Әүлиәләрҙең береһе: «Бер кем «Әт-Тин» сүрәһен баштан ахырына ҡәҙәр яҙып, юлға сыҡҡанда үҙе менән алһа йәки юлда әлеге сүрәне эстән уҡып йөрөһә, өйөнә ҡайтҡансы именлектә булыр», – тигән. Берәү был сүрәне аҡ төҫлө һауыт эсенә яҙып, шуға ямғыр һыуы тултырып, һауытты сайҡап, әлеге һыуҙы баҡсаһына, ҡырҙарына, игененә, еләк-емештәренә, йәшелсәләренә һипһә, уңышы, бәрәкәте артыр, баҡса-ҡырҙары төрлө афәттәрҙән һаҡланған булыр. Һәр көн был сүрәне 7-шәр мәртәбә уҡығандар насар әхлаҡтан ҡотолор. Берәү «Әт-Тин» сүрәһен бер юлы 70 мәртәбә уҡыһа, ололар ҡаршыһында һүҙе үтер, башҡаларҙың күҙҙәренә хөрмәт эйәһе булып күренер. Сүрә Рамаҙан айында Ҡәҙер кисе индерелеүе тураһында. Рәсүлуллаһ ғәләйһис-сәләм: «Аллаһ Тәғәлә минең өммәтемә быға ҡәҙәр бер кемгә бирмәгән Ҡәҙер кисен бүләк итте», – тигән. Ҡәҙер кисе Рамаҙан айының 27-се йә 29-сы кисендә булыуы мөмкин. Ул кистә Ер йөҙөндә фәрештәләрҙең һаны ҡом бөртөгөнән дә күберәк булыр. Кем дә кем Рамаҙан айында аҡшам һәм йәстү намаҙҙарын йәмәғәт менән үткәрһә, Ҡәҙер кисенең мул фазылына, кәсеп итеү бәхетенә ирешер. Ҡәҙер кисендә Ябраил фәрештә ғәләйһис-сәләм башҡа фәрештәләр менән Ергә төшә. Ул фәрештәләр баҫып, ултырып тороусы, зекерҙә булыусы һәр төрлө бәндәгә доға-истиғфарҙа булыр. Ғәйет көнө еткәс, Ул улар менән ғорурланыр һәм Аллаһы Тәғәлә һорар: «Йә фәрештәләрем! Килешкән хаҡ дин ғәмәлен үтәгән бәндәнең ахыры ниндәй булыр?» Фәрештәләр: «Йә Раббыбыҙ! Ул эштең нәтижәһе әжерен, хаҡын тулыһынса алырға тейештер!» Аллаһ Тәғәлә әйтер: «И фәрештәләрем! Ҡолдарымдың ирҙәре лә, ҡатындары ла өҫтәренә йөкләгән фарыздарын үтәне, шунан һуң үҙемә доға менән ялбарҙы, Мин көс-ҡеүәтем, хөрмәтем, бөйөклөгөм, дәрәжәләремдең юғарылығы менән ант итәм, уларға яуап бирермен!» Шунан һуң Ул: «Йә бәндәләр! Барығыҙ, өйҙәрегеҙгә ҡайтығыҙ! Мин һеҙҙе кисерҙем һәм насарлыҡтарығыҙҙы яҡшылыҡтар менән алыштырҙым!» – тип әйтер. Һәм бәндәләр кисерелгән хәлдә өйҙәренә ҡайтырҙар (хәҙрәти Әнәс риүәйәтенән). Кем дә булһа «Иннә әңзәлнәһү фи ләйләтил-ҡәҙер»ҙе уҡыһа, ул Ҡөрьәндең дүрттән бер өлөшөн уҡыған шикелле булыр. Әүлиәләрҙең береһе ул әҙәмгә былай тигән:
– Эсендә Исми-Әғзәм булған доға өйрәтәйемме?
– «Әлхәм», «Аятел-Көрси», «Әл-Ҡәҙер» сүрәһе. Был сүрәләрҙе бер ҡат уҡығыҙ, һуңында ҡиблаға табан ҡарағыҙ. Ниндәй (рөхсәт ителгән) теләгегеҙ булмаһын, шик-шөбһәһеҙ, Аллаһ Тәғәлә доғағыҙҙы ҡабул итер.
Кем дә кем «Әл-Ҡәҙер» сүрәһен бер ҡағыҙға яҙып, шул ҡағыҙҙы саф һыу менән тулы һауытҡа һалып, сайҡап, һыуын даими эсеп торһа, Аллаһ Тәғәлә ул бәндәнең ҡәлеб күҙен асыр. Фәҡирлектә интеккән бәндә һәр көн әлеге сүрәне күпләп уҡыһын. Һыулы һауыт өҫтөнә был сүрәне 36 мәртәбә уҡып, шул һыуҙы яңы кейемгә һибергә кәрәк. Быны кейгән дәүерҙә ғүмерен муллыҡта үткәрер, иншаллаһ. «Әл-Ҡәҙер» сүрәһен уҡыусы кешенең мәшәҡәтле эштәре бөтөр, әлегә ҡәҙәр уңышһыҙ булғандары яйға һалыныр. Йәкшәмбенән дүшәмбегә кергәнсе «Әл-Ҡәҙер» сүрәһен бер юлы 500 мәртәбә уҡыусы Рәсүлуллаһ саллаллаһу ғәләйһис сәлләмде төшөндә күрер. (Был сүрәне «Ләм йәкүн» тип тә йөрөтәләр)
Был сүрә ингәс, Ябраил фәрештә Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә: «Аллаһы Тәғәлә һиңә был сүрәне Үбәйй ибне Ҡәғбкә уҡырға әмер итә», – тип, Аллаһ Тәғәләнең әмерен тапшыра. Пәйғәмбәребеҙ Үбәййгә был сүрәне уҡый. Үбәйй ибне Ҡәғб: «Йә Рәсүлуллаһ! Аллаһ Тәғәлә минең өсөн сүрә уҡырға һиңә Үҙе ҡуштымы?» – тип ғәжәпһенә. Рәсүлуллаһтың «эйе» тигәнен ишетеп, Үбәйй илай башлаған. (Ғәмер ибне Сәбит әл-Әнсари риүәйәте). Аллаһ Тәғәлә был сүрәне уҡыған кешене ишетеп: «Йә бәндәм! Шатланһаңсы! Ғиззәтем, бөйөклөгөм менән ант итәм: һине Мин был донъяла ла, әхирәттә лә онотмаясаҡмын. Мин һине үҙ ризалығың менән йәннәттә теләгән урыныңа урынлаштырырмын! – тиер (Мәтар әл-Мүзни риүәйәте). «Әгәр кешеләр «Ләм йәкүн» сүрәһенең серҙәрен белһә, бөтөн ғаилә әһелдәрен, малдарын ташлап, уның эсендәге илаһи хикмәттәрҙе өйрәнер ине», – тигән Рәсүл Әкрам саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм. Хузаға ҡәбиләһенән берәү: «Йә Рәсүлуллаһ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм! Ул сүрәне уҡыусы кешегә ниндәй әжер бирелер икән?» – тип һораған. Рәсүл Әкрам саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм: «Был сүрәне монафиҡ бер ҡасан да уҡый алмаҫ. Ҡәлбендә Аллаһ Тәғәлә хаҡында берәй шик-шөбһәһе булған кеше лә был сүрәне һис ҡасан уҡымаҫ. Аллаһ Тәғәлә менән ант итәм, Ер менән Күктәр яратылған замандан бирле мукаррабин, йәғни яҡын булған фәрештәләр ул сүрәне уҡый торған. Берәй бәндә был сүрәне уҡыһа, Аллаһ Тәғәлә уның янына динен, донъяһын һаҡлаусы, уның өсөн ярлыҡау һораусы фәрештәләрҙе ебәрер». Был сүрәне даими уҡыусы кеше камиллыҡ дәрәжәһенә ирешер. «Әл-Бәййинә» сүрәһен һәр көн уҡыусы кеше динен һәм донъяһын именлектә һаҡлар, Аллаһ Тәғәлә ярҙамы менән дошман яуызлығынан ҡотолор.