+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
31 Май 2021, 14:18

Күрше хаҡы

Кешегә туғандарынан һуң иң яҡындары булып күршеләре тора. Ислам динендә быға ҙур урын бирелә. Үҙенең ғаиләһенән һуң, мосолман уларҙы ла ҡайғыртырға, хоҡуҡтарын һаҡларға бурыслы. Күршеләр тип, яҡын-тирәлә йәшәгән, беҙгә көн дә тиерлек иртә-кистәрен осрап торған кешеләрҙе әйтәбеҙ. Ниндәй диндә булыуҙарына ҡарамаҫтан, беҙ, мосолмандар, уларға күркәм холоҡ, юғары әҙәп-әхлаҡ менән һәр яҡлап та матур үрнәк булып йәшәргә тейешбеҙ.

Күршеләр менән яҡшы мөнәсәбәттә булырға, матур мөғәмәлә итергә, уларға хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам күрһәтергә, игелекле булырға, изгелек ҡылырға кәрәклеге хаҡында Ҡөрьән аяттарында ла, хәҙистәрҙә лә әйтелгән. «Ән-Нисә» («Ҡатындар») сүрәһенең 36-сы аятында: «Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ, Уға һис бер нәмәне тиңдәш тотмағыҙ: ә ата-әсәләргә, яҡындарға, етемдәргә, ярлыларға, туғанлыҡ менән яҡын күршегә, күршелә булған дуҫыңа, юлсыға, уң ҡулдарығыҙ хужа булған хеҙмәтселәрегеҙгә – изгелек ҡылыу! Ысынлап та, Аллаһ тәкәбберҙәрҙе, маҡтансыҡтарҙы яратмай», – тиелгән.
Шуға ла өй һатып алғанда йә йорт төҙөр өсөн урын һайлағанда күршебеҙҙең кем һәм ниндәй булыуына иғтибар итеү кәрәк. Сөнки күршең яман икән, күңелең тыныс булмаясаҡ. Күрше лә, яуызлығың тейеп ҡуйыр тип, һинән ҡурҡып йәшәргә тейеш түгел. Әгәр ҙә кемдер күршеһенә золомлоҡ ҡыла икән, бының өсөн Яуап көнөндә мотлаҡ язаһын күрәсәк. Шуға ла: «Күршеһе уның уҫаллығынан имен булмаған кеше йәннәткә кермәҫ!» – тиелгән хәҙистә.
Мосолман үҙенең тамағы туҡ булһа, күршеһенең дә асмы-туҡмы икәне менән ҡыҙыҡһынырға тейеш. Сөнки, хәҙистәрҙән билдәле булыуынса, Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһис-сәләм: «Күршеһендә ас булғанда үҙе туҡ хәлендә ятып йоҡлаған иманлы булмаҫ», – тигән (Тирмизи хәҙистәр китабынан). Йәки, күршең төндө ас уҙғарғанда, һин был хаҡта белә тороп та, бер ни эшләмәһәң, иманы камил мосолман һаналмайһың.
Ғабдулла ибне Ғүмәр: «Мин Аллаһ илсеһенең: «Ябраил ғәләйһис-сәләм миңә, күршең менән яҡшы мөнәсәбәттә бул, тигән өгөт-нәсихәттәрен биреүҙе туҡтатманы. Мин уны хәҙер күршене мираҫ алыусылар исемлегенә керетер, тип тә уйлай инем», – тип әйткәнен ишеттем», – тигән (Бохари, Сәхих Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан).
Бер сәхәбә пәйғәмбәребеҙҙән: «Эй, Аллаһтың рәсүле! Үҙеңдең яҡшымы икәнеңде нисек белергә?» – тип һораған. Быға Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһис-сәләм: «Күршеләреңдән һора, әгәр улар, яҡшы, тип әйтһә, тимәк, һин яҡшыһың, ә әгәр ҙә улар һине, насар, тип әйтһә, тимәк, һин насар кеше», – тигән (Сәхих Мөслим китабынан).

Фәнирә Ғайсина.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2021) һанында уҡығыҙ.

Читайте нас: