+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
7 Сентябрь 2020, 12:51

Шөкөр итеү

Көндәлек тормошта беҙ Аллаһтың бөйөклөгө, ҡөҙрәте, миһырбанлығы һәм беҙгә биргән сикһеҙ ниғмәте хаҡында онотоп китәбеҙ, йәки һирәк уйланабыҙ. Раббыбыҙҙың сифаттарына һоҡланып, Уға маҡтауҙар әйтеү – ул ғибәҙәт, сауаплы ғәмәл һәм шөкөр итеү.

Үҙебеҙгә һәм тирә-яғыбыҙға күҙ һалайыҡ: камил кәүҙәләребеҙ бар, аяҡ-ҡулдарыбыҙ йөрөй, ҡолаҡтарыбыҙ ишетә, күҙҙәребеҙ күрә, матур тәбиғәт ҡосағында йәшәйбеҙ. Аллаһ Тәғәлә беҙгә биргәндәрен иҫәпләп бөткөһөҙ.
Аллаһ Тәғәлә «Ибраһим» сүрәһендә былай тигән: «Әгәр Аллаһ Тәғәләнең һеҙгә биргән ниғмәттәрен һанаһағыҙ, һис тә һанап бөтөрә алмаҫһығыҙ, дөрөҫлөктә, кеше гонаһ ҡылып һәм ниғмәттәргә шөкөр итмәйенсә үҙенә күп золом итеүсе һәм ниғмәттәрҙе танымайынса көфөрлөк ҡылыусы» (14-се сүрә, 34-се аят).
Шөкөр итеү – Раббыбыҙ тарафынан әмер ителгән ғәмәл. Аллаһ Тәғәлә беҙгә, үҙҙәрен мөьмин-мосолманға һанаусыларға, ниғмәттәргә шөкөр итергә бойороп әйтте: «Эй, иман килтергән бәндәләр, Беҙ һеҙҙе ризыҡландырған нимәләрҙән хәләлен һәм яҡшыһын ашағыҙ һәм Аллаһҡа ғына ғибәҙәт ҡылыусыларҙан булһағыҙ, Аллаһҡа ғына шөкөр итегеҙ» («әл-Баҡара» сүрәһе, 172-се аят).
Ғалимдарыбыҙ шөкөр итеүҙе ошолай итеп аңлатты: «Шөкөр итеү – ул Аллаһтың ниғмәттәрен күрһәтеү тигән һүҙ. Ул, беренсенән, бәндәнең теле менән Аллаһты маҡтау һәм ниғмәттәрҙе таныу. Икенсенән, бәндәнең күңеле менән Раббыһын һөйөүе һәм ниғмәттәргә шаһит булыуы. Өсөнсөнән, шөкөр итеү бәндәнең ағзалары менән була – Раббыһына буйһоноп һәм итәғәт итеп».
Аллаһтың ниғмәттәренә шөкөр итеүҙәребеҙ Раббыбыҙға кәрәкмәй, бәлки, беҙгә кәрәк, сөнки шөкөр итеү менән күп донъя һәм әхирәт ниғмәттәренә ирешәбеҙ. Шуның өсөн дә шөкөр итеүҙең оло фазиләттәрен ҡарап китәйек:
  • Шөкөр итеүсегә файҙа, сауап һәм яҡшылыҡ буласаҡ. Ҡәғб әл-Әхбәр әйтте: «Аллаһ был донъяла бәндәгә ниғмәттәр бирһә һәм уныһы ниғмәттәргә шөкөр итһә үә Аллаһҡа түбәнселек күрһәтһә, уға Аллаһ Тәғәлә файҙаһын донъяла уҡ бирер, әхирәттә иһә дәрәжәһен арттырыр. Ә кемгә был донъяла Аллаһ ниғмәттәр бирһә һәм уныһы ниғмәттәргә шөкөр итмәһә үә Аллаһҡа түбәнселек күрһәтмәһә, уға Аллаһ Тәғәлә файҙаһын бирмәҫ, ә әхирәттә уға уттың баҫҡыстарын асыр, теләһә уны ғазаплар, йәки ғәфү итер».
  • Шөкөр итеү ғазаптан кәртә булып тора. Аллаһ Тәғәлә әйтә: «Әгәр шөкөр итһәгеҙ һәм иман килтерһәгеҙ, Аллаһ һеҙҙе ғазаплау менән нимә эшләр? Йәғни ни өсөн һеҙҙе ғазаплаһын? Аллаһҡа шөкөр итеүселәргә әжер-сауап биреүсе һәм бөтә нәмәләрҙе белеүсе!» («Ән-Нисә» сүрәһе, 147-се аят). Йәғни, Раббығыҙ һеҙҙе ғазаплап үс алмай, файҙа алмай, бәлки, гонаһ ҡылыусы үҙенә генә зарар итә, шулай уҡ буйһоноусының ғәмәле лә үҙе өсөн. Аллаһ Тәғәлә Үҙенә итәғәт итеүсене ғазапламай, ә шөкөр иткәне өсөн бәндәгә әжер-сауаптарын бирә.
  • Шөкөр итеү ниғмәттәрҙең артыуына сәбәпсе булып тора. Мөьмин кеше күберәк шөкөр иткән һайын, ниғмәттәр арта. «Бына Раббығыҙ һеҙгә: «Әгәр шөкөр итһәгеҙ, Мин һеҙгә ниғмәттәремде арттырырмын, әгәр ниғмәттәремде танымайынса көфөрлөк ҡылһағыҙ, ул ваҡытта, әлбиттә, Минең ғазабым ҡаты», – тине» («Ибраһим» сүрәһе, 7-се аят).
  • Мәгәр Аллаһтың ниғмәттәренә шөкрана ҡылыусылар аҙ, бик күптәр шөкөр итмәй. Раббыбыҙ был хаҡта «Сәбә’» сүрәһендә: «Мәгәр ҡолдарымдың бик аҙы ғына шөкөр итә», – тип әйтә (34-се сүрә, 13-сө аят). Икенсе бер аятта ошолай ти: «Дөрөҫлөктә, Аллаһ Тәғәлә кешеләргә күп ниғмәттәр биреүсе, мәгәр кешеләрҙең күбеһе шөкөр итмәй» («Әл-Баҡара» сүрәһе, 243-се аят).
    Ни өсөн һуң бәндәләр Раббыбыҙ биргән ниғмәттәргә шөкөр итергә ашыҡмай? Ысынбарлыҡта, бының сәбәптәре күп, уларҙың бер нисәһенә туҡталып китәйек.
    Беренсеһе. Ниғмәткә иғтибарһыҙ булыу. Ниғмәт артҡан һайын, бәндә, иғтибарһыҙлыҡ күрһәтеп, уға шөкөр итмәй. Шуның өсөн дә Раббыбыҙ ниғмәттәрҙе иҫкә төшөрөп торорға бойороп әйтте: «Аллаһтың һеҙгә биргән ниғмәттәрен һәм һеҙгә төшөрөлгән Ҡөрьән аяттарын үә хөкөмдәрен иҫкә төшөрөгөҙ. Ул һеҙҙе Ҡөрьән менән вәғәзләп тора» («Әл-Баҡара», 231-се аят).
    Имам Әхмәдтең «Мөснәдендә», Әбү Һурайра раҙыйаллаһу ғәнһүнән риүәйәт ҡылынған хәҙистә ошондай һүҙҙәр бар, рәсүлуллаһ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйтте, Аллаһ Тәғәлә ҡиәмәт көнөндә әйтер: «Эй, әҙәм балаһы, Мин һине атҡа һәм дөйәгә ултыртып йөрөттөм, ҡатын-ҡыҙҙарға өйләндерҙем, ғәнимәт малының дүрттән бер өлөшөн алыусы батша иттем, башлыҡ ҡылдым, ә һинең шөкөр итеүең ҡайҙа?»
    Икенсеһе. Ниғмәттең хәҡиҡәтен аңламау. Ҡайһы берәүҙәр үҙендә йә иһә башҡа кешелә Аллаһтың ниғмәтен күрһә, был ниғмәт уға бирелгәнен аңламай һәм шөкөр итмәй. Шулай булырға тейеш, тип кенә уйлай.
    Өсөнсөһө. Ҡайһы берәүҙәр, байҙарға ҡарап, үҙҙәрендә булған ниғмәттәрҙе аҙға һанай башлай. Әбү Һурайра раҙыйаллаһу ғәнһүнән риүәйәт ителгән хәҙистә, Аллаһтың илсеһе саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм Бохариҙа әйтте: «Кем үҙенән мал яғынан да, торош яғынан да өҫтөнөрәк кешегә ҡараһа, шунда уҡ үҙенән түбәнерәк кешегә ҡараһын». Мөслимдә: «(Донъя байлыҡтарына килгәндә) Үҙегеҙҙән түбәнерәк кешегә ҡарағыҙ, үҙегеҙҙән өҫтөнөрәк кешегә ҡарамағыҙ. Был Аллаһтың ниғмәттәрен аҙһынмаҫҡа иң дөрөҫ юл булыр».
    Дүртенсеһе. Элеккене онотоу. Ҡайһы берәүҙәргә, фәҡирлектә, мохтажлыҡта йәшәгәндән һуң, Аллаһ Тәғәлә байлыҡ ишектәрен аса, ләкин улар элекке хәлдәрен онота, шөкөр итмәй.

    Фәнирә Ғайсина.

    Читайте нас: