+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
9 Октябрь 2020, 18:04

Кем ул Хызыр ғәләйһис-сәләм

Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим. «Хызыр-Ильяс юлдаш булһын!» – тигәнде көн дә тиерлек ишетергә тура килә. «Кемдер Хызыр-Ильясты күргән имеш», – тигәнде лә ишеткәнебеҙ бар. Ә кем һуң ул Хызыр-Ильяс? Хызыр-Ильяс тиһәк тә, улар икеһе айырым шәхес. Уларҙы кешеләр пәйғәмбәргә йәки әүлиәгә тиңләгән булған.

Хызыр – тарихи шәхес, уның Александр Македонский заманында (Александрҙы Искәндәр ҙә тиҙәр, беҙҙең эраға саҡлы 356–323 йылдарҙа) йәшәгәне билдәле.
Хызыр менән Ильяс ғәләйһис-сәләмдәр икеһе лә изге, дини әһелдәр булған. Улар «Фатиха» сүрәһе индереләсәге тураһында хәбәрҙар булып, уны белгеләре килгән һәм Аллаһтан «Фатиха» сүрәһен һорағандар, доға ҡылғандар. Аллаһ Тәғәлә уларға: «Мәңгелек шишмәһе»ндә ҡойонһағыҙ, ер йөҙөнә киләсәк һуңғы рәсүл Мөхәммәт пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһис-сәләмде күрерһегеҙ, уның аша изге сүрәне белерһегеҙ!» – тигән. (Мәғлүм булыуынса, кем «Мәңгелек шишмәһе»нең һыуын эсһә, унда ҡойонһа, заман ахырына саҡлы йәшәй, тигән инаныу бар).
Хызыр Александр Македонский менән бергә тере шишмәне эҙләп китә. Улар һыбай ҡараңғылыҡта егерме көн барғас, диңгеҙ эргәһендәге ҡаяла, соҡор янында туҡтай. Александр Хызырға, аҫта нимә барлығын белер өсөн, төшөп килергә ҡуша. Унда тере шишмә булып сыға, Хызыр ҡойоноп, һыуын эсә.
Үзбәкстанда таралған икенсе бер риүәйәт буйынса, Хызыр Александр Македонскийҙың яугиры була. Александр Памир тауҙарын аша үткән саҡта шунда йәшәгән халыҡтан бейек тау башында тере шишмә барлығын белә һәм унда Хызырҙы ебәрә. Хызыр унда ҡойоноп, һыуын эсә, Александрға ла һыу тултырып ала. Әммә кире килгәндә һауытты төшөрөп вата һәм Александрға ул һыуҙы эсеү бәхете насип булмай.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм йәшәгән дәүергә еткәс, Хызыр менән Ильяс пәйғәмбәребеҙ янына килә. Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһис-сәләм Хызырға: «Һин ерҙә кешеләргә ярҙамсы булырһың!» – тигән. Ә Ильясҡа: «Һин кешеләргә һыуҙа ярҙамсы булырһың!» – ти. Шул замандан улар халыҡҡа һаҡсы, ярҙамсы булараҡ хеҙмәт итә. Икеһе лә йыл һайын хаж ҡыла, шунда Ғәрәфә тауында күрешә икән.
Сәйед әфәнде әл-Чиркәүиҙең «Пәйғәмбәрҙәр тарихы» китабында бирелгән легенда буйынса, Хызырҙың атаһының исеме Ғәмил, ул Ғайса ырыуынан батша була. Хызыр бәләкәйҙән дин, ғилем менән ҡыҙыҡһына, тиҙ арала фән өлкәһендә тәрән белемле шәхес булып өлгөрә, Аллаһ Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылырға өйрәнә. Хызырҙың йәше еткәс, атаһы уны өйләндерергә ҡарар ҡыла. Егет үҙе теләмәһә лә, атаһын хөрмәт итеү йөҙөнән күнә. Хызыр кәләшенә: «Әгәр һаҡлай белһәң, һиңә серемде асам. Кешегә белдермәһәң, һис ҡайғы-хәсрәт күрмәҫһең. Ә өндәшһәң, иреңде оятлы итерһең, фани донъяла ла, баҡыйлыҡта ла бәхетле булмаҫһың», – ти. Ҡатыны һүҙ бирә. Хызыр уға үҙенең мосолман булыуын әйтә. Шулай йылдар үтә, йәштәрҙең балаһы булмағас, атаһы Хызырҙы икенсегә өйләндерә. Әммә атаһы менән мөнәсәбәттәре боҙолоу сәбәпле, Хызыр илен ҡалдырып, ғибәҙәт ҡылып йәшәй башлай.
Дин тарихынан тағы ла Хызырҙың Муса пәйғәмбәр менән осрашыуы билдәле. Был хаҡта Ҡөрьәндең «Әл-Ҡәһф» («Мәмерйә») сүрәһендә (18: 65–82) бәйән ителә.
Үзбәкстандағы Сәмәрҡәнд ҡалаһында Хызырға арналған мәсет бар. Урындағы халыҡ һөйләүе буйынса, ғәрәптәр бында ислам дине таратырға килгәс, ҡайҙа манара һалырға икән тип, ҡаланың иң бейек урынын эҙләй. Шунда аҡтан кейенгән бабай килеп сыға, «Ошо ерҙә Сәмәрҡәндтең иң бейек ере», – тип күрһәтә лә юҡ була.
Шулай итеп, Хызыр – тарихи шәхес, ул ысынлап та булған, бар һәм әле лә беҙҙең арала.

Фәнирә Ғайсина.

Сәйед әфәнде әл-Чиркәүиҙең

«Пәйғәмбәрҙәр тарихы» китабы файҙаланылды.

Читайте нас: