-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
7 Октябрь 2020, 13:13

Нәфсе ҡоло булмайыҡ!

Бисмил-лаһир-рахмәнир-рахим. Ислам дине мосолманды тыуған көнөнән алып баҡыйлыҡҡа күскәнсе үҙ-үҙен тәрбиәләүгә йүнәлтә. Кешенең ҙур дошманы – нәфсе, уның менән көрәш иң ауыры, сөнки үҙ-үҙеңде үҙгәртеү ҡыйын. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу-ғәләйһис-сәләм Табук яуынан ҡайтып килгән яугирҙарға: «Хәҙер беҙ бәләкәй йыһаттан һуң оло йыһатҡа әйләнеп ҡайтабыҙ», – тигән. Йәғни «оло йыһат» тип ул нәфсебеҙ менән көрәште күҙ уңында тотҡан. Ул үҙе Аллаһҡа: «Мине үҙ нәфсем менән һис бер мәлгә лә ҡалдырма!» – тип доға ҡылыр булған. Нәфсе кеше менән бергә йөрөй, ул һис туймай, уны бары тик ҡәбер тупрағы ғына туйҙырғанын беләбеҙ.

Ысын мосолман таҙа йөрәкле, Раббыһына рәхмәтле-шөкөрлө, сабыр, тоғро һүҙле, күркәм холоҡло булырға тейеш. Алдашыу, урлашыу, ике йөҙлөлөк, тәкәбберлек, ғәйбәтселек, һаранлыҡ, уҫаллыҡ, ҡаты күңеллелек кеүек йәмһеҙ һыҙаттар бар икән, уларҙан ҡотолоу юлын эҙләү – һәр әҙәм балаһының изге бурысы. Нәфсе – аҡса, байлыҡ артынан ҡыуыу, күп йоҡлау, артығы менән ризыҡ, әйбер көҫәү – гонаһҡа батыра торған һынау ул. Кеше бер тапҡыр гонаһ ҡылып та, тәүбәгә килмәһә, үкенмәһә, уның йөрәгендә ҡара тап хасил булып, һәр яңы гонаһ ҡылған һайын ҡаралыҡ йөрәген ялмай бара. Һөҙөмтәлә ул таш бәғерле яуыз бәндәгә әүерелә. Бер тапҡыр алдашһа, урлашһа, кешегә шул яман ҡылыҡтарҙы еңеү көндән-көн ауырлаша һәм улар яйлап тамуҡҡа этәрә.
Ҡөрьәндең «Әл-Әғраф» (Кәртәләр) сүрәһендә: «Беҙ тамуҡ өсөн күп ендәрҙе һәм кешеләрҙе бар ҡылдыҡ, уларҙың йөрәге бар, әммә бер нәмә лә тоймайҙар, күҙҙәре бар – күрмәйҙәр, ҡолаҡтары бар – ишетмәйҙәр, улар хайуан шикелле, хатта нығыраҡ аҙашҡан йәндәр кеүек. Улар – битараф халыҡ (7:179)», – тиелгән.

Хәҙистәрҙән билдәле булыуынса: «Алдаҡсы минең өммәтемдән түгел», – тигән рәсүлебеҙ. Йәғни алдаҡсы кеше мосолман булыуҙан туҡтай, диндән сыға. Ә диндән сығыу – ҙур бәхетһеҙлек, сөнки кафыр тамуҡта мәңгелеккә ҡала. Нәфсе артынан ҡыуғандар мәңгелек үкенескә юлығасаҡ.

Шуға ла кеше, туғандары һәм Раббыбыҙ алдында үҙен яуаплы тойоп, нәфсеһен һәр ваҡыт тыйырға, күңелен таҙартыу, үҫтереү өҫтөндә эшләргә тейеш. Яуап көнөндә һәр ғәмәлебеҙ, әйткән һүҙебеҙ өсөн Аллаһ алдында яуап тотасағыбыҙ бар. Аллаһ Тәғәлә беҙҙе был донъяға һынар өсөн килтергән. Ҡөрьәндең «Әл-Ғаср» (Киске ваҡыт) сүрәһендә: «Шунан ошо көндө һеҙҙән, әлбиттә, (донъялағы) рәхәтлек тураһында һораясаҡтар (103:8)», – тиелгән.

Кемдең холҡо күркәм һәм ул лайыҡлы тормош юлы үтә, әхирәттә лә дәрәжәһе юғары буласағы мәғлүм. Мөслим көн дә изгелек ҡыла икән, матур һыҙаттар ғәҙәтенә инә һәм күңелен үҫтерә, йөрәген сафлай. Эске донъябыҙҙы һәм йөҙөбөҙҙө шулай уҡ дини китаптар, Ҡөрьән уҡыу нурлай.

Кеше үҙен башҡаларҙан өҫтөн, яҡшыраҡ, гонаһһыҙыраҡ тип уйларға тейеш түгел. Сөнки ул кәмселеге күп икәнен үҙе лә белмәүе ихтимал. Ҡөрьәндең «Ән-Нәджм» (Йондоҙ) сүрәһендә: «Ваҡ-төйәк кәмселектәрҙән башҡа оло гонаһтарҙан һәм фәхишәлектән һаҡланыусыларға, ысынлап та, Раббының ярлыҡауы киң. Ул һеҙҙе Ерҙән яралтҡанда ла һәм әсә ҡарынында яралғы ғына булғанда ла йәнегеҙҙе иң яҡшы белеүсе ине. Үҙегеҙҙе маҡтамағыҙ. Ул кемдең тәҡүәле икәнен яҡшыраҡ белә (53:32)», – тиелгән.

Дин тотоу, ғилемгә ынтылыу, холоҡто, күңелде таҙартыу рухи йәһәттән камиллаштыра. Был юлда ла, сәбәп итеп, беҙгә Аллаһтан ярҙам һорап доға ҡылыу зарур. Ул – биреүсе. «Ән-Нур» сүрәһендә: «Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр, шайтан эҙенән бармағыҙ! Кем шайтан эҙенән барһа... ул бит боҙоҡлоҡҡа һәм ярамаған эшкә егә. Әгәр һеҙгә Аллаһтың йомартлығы һәм рәхмәте төшмәһә, һеҙҙән һис берәү һис ҡасан сафланмаҫ ине. Ләкин Аллаһ теләгән кешене сафлай, нурлай. Ул ишетә, белә! (24:21)», –тиелә.

Аҡыллы кеше үҙенә яҙған матди һәм рухи байлыҡтың ҡайҙан килгәнен һәм барыһының да беҙгә ваҡытлыса бүләк икәнен аңлай. Шөкөрлө булыу – изге ғәмәлдәребеҙ, телебеҙ менән рәхмәтле булыу. Ул биргән һаулыҡҡа, ризыҡҡа, ғилемгә һәм башҡа ниғмәттәренә, сикһеҙ бәрәкәтенә йөрәк һәм тел менән күп шөкөрҙәр әйтеү лазым. Ибраһим сүрәһендә: «Бына Раббығыҙ: «Әгәр шөкөр ҡылһағыҙ, Мин һеҙгә арттырырмын, әгәр ҡәҙерен белмәһәгеҙ... Ысынлап та, минең ғазабым көслө!» – тип хәбәр итте (14:7)».

Ҡайғы-хәсрәтте лә сабыр үткәрә белеү мөһим, шул ваҡытта Аллаһ беҙҙең гонаһтарҙы ярлыҡай, түҙгән өсөн күп әжер-сауаптарын яҙа. Дин тарихынан хәтерләүебеҙсә, Яҡуп пәйғәмбәр улы Йософто юғалтҡас, бик күп йылдарын һағышта үткәрә, илай торғас, хатта күҙҙәре һуҡырая, әммә ул өмөтөн өҙмәй түҙә. Юныс пәйғәмбәрҙе балыҡ йотҡас, ул да зекер ҡылыуҙан туҡтамай, үҙен сабыр тота. Һөҙөмтәлә Аллаһ Тәғәлә уны балыҡ эсенән ҡотҡара. Әйүп пәйғәмбәр ауырыуға һабышып күп михнәттәр сигә, әммә башҡа йылдарын рәхәтлектә үткәргәнен уйлап, Аллаһтан шифа һорарға ла ояла. Раббыбыҙ биргәненә риза һәм шөкөрлө булып, сабырлыҡтың бәрәкәтен аңлау фарыз.

Әүлиәләр ҙә бит әхирәттә юғары дәрәжәләргә өлгәшер өсөн ғүмер буйы йөрәктәрен таҙартыуҙан, паклауҙан, күңелдәрен камиллаштырыуҙан туҡтамай. Беҙ ҙә нәфсе ҡоло булмайыҡ, рухи үҫешкә ынтылайыҡ, йән көсөнә ирешәйек! Барлыҡ эштәребеҙҙә лә Аллаһ Тәғәлә беҙгә ярҙам итһен. Амин!

Фәнирә ҒАЙСИНА.

Читайте нас: