+14 °С
Облачно
Аллаһ бәрәкәте
14 Октября 2020, 07:28

Мөһим доғалар

Өйҙән сыҡҡанда уҡыла торған доғаБисмилләһи. Тәүәккәлтү ғәләл-лаһи. Үә лә хәүлә үә лә ҡуүүәтә иллә бил-ләһ. Мәғәнәһе: Аллаһ исеме менән башлайым. Бөтә эштәремде Уның Үҙенә генә тәүәккәлләйем. Уға тапшырам. Ысын ҡеүәт һәм көс тик Аллаһтан ғына.

Өйгә ингәндә уҡыла торған доға
Бисмилләһи үәләжнә. Үә бисмил-ләһи харажнә. Үә ғәлә раббинә тәүәккәлнә.
Мәғәнәһе: Аллаһ исеме менән өйгә индек. Уның исеме менән генә өйҙән сыҡтыҡ. Бөтәһен дә Раббыбыҙға ғына тәүәккәлләйбеҙ.

Фәнирә ҒАЙСИНА.

Читайте нас