+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
26 Октябрь 2020, 12:04

Зина гонаһы

Был донъяла гонаһһыҙ кеше юҡ, үҙ ғүмерендә бөтәһе лә яңылыша, хаталар эшләй. Әлбиттә, күптәр ислам динен, уның ҡанундарын белмәгәндән яҙыҡ юлға баҫа. Ахырызаман шауҡымы булып, һуңғы йөҙ йылда беҙҙең милләтебеҙ араһында эскеселек менән аҙғынлыҡ кеүек ҡурҡыныс әшәкелектәр киң таралды. Сөнки халыҡ, телевизорҙан башҡа милләттәрҙең әхлаҡһыҙ, уйнаш тормош алып барғанын күреп, гонаһтарҙы гонаһ тип белмәй, уларға, ғәҙәти хәл тип, вайымһыҙ ҡарай.

Ерҙә иң йәмһеҙ, ҙур гонаһтарҙың береһе зина ҡылыу иҫәпләнә, йәғни никахһыҙ енси мөнәсәбәткә инеү. Ҡөрьәндә был хаҡта: «Зинаға яҡын килмәгеҙ, был – бысраҡлыҡ һәм боҙоҡ юл!» («Әл-Исра» (Төндә күсереү), 17: 32), – тип ҡәтғи киҫәтелгән.
Зинаға енси мөнәсәбәт кенә түгел, шуға килтергән, йәғни үҙенә хәләл булмаған кешегә аҙғын күҙ ҡарашы ташлау, ҡағылыу, ҡосаҡлау, үбеү ҙә инә. Шулай уҡ төрлө әхлаҡһыҙ фильмдар, фотолар ҡарау – күҙ, ҡолаҡ зинаһы була. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу-ғәләйһис-сәләм: «Ҡулдар ҙа зина ҡыла, күҙҙәр ҙә зина ҡыла», – тип әйткән.
«Ән-Нур» сүрәһендә: «Зина ҡылған ҡатындың һәм зина ҡылған ирҙең һәр береһенә йөҙәр ҡамсы һуғығыҙ, әгәр һеҙ Аллаға, һәм әхирәт көнөнә ышана торған булһағыҙ, Алланың динендә уларҙы ҡыҙғанмағыҙ. Һәм уларҙы яза ҡылған ваҡытта иман килтергән кешеләрҙең бер төркөмө шунда ҡарап торһон» (24:2), – тип ҡушылған.
Динебеҙ буйынса, зинасы ҡатын юғары әхлаҡлы мосолман ир-егеткә кейәүгә сыға алмай, зинасы ирҙең дә әҙәпле, тыйнаҡ мөслимә ҡыҙға өйләнергә хоҡуғы юҡ. Был хаҡта Ҡөрьәндә: «Зина ҡылған ир зина ҡылған ҡатынға, йәки күп илаһтарға табынған ҡатынға ғына өйләнер, зина ҡылған ҡатын зина ҡылған иргә, йәки күп илаһтарға табына торған иргә генә сығыр, ә иман килтергән кешеләргә был харам ҡылынған» («Ән-Нур» сүрәһе, 24:3), – тиелгән.
Шул уҡ сүрәлә: «Бысраҡ ҡатындар – бысраҡ ирҙәргә, бысраҡ ирҙәр – бысраҡ ҡатындарға, һәм саф ҡатындар – саф ирҙәргә, һәм саф ирҙәр – саф ҡатындарға...» (24:26), – тип вәғәҙәләнгән.
Зина тураһында хәҙистәр ҙә бар. Уларҙа Аллаһ Тәғәлә ҡуйған сиктәрҙе үткәне өсөн зинасының иманынан яҙыуы, көфөрлөккә төшөүе хаҡында әйтелә: «Әгәр мосолман зина ҡыла икән, ул быны иманһыҙ булараҡ башҡара. Әгәр мосолман урлаша икән, ул быны иманһыҙ булараҡ башҡара. Әгәр мосолман хәмер эсә икән, ул быны иманһыҙ булараҡ башҡара»; «Мосолман зина ҡыла икән, ул иманынан яҙа һәм ул гонаһы уның өҫтөндә шәүлә булып тора»; «Бөйөк Аллаһ Тәғәлә зинасының һәм эскесенең иманын кеше өҫтөнән күлдәк сискән кеүек үк тартып ала». Ә кем тәүбәгә килеп өлгөрмәй, был донъянан көфөр булып, иманһыҙ хәлдә китә икән, ул мәңге тамуҡта ҡаласағы барыһына ла билдәле.
Зинасы Аллаһ һаҡлауынан һәм бәрәкәтенән яҙа. Рәсүлдең ҡайһы бер сәхәбәләренән килтерелгән риүәйәттә: «Зинанан һаҡланығыҙ, сөнки ул был донъяла ла, әхирәттә лә өсәр юғалтыуға килтерә. Был донъялағы юғалтыуҙар: ризыҡтан бәрәкәт китәсәк, бөтөн яҡшылыҡтан мәхрүм ҡаласаҡ һәм кешеләрҙең күңелендә уға ҡарата асыу буласаҡ. Ҡиәмәт көнөндә зинасыны Аллаһтың асыуы көтәсәк, ауыр яуап биреү һәм Кубра тип аталған йәһәннәмгә кереүгә тарыясаҡ», – тип иҫкәртелә.
Динебеҙ кешеләрҙе нахаҡҡа зина ҡылыуҙа ғәйепләүҙе лә тыя. Был хаҡта: «Ғиффәтле ҡатындарға ғәйеп ташлаған кешеләргә, әгәр дүрт шаһит килтерә алмаһалар, һикһән ҡамсы һуғығыҙ, шаһитлыҡтарын һис ҡабул итмәгеҙ, улар – боҙоҡ кешеләр, бынан һуң тәүбә итеп, төҙәткәндәренән башҡа, сөнки, ысынлап та, Аллаһ – ярлыҡаусы, шәфҡәтле! Үҙ ҡатындарына ғәйеп ташлаған кешеләр, әгәр уларҙың үҙҙәренән башҡа шаһиттары булмаһа, дүрт тапҡыр дөрөҫтө һөйләүе тураһында Аллаһ – менән ант итер, ә бишенсе тапҡыр, әгәр ялған булһа, Алланың ләғнәте үҙенә төшөр» («Ән-Нур» сүрәһе, 24:4-7). Артабан, шул уҡ сүрәлә: «Ғиффәтле [зинанан битараф], иман килтергән ҡатындарға зина ҡылыуҙа ғәйеп ташлаусылар донъяла һәм әхирәттә лә ләғнәтләнгән, һәм уларға оло ғазап» (24:23), – тиелгән.
Ҡайһы берәүҙәр гонаһ ҡылғандары хаҡында үҙҙәре үк асыҡтан-асыҡ һөйләп йөрөй. Был – ярамаған эш, сөнки ул, Аллаһ ҡаплаған пәрҙәне асып, гонаһын арттыра. Яуап көнөндә кешеләр бер-береһенә ҡаршы шаһитлыҡ та ҡыласаҡ. Шуға ла әҙәм балаһына, яңылыш эшләгән хаталары өсөн үкенеп, тәүбәгә килеү зарур. Тәүбә ҡылғандан һуң, яңынан был гонаһты һис ҡабатларға, уға кире әйләнеп ҡайтырға ярамай! Аллаһ Тәғәләбеҙ ярлыҡаусы, шәфҡәтле, миһырбанлы. Уның ғәфү итеүенән өмөттө өҙөргә ярамай.

Фәнирә Ғайсина.

Читайте нас: