-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
29 Март 2021, 10:48

Ураҙаның файҙаһы

Динебеҙҙә булған фарыз, йәғни мотлаҡ үтәлергә тейешле ғәмәлдәрҙең береһе булып бәлиғ булған мосолмандарға рамаҙан айында ураҙа тотоу һанала. Ураҙа – ул таңдан алып ҡояш байығансыға хәтлем ашамай, эсмәй, яҡынлыҡ ҡылмай һәм артыҡ һүҙҙәр һөйләмәй, гонаһлы эштәрҙән үҙ-үҙеңде тыйып тороу. Рамаҙан айы еткәс, таҙа-һау була тороп та, һис сәбәпһеҙ ураҙа тотмау ҙур гонаһ иҫәпләнә.

Ҡөрьәндә «Әл-Бәҡара» («Һыйыр») сүрәһенең 183–184-cе аяттарында былай тиелгән: 183. «Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Һеҙгә ҡәҙәр йәшәгән кешеләргә бойоролған кеүек, һеҙгә лә ураҙа тоторға фарыз ителә – моғайын, һеҙ Алланан ҡурҡыусы булырһығыҙ!
  1. Һаналған көндәрҙә; әгәр һеҙҙән берәү сирле булһа йәки сәфәрҙә булһа, ул ваҡыт ошо көндәрҙең һанынса башҡа көндәрҙә ураҙа тотор. Ә инде көсө еткән кешеләргә – фәҡир-фоҡараны ашатыу менән фидийә түләргә. Берәү изгелекте үҙ ирке менән эшләһә, был уның өсөн хәйерле. Һеҙҙең ураҙа тотоуығыҙ үҙегеҙ өсөн хәйерле, әгәр белһәгеҙ!»
  2. Бынан тыш, мосолмандар үҙ теләктәре буйынса башҡа ваҡытта ла нәфел ураҙаһы тота ала. Мәҫәлән, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһис-сәләм һәр аҙнаның дүшәмбе, кесаҙна көндәрендә һәм һәр ай уртаһында өсәр көн ураҙа тотҡан.
    Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһының һаулығына нимә файҙалы, нимә яҡшылыҡ килтерә, бары тик шуны тоторға ҡушҡан, кәңәш иткән. Хәҙерге заманда ураҙаның кеше организмы өсөн ни тиклем файҙалы, кәрәкле икәнен төрлө ғалимдар күптән иҫбатлаған. Мәҫәлән, күҙәнәктәр биологияһын өйрәнгән Есинори Осуми исемле япон ғалимы асығыуҙың кеше организмына нисек яҡшы тәьҫир итеүен иҫбатлап, Нобель премияһына лайыҡ булды. Ас тороуҙың файҙаһы хаҡында белергә теләүселәр хәҙер интернет селтәрендә башҡа ғалимдарҙың да бихисап яҙмаһын таба ала.
    Ураҙа тотҡанда күп ағзаларыбыҙ ял итә, йәшәрә, ауырыуҙарҙан ҡотола. Хатта табиптар ҙа ҡайһы бер сирлеләргә асығып дауаланырға тәҡдим итә. Сөнки фәҡәт ураҙа тотҡанда ғына күҙәнәктәр тулыһынса таҙарына, яңыра, эсәк, ашҡаҙан, мейе һәм башҡа тән өлөштәребеҙ һауыға. Ашҡаҙан тулы булғанда башҡа ҡан насар йөрөй, шуға ла кешенең йоҡоһо, ялҡауы килә, ә ураҙа ваҡытында мейе ҡан менән яҡшы тәьмин ителә.
    Шулай уҡ тәмәке тартыу кеүек насар ғәҙәте булған кешеләр ураҙа тотҡанда был яман теләктән еңел ҡотола алғандары хаҡында һөйләй. Шулай итеп, ураҙа ваҡытында тәнебеҙгә генә түгел, йәнебеҙгә лә файҙа була. Кеше үҙ нәфсеһен, ихтыяр көсөн тоторға өйрәнә, уны тәрбиәләй, гонаһтан, тыйылғандарҙан, харамдан йыраҡ булырға тырыша.
    Ураҙа – кешене яуаплылыҡҡа, түҙемлеккә, сабырлыҡҡа, ихласлыҡҡа өйрәткән ғибәҙәт. Кеше холҡондағы кәмселектәрҙән ҡотолорға, төрлө гонаһтарҙан һаҡланырға өйрәнә. Сөнки ураҙа тотҡанда беҙ тел менән дә, күҙҙәр менән дә ураҙала булабыҙ, йәғни артыҡ һүҙ һөйләмәҫкә тырышабыҙ һәм харам әйберҙәргә ҡарап күҙ зинаһы ҡылмайбыҙ. Был айҙа ас тороп, мохтаж кешеләрҙең хәлен аңларға, уларға рәхимле, миһырбанлы, йомарт булырға һәм, үҙебеҙгә ни тиклем ниғмәт, киң ризыҡ, бәрәкәт бирелгәнен аңлап, Аллаһҡа шөкөр итергә өйрәнәбеҙ.
    Рамаҙан айы – ул рухи дауахана кеүек. Был айҙа үҙебеҙҙең рухыбыҙҙы, күңелебеҙҙе таҙартып, уларҙы тәрбиәләргә, тәртиптә тоторға ғәҙәтләнәбеҙ. Аҙаҡ, башҡа айҙарҙа ла, шулай йәнебеҙҙе пак килеш һаҡларға, иманыбыҙҙы юғары кимәлдә тоторға, Аллаһ ризалығына өлгәшер өсөн ынтылырға кәрәк.
    «Астың хәлен туҡ белмәй» тип әйтелә халыҡ мәҡәлендә. Мосолман ураҙа тотҡан саҡта ғына күп нимәне аңлай башлай, мәҫәлән, ризыҡты, һыуҙы исраф итмәҫкә кәрәклеген. Ҡайһы бер дин белгестәре фекеренсә, туйғансы күп ашау ҙа, Раббыбыҙҙың исемен телгә алмайынса, шөкөр итмәйенсә туҡланыу ҙа исраф һанала.
    Шулай ихлас ураҙа тотҡанда күңелдәрҙәге эрелек, мин-минлек юҡҡа сыға. Кеше иғтибарлы булырға, һаулығының, Аллаһ Тәғәлә биргән ниғмәттәрҙең ҡәҙерен белергә өйрәнә, иманын нығыта һәм Раббыбыҙға яҡыная.
    Тотҡан ураҙаларыбыҙ өсөн Аллаһ Тәғәлә күп сауаптар яҙа, беҙ ул сауаптарҙың әжерен әхирәттә мотлаҡ күрәсәкбеҙ. «Әз-Зумар» («Төркөмдәр») сүрәһенең 10-сы аятында: «Эй, минең иман килтергән ҡолдарым! Раббығыҙҙан ҡурҡығыҙ, был донъяла яҡшылыҡ ҡылған кешеләргә – яҡшылыҡ, ә Аллаһтың ере иркен. Ысынлап та, сабырҙарға иҫәпһеҙ-хисапһыҙ әжерҙәре тулайым бирелер!» – тип әйт», – тиелгән. Ураҙа тотоусыларға бөйөк әжер биреләсәге хаҡында «Әл-Әзхәб» («Фирҡәләр») сүрәһенең 35-cе аятында ла вәғәҙә ителгән.
    Тотҡан ураҙаларыбыҙ беҙгә тамуҡ утынан ҡалҡан буласаҡ. Был донъяла күп ураҙа тотоусылар әхирәттә йәннәттең «Раййан» ҡапҡаһынан инәсәк.
    Башҡа ваҡыттағына ҡарағанда рамаҙан айында ҡылған ғибәҙәттәр өсөн сауаптар күберәк яҙыла. Шулай уҡ был – гонаһтарҙы ғәфү итә торған ай. Ерҙе таҙартҡан ямғыр кеүек, ул мосолмандарҙың барлыҡ гонаһтарын йыуа.
    Ураҙаны тотҡанда беҙҙең ниәтебеҙ дөрөҫ булырға тейеш, уны, ябығыр өсөн түгел, ә фәҡәт Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн генә тотам, тип ниәтләргә кәрәк. Тотҡан һәм тотасаҡ ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын, амин!

    Фәнирә Ғайсина.

    Читайте нас: