+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
27 Ноябрь 2020, 15:39

Иң ҙур гонаһ – сихыр

Ер йөҙөндә ниндәй генә бысраҡ гонаһтар ҡылынмай, шуларҙың береһе – сихыр. Ҡайҙан килә һуң ул әшәкелек? Сөләймән пәйғәмбәр батша булған заманда, Бабил иленә кешеләрҙе һынау өсөн Һарут менән Марут исемле ике фәрештә ебәрелә. Был хаҡта Ҡөрьәндең «Әл-Бәҡара» сүрәһендә: «Һәм улар Сөләймән батшалығында шайтандар уҡыған нәмәгә эйәрҙеләр. Сөләймән көфөрҙәрҙән түгел ине, ә Бабилдә Һарут менән Марут тип аталған ике фәрештә, төшөрөлгән нәмәне һәм сихырҙы кешеләргә өйрәтеп, шайтандар иманһыҙ булды. Әммә был икәү: «Беҙ – фетнә, һынау ғына, иманһыҙ була күрмә!» – тип алдан әйтмәйенсә тороп, бер кемде лә өйрәтмәне. Улар шул ике фәрештәнән ирҙе һәм ҡатынды нисек айырырға икәнлеген өйрәнделәр. Әммә улар Алланың рөхсәтенән башҡа бының менән бер кемгә лә зарар килтермәнеләр. Улар, үҙҙәренә зыян килтереп, файҙа бирмәй торған нимәгә өйрәнделәр, һәм улар быны һатып алған кешенең киләсәк тормошта өлөшө булмауын беләләр ине. Үҙ йәндәре бәрәбәренә һатып алған нимәләре насар булды. Әгәр улар быны белһә ине!» (2:102).

Ерҙәге барлыҡ милләттәр ҙә, төрлө дин әһелдәре лә бер-береңә зыян, боҙоҡлоҡ ҡылырға ярамай, ул яман ғәмәл икәнен белһә лә, донъяла сихыр тигән нимә таралған. Кешеләр үҙҙәренең наҙанлығы арҡаһында сихырсыларға йөрөй, уларҙың һүҙҙәренә ышана. Үкенескә ҡаршы, айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар, бер-беренә көнләшеп, таныштарына сихыр эшләтә: ғаиләләрҙе айырта, төрлө ауырыуға дусар итә. Ә кем дә кем был ҡурҡыныс эш менән була, йәғни сихырлай йә кемделер сихырлата икән – ул иң ҙур гонаһтарҙың береһен ҡыла. Ул Аллаһтан баш тарта, йәғни иманынан яҙып, көфөр була һәм ике донъяла ла бәхетһеҙ ҡала. «Та һа» (20) сүрәһенең 69-cы аятының һуңында: «...әммә сихырсы ҡайҙа ғына килһә лә бәхетле булмаҫ», – тиелгән.
Белеүебеҙсә, кем был донъянан көфөр булып китә, ул кеше мәңге тамуҡ утында янасаҡ. Шуға ла, кемдәр бындай гонаһ ҡылған, тәүбә итеп өлгөрөү кәрәк! Аллаһтан ғәфү һорарға ашығығыҙ, бәлки, был донъяла һуңғы минуттарығыҙҙы йәшәп ятаһығыҙҙыр. Яҙмыш юлы ҡасан өҙөлөрөн бер кем дә белмәй.
Дин тарихынан билдәле булыуынса, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу-ғәләйһис-сәләмде лә сихырлаған булғандар. Хәҙистәрҙә әйтелеүенсә: «Сихырға яза – ҡылыс менән һуғыу». Кемдәр сихырсыларға, күрәҙәселәргә бара, уларға ышана икән, уларҙың 40 көн намаҙы, доғалары ҡабул булмаҫ, тиелгән хәҙистәрҙә.
Үҙеңдә боҙом эше бармы-юҡмы икәнен нисек белергә була? Сихырланыуҙы үҙҙәре кисергән кешеләр был хәлде: хәл булманы, туҡтауһыҙ йоҡо килде, ҡулға һис эш барманы, йәшәге килмәне, кәүҙәм ауырайҙы, үҙемде саҡ һөйрәтеп йөрөнөм, тип аңлата. Шулай уҡ, өйҙәрендә төрлө төҫтәге сырмалып, күп тапҡыр төйнәлгән ептәр, төрлө сүп-сар, энәләр тапҡандар.
Сихырҙан һаҡланыу, ҡотолоу өсөн мосолмандар фәҡәт Аллаһ Тәғәләнән ярҙам һорап, Ҡөрьән уҡырға, хәҙистәрҙә килтерелгән доғаларҙы ҡылырға тейеш. Был осраҡта: «Әл-Фатиха» (1), «Әл-Ихлас» (112), «Әл-Фәләҡ» (113), «Ән-Нәс» (114) сүрәләрен, шулай уҡ «Аятел-Көрси» (2:255) аятын, «Әл-Әнбиә» (21) сүрәһенең 87-се аятының һуңғы өлөшөн уҡырға кәңәш ителә. Әгәр ҙә үҙҙәре уҡый алмаһа, динде яҡшы белгән кешеләрҙән доғалар ярҙамында өшкөрөлөргә хаҡтары бар.
Шулай уҡ зәм-зәм һыуы, ҡара тмин, бал менән дауаланыуҙы өҫтәргә мөмкин. Раббыбыҙ сәбәбен ҡылған кешегә шифаһын бирә: «Һәм Беҙ Ҡөрьәндән иман килтергән кешеләргә шифа һәм рәхмәт булған нимәне индерәбеҙ...» тиелгән «Әл-Исра (Төндә күсереү)» сүрәһенең 82-cе аятында.
Аллаһ Тәғәләбеҙ бер кемде лә тура юлдан айырмаһын, яңылыштырмаһын, аҙаштырмаһын, төрлө гонаһтарҙан һаҡлаһын һәм һаулыҡ бирһен! Амин!

Фәнирә Ғайсина.

Читайте нас: