+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
10 Июнь 2020, 13:59

Хәҙистәр

- Атай-әсәйеңә итәғәтле булыу – Аллаһыға итәғәтле ҡылыуҙыр. Уларға гонаһлы булыу – Аллаһыға гонаһлы булыу менән бер.- Иң изге байлыҡ – күңел байлығы.- Иманлы кеше бер ҡасан да өмөтһөҙ булмаҫ. Өмөтһөҙ – шайтан ғына ул.

- Бәхетле кеше – башҡаларға ҡарап ғибрәт алыусы.

- Нәҫел-нәсәбегеҙҙе белегеҙ, туғандарығыҙ менән йөрөшөгөҙ. Бергә йәшәп тә өҙөлгөн туғанлыҡта яҡынлыҡ юҡ, алыҫта булып та йөрөшкән туғанлыҡта йыраҡлыҡ юҡ.

- Имандары камил мосолмандар – күркәм холоҡло. Һеҙҙең арала иң гүзәл кешеләр – үҙ ҡатындары өсөн изгелек эшләүсәләр.

- Ҡайһы эште әҙәм алдында ҡылыуҙы оят һанаһағыҙ, уны яңғыҙ ҡалғанда ла ҡылмағыҙ.

- Харамдан һаҡланығыҙ, ғибәҙәтле булырһығыҙ.

- Ҡөрьән Кәрим өйрәтмәләрендә, үҙ ғәйебеңде башҡаларға ауҙарыу иң насар ғәҙәттәрҙең береһе, тип һанала.

- Иман менән хәмер мәңге бергә була алмаҫ, иманлы кеше бер ҡасан дә хәмер эсмәҫ. Хәмер эскән кешенән иман ҡаса.
Автор:Миляуша Валеева
Читайте нас: