан һуң 101 мәртәбә «Фатиха»ны уҡып, унан һуң «Йә Кәфи, Йә Ғәний, Йә Фәттах, Йә Раззаҡ» тип 3-әр мәртәбә әйтергә, теләк теләргә кәрәк.
Берәй төрлө ҙур ихтыяж, мөһим бер теләк булғанда, кеше аҡшам намаҙынан һуң, урынынан тормайса, 40 мәртәбә «Фатиха-и шәрифә»нең доғаһын уҡыр ҙа кәрәк нәмәһен һорар. Был тәртиптә Аллаһҡа ялбарыуҙы 3 йәки 15 көн буйына дауам итергә була.

Дүрт нәмә Аллаһ Тәғәләнең ғәреше аҫтында булған хазинанан ингән, уларҙан тыш башҡа бер нәмә лә инмәгәндер. Был дүрт нәмә – «Әлхәм» сүрәһе, «Аятел-Көрси», «Әл-Бәҡара» сүрәһенең һуңғы ике аяты һәм «Кәүҫәр» сүрәһе.

Әгәр «Әлхәм» һәм «Ихлас»ты уҡыһаң, үлемдән башҡа һәр нәмәнән имен булырһың.

Кем дә булһа Ҡөрьәнде асып ебә­реүсе «Әлхәм»де уҡыһа, Тәүрат, Ин­жил, Зәбүр, Ҡөрьәндең үҙен уҡып сыҡҡан шикелле булыр. Аяттары һа­йын Аллаһ Тәғәләгә ер тултырып (йәғни ерҙең ауырлығында) алтын менән саҙаҡа таратҡан шикелле булыр, уның кәүҙәһен Аллаһ Тәғәлә утҡа ха­рам итер, пәйғәмбәрҙәрҙән һуң йән­нәткә кереүселәр араһында унан да хөрмәтлерәк, байыраҡ бер кем дә бул­маҫ (хәҙрәти Ғәлиҙән тапшырылған).

Шатлыҡ булһын! Ул шатлыҡ оло­лоғо менән ун нәмәнән файҙа булыр. «Әлхәм» Раббының асыуын баҫыр, «Йасин» Ҡиәмәт көнөндә һыуһауҙы баҫыр, «Әд-Духан» сүрәһе Ҡиәмәттең ҡурҡыныстарын баҫыр, «Әл-Ваҡиға» сүрәһе аслыҡ-мохтажлыҡты баҫыр. «Тәбарәк» сүрәһе ҡәбер ғазабынан һаҡлар. «Әл-Кәүҫәр» сүрәһе бәйлә­неүселәрҙән ҡурсалар. «Әл-Кәфирун» сүрәһе әжәл килгәндә көфөрлөккә батып вафат булыуҙан, «Ихлас» сүрәһе ике йөҙлөлөктән һаҡ­лар. «Әл-Фәләҡ» сүрәһе көн­сөл­дәрҙең көн­сөллөгөн баҫыр. «Ән-Нәс» сүрәһе вәсвәсәне бөтөрөр. Ин шә Аллаһ.


(«Һәфтиәк шәриф тәфсире» китабынан тәржемәләнде.)
Фәнирә ҒАЙСИНА.

Читайте нас: