+13 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
10 Ноябрь 2020, 13:47

«Ән-Нәбә» һәм «Әд-Духа» сүрәләренең хикмәттәре

«Ән-Нәбә» сүрәһе шифалары *Аллаһы Тәғәлә Рәсүле саллаллаһу ғәләйһи үә сәләм әйткән: «Ән-Нәбә» сүрәһен өйрәнегеҙ! «Каф», «Нәджм», «Буруж» һәм «Тәреҡ» сүрәләрен дә ятлап алығыҙ! Әгәр һеҙ шул сүрәләрҙең эсендә булған илаһи серҙәрҙе белһәгеҙ, бөтөн эштәрегеҙҙе ташлап булһа ла, әлеге сүрәләрҙе өйрәнер инегеҙ. Аллаһ Тәғәлә ундай кешеләрҙе ширҡтан башҡа, ҡалған гонаһтарын ғәфү итер».*Ҡояш тыуғанда «Нәбә» сүрәһен уҡыусы кеше көнө буйына бөтөн һәләкәттәрҙән, бәхетһеҙлектәрҙән имен булыр. Шул иртәнге сәғәттә был сүрәне уҡыусы кешегә 70000 фәрештә истиғфар өҫтәп торор.

*Йоҡлай алмайынса интеккән кеше был сүрәнең 9-сы аятын ҡат-ҡат уҡыһын, файҙаһын табыр.
*Берәй әйберҙе аманатҡа биргәндә, уға хыянат ҡылмаһындар тип, ул әйбер өҫтөнә «Нәбә» сүрәһен уҡыр кәрәк. Уҡығанда ниәттә «аманатҡа биреп торған әйберемә хыянат ҡылмаһалар ине, үҙемә сәләмәт килеш кире ҡайтып инһә икән» тип әйтергә кәрәк.
*Һәр төрлө ауырлыҡтарҙан ҡотолоу өсөн был сүрәне күп-күп мәртәбә уҡыу тәҡдим ителер.
*«Нәбә» сүрәһен икенде намаҙынан һуң уҡыу ҡәбер ғазабынан ҡотҡарыр, барлыҡ бәләләрҙән именлектә ҡалдырыр.
«Әд-Духа» сүрәһе хикмәттәре
*Был сүрәнең ҡайһы бер серҙәре бар. Кем дә булһа әлеге сүрәне ҡояш сыҡҡан йә батҡан ваҡытта етешәр мәртәбә уҡыһа, өйөнән бер нәмәһе лә юҡҡа сыҡмаҫ, өйөнә ваба (холера), чума, тағун ауырыуҙары инмәҫ. Ен-пәрейҙәр өсөн ундай өй тимер ҡойма менән уратып алынған шикелле күренер.
*Имам Ғазали әйткәнсә, тәбиғиндәрҙең йәмәғәте берәй нәмәгә мохтаж булһа, «Әд-Духа» сүрәһен уҡыған һәм теләктәре үтәлгән.
*Юғалған кеше исемен әйтеп был сүрә уҡылһа, ул сығып киткән урынына тиҙ арала әйләнеп ҡайтыр. Уҡығанда ниәттә: «Был сүрәне Үҙ ризалығыңды өмөт итеп уҡыйым, йә Раббым! Юғалып, хәбәре булмаған (фәлән улы, ҡыҙы) бәндәң сығып киткән урынына һау-сәләмәт булып, ошо сүрәнең хөрмәтенә кире ҡайтһа ине...» тип әйтеү кәрәк.
*Юғалған әйберҙе табыр өсөн дә (үрҙә яҙылғанса)шулай эшләү фарыз.
*Имам Ғазали хәбәр иткәнсә, тәбиғиндәрҙән һуң булған халыҡ берәр әйберен юғалтҡан, юҡһынған булһа, был сүрәне уҡып, хәйерле нәтижәгә ирешкән.
*Зәйнитдин әл-Бәҡри риүәйәт иткән: «Кем 40 көн дауамында 40-ар мәртәбә «Әд-Духа» сүрәһен уҡыһа, аҙағынан: «Йә Аллаһым! Эй, бер нәмәгә, бер кемгә мохтаж булмаған, бай булыусы Аллаһым! Мине шулай байытһаң ине, унан һуң фәҡирлектән һис ҡурҡмаһам ине. Мине тура юлға ирештер!» – тип ялбарһа, Аллаһы Тәғәлә уны теләгенә өлгәштерер.
*Мал тиҙ һатылһын өсөн, уның өҫтөнә 7 мәртәбә «Әд-Духа», 7 мәртәбә «Фил» сүрәһен уҡып өрөргә кәрәк. Тиҙ арала һатылып бөтөр.
*Был сүрәне һәр көн иртәнге сәғәттәрҙә 11 мәртәбә уҡыған кешенең ризығы, тормошо ғүмере буйына бәрәкәтле булыр.
*Биш ваҡыт намаҙҙан һуң был сүрәне 3-әр мәртәбә уҡыусы мөьминдең ризығы ла һәр ваҡыт мул булыр.
*Мөхәррәм айының 1-се кисәһендә, төн уртаһында тороп, Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн 4 рәҡәғәт намаҙ уҡылыр. Шунан һуң урындан ҡуҙғалмайынса 1000 мәртәбә «ӘдДуха» сүрәһе уҡылыр һәм һуңынан «Йә Раббым! Был сүрәи-шәрифә хаҡына һәм был аяти-кәримәләрҙе уҡыған Рәсүл Әкрәм хөрмәтенә әлеге йылды үҙемә лә,балаларыма ла мөбәрәк һәм бәхетле итеп ҡыл» тип бағышларға кәрәк. Уҡыусы кеше йыл буйына ауырлыҡ күрмәҫ, ризығы булыр. Намаҙҙы ниәтләгәндә: «Йә Раббым! Был мөбәрәк кисәнең фазиләттәренә һәм «Әд-Духа» сүрәһенең бәрәкәттәренә ирешеү маҡсаты менән Үҙ ризалығыңды өмөт итеп намаҙ уҡырға ниәт ҡылам», – тип әйтер кәрәк.
*«Әд-Духа» сүрәһен бер юлы 41 мәртәбә уҡыусы кешенең ҡулынан сыҡҡан әйберҙәре үҙенә кире ҡайтыр, иншаллаһ.
«Әд-Духа» (иртә) намаҙы хаҡында пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең хәҙис-шәрифе
Рәсүл ғәләйһис-сәләм был намаҙ тураһында былай тип әйткән:
*Икешәр рәҡәғәт Духа намаҙын даими башҡарыусы кешенең гонаһтары диңгеҙ өҫтөндәге күбек шикелле күп булһа ла ғәфү ителер.
Ике рәҡәғәт Духа намаҙын уҡыусы кеше ғафилдар араһына инмәйәсәк!
*Һәр кем иртәнге намаҙҙы уҡып, бер кем менән дә һөйләшмәйенсә, ҡояш сыҡҡандан һуң 40 минут буйына Аллаһ Тәғәләне зикер итеп, һуңынан 2 рәҡәғәт Духа намаҙын уҡыһа, тамам бер хаж һәм (ғү)умра ҡылған ҡәҙәре сауап алыр.
*Һәр кем 2 рәҡәғәт Духа намаҙын уҡыһа, ғафилдар араһынан булмаҫ, 4 рәҡәғәт итеп уҡыһа, изгеләрҙән иҫәпләнер. 6 рәҡәғәт итеп уҡыһа – ул көндө Аллаһ химаяһы аҫтында булыр, 8 рәҡәғәт итеп уҡыһа, күпләп ғибәҙәт ҡылыусыларҙан тип иҫәпләнер. 12 рәҡәғәт намаҙ ҡылыусы өсөн йәннәттә бер ихсан йорто булыр.
*Ҡудси хәҙистә Аллаһ Тәғәлә: «Эй әҙәм балаһы! Көн башында (иртәнге намаҙҙан һуң ҡояш сыҡҡас башлана) 4 рәҡәғәт Духа намаҙын ҡыл, үҙеңде көнө буйы Үҙемдең химаямда тотормон!» – тигән.
*Әгәр берәүҙең әйбере юғалһа, йома көндө 8 рәҡәғәт Духа намаҙын, һуңынан, намаҙҙан һуң, 7 мәртәбә «Духа» сүрәһен уҡып, доға ҡылһын.

(«Һәфтиәк шәриф тәфсире» китабынан тәржемәләнде.)

Фәнирә ҒАЙСИНА.

Читайте нас: