+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
29 Апрель 2021, 13:15

Һәр кемгә кәрәкле доғалар, зекерҙәр

Ҡыйын саҡта, нимәлер һорап, Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт итәбеҙ. Ҡайһы берҙәребеҙ, киреһенсә, Раббыбыҙҙы онотоп, тормош, яҙмыш шулай насар, ауыр икән, тип зарлана, ә Аллаһтан һорамай, йәки нимә тип һорарға, ниндәй сүрәне, аятты уҡырға, ниндәй һүҙҙәр менән өндәшергә белмәй.

«Әл-Маидә» («Аш табыны») сүрә­һенең 23-cө аятында: «...Әгәр Һеҙ иман килтергән булһағыҙ, Аллаһҡа тәүәк­кәлләгеҙ!» – тип әйтелгән. «Әл-Әғраф» («Кәртәләр») сүрәһенең 55-cе аятында: «Раббығыҙға түбәнселек менән һәм йәшерен рәүештә доға ҡылығыҙ. Ысынлап та, Ул сиктән уҙғандарҙы яратмай!» – тиелгән. Шул уҡ сүрәнең 56-cе аятында: «Уға ҡурҡыу һәм өмөт менән доға ҡылығыҙ!...» – тип ҡушылған.
Ҡөрьәндән һәм хәҙистәрҙән билдәле булыуынса, мосолмандарға ҡасан һәм ҡайһы ваҡыттарҙа ниндәй сүрәне, аятты уҡырға, нимәләр әйтеп, зекер ҡылырға кәрәклеге аңлатылған. Әлбиттә, Яуап көнөндә мизанда иң оло зекер булып: «Лә иләәһә илләллааһ Мүхәммәд рәсүлуллааһ» (тәржемәһе: «Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, Мөхәммәт Уның рәсүле») тигән шәһәҙәт тора. Ул беҙгә Сират күперенән сығырға ярҙам итәсәк. Икенсе ҙур зекер: «Сүб­ханаллаһи үә бихәмдиһи, сүбха­наллаһил ғәҙыйм» (тәржемәһе: «Аллаһ барлыҡ кәмселектәрҙән пак һәм барса маҡтауҙар Уға!»). Был зекерҙәрҙе аҙым һайын ҡабатлап йөрөргә тырышыр кәрәк, сөнки улар өсөн олуғ сауаптар яҙыласаҡ.
Йонос пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмде диңгеҙҙә ҙур балыҡ йотҡас, ул уның эсендә ҡырҡ көн буйы: «...Ләә иләәһә илләә әнтә сүбхәәнәкә иннии күнтү минәҙ-ҙаалимиин», – тип ҡабатлаған. (Тәржемәһе: «Һинән башҡа илаһ юҡ, дан Һиңә, ысынлап та, мин залимдарҙан булдым!» («Әнбиәә» сүрәһе, 21:87). Раббыбыҙ, Йонос пәйғәмбәрҙең был доғаһын ҡабул ҡылып, уны балыҡ эсенән ҡотҡарған. Шуға ла, кем төрлө ауыр хәлгә тарыған, йәки һуғышта йөрөй, йә кемдең балаһы юҡ, был аятты ихлас уҡып ялбарһа, Аллаһ Тәғәлә ул кешенең доғаһын ҡабул ҡыласаҡ, уға еңеллек ҡапҡаларын асасаҡ һәм барлыҡ ауырлыҡтан ҡотҡарасаҡ.

Фәнирә Ғайсина.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2021) һанында уҡығыҙ.

Читайте нас: