0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
29 Май 2020, 12:43

Бала тәрбиәләү серҙәре

Был донъяла һәр беребеҙҙең хәлебеҙҙән килгәнсә тырышып башҡарырға тейешле бурыстары, яуаплы эштәре бар. Хәҙистәрҙән белеүебеҙсә, мосолман ғаиләһендә ҡатын-ҡыҙ алдына – баланы мосолман итеп тәрбиәләп үҫтереү, ә иргә, атай кешегә ғаиләне ашатып-эсереү, кейендереү, башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү бурысы ҡуйыла.

Әгәр ҙә Аллаһ Тәғәлә мосолманға балалар бүләк итә икән, ул шөкөр ҡылып, тәү сиратта уларға гүзәл исем ҡушырға, унан һуң әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләрен һеңдерергә, дини ғилем бирергә, ислам рухында, һау-сәләмәт итеп тәрбиәләп үҫтерергә тейеш. Сөнки әхирәттә был турала беҙҙән мотлаҡ һорау аласаҡтар. «Әт-Тәхрим» сүрәһендә: «Эй, һеҙ, иман килтергән кешеләр! Үҙегеҙҙе һәм ғаиләләрегеҙҙе яғыулығы кешеләр һәм таштар булған уттан һаҡлағыҙ!..» (66:6) – тиелгән.
Аллаһ алдында яуаплылыҡ тойоп, ата-әсә, бала мәшәҡәттәрен сабырлыҡ, түҙемлек менән күтәреп, уға дин хөкөмдәрен, хәләл менән харам, нәфел менән фарыз, важип һәм сөннәт, сауап һәм гонаһтың нимә икәнен аңлатып, Раббыбыҙ ҡушҡан рәүештә күркәм холоҡло, юғары әҙәпле итеп үҫтерергә тейеш. Миҫалға пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһис-сәләмдең тормошо, һәм ул үҙенең балаларын нисек тәрбиәләүҙе үрнәк итеп алырға мөмкин. Сөнки, хәҙистәрҙән билдәле булыуынса, ул балалар менән гел йомшаҡ һөйләшер, баштарынан һыйпар, үбер, иркәләр булған.
Ғәзиз бала ике донъяла ла бәхетле булһын өсөн, уға, бала сағынан уҡ ялҡау, алдаҡсы, һаран, ике йөҙлө, тупаҫ, дорфа булмаҫҡа кәрәклекте әйтеп, яман юлдан ҡурсалап, дөрөҫ йүнәлеш бирергә кәрәк.
Халыҡ араһында абруйлы, башҡаларға үрнәк булһын өсөн, ғәҙел, рәхимле, рәхмәтле, ихлас, йомарт булыуҙы аңлатыу лазым. Сөнки кескәй сағында тейешле тәрбиә алмаған бала үҫкәс тә яҡшы кеше булып китмәй. Ундай әҙәм йәмғиәткә бары тик золом ғына килтерәсәк, һәм унан һис бер файҙа ла булмаясаҡ.
Беҙ балаларыбыҙҙы нисек тәрбиәләйбеҙ, ғаиләбеҙ, йәмғиәтебеҙ, тотош илебеҙҙең киләсәктәге әхлаҡ кимәле, хәл-торошо, тыныслығы ла шуға бәйле буласаҡ. Уларҙы кескәйҙәргә һәм ололарға ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы, мәрхәмәтле, шәфҡәтле итеп үҫтереү зарур.
Артыҡ иркәләтмәй, бар нәмәне лә улар ихтыярына ҡуймай, әҙәпһеҙ тиҫтерҙәре менән аралаштырмай, насар уйындарҙан тыйып, ҡурҡытмай, ҡарғамай, туҡмамай, кәмһетмәй, алдарында йәмһеҙ һөйләшмәй матур мөғәләмә итергә кәрәк бала менән. Сөнки балалар тәү сиратта янындағы ололарҙың һүҙҙәрен, холоҡ-фиғелен, ҡыланыштарын ҡабатлай. Был хаҡта халҡыбыҙҙа борондан килгән мәҡәл дә бар: «Ояһында ни күрһә, осҡанда ла шул булыр».
Күпселектә тәрбиә әсәй иңендә, шуға ла, бала ғорурланырҙай күркәм холоҡло булып үҫһен өсөн, ирҙәр аҡыллы, юғары әхлаҡлы, иманлы ҡыҙҙарҙы һайлап, ҡарап өйләнергә тейеш. Ир үҙе зирәк, яҡшы кеше булһа ла, ҡатыны ахмаҡ, яман, тәртипһеҙ икән, «ҡарғанан һандуғас тыумай» тигәндәй, ҡыҙҙары, улдары барыбер тейешле кимәлдә тәрбиә алмай, уларҙан көслө шәхес сыҡмай.
Бала, төрлө комплекстарға бирелеп, үҙ-үҙенә бикләнеп, күңеле ғазапланып үҫмәһен өсөн, ғаиләлә уның шатлыҡ-көйөнөстәре менән уртаҡлашып, уға күп иғтибар биреп, хөрмәт, ышаныс күрһәтеп, яратып, наҙлап, йомшаҡлыҡ, йылы мөнәсәбәт, мөхәббәт менән тәрбиәләү кәрәк. Шулай уҡ ата-әсә барлыҡ балаларына ла тигеҙ ҡарарға, уларҙы бүлмәҫкә тейеш.
Киләсәктә балалар үҙ аллы тормош көтә алһындар өсөн, төрлө донъяуи һөнәрҙәр өйрәтеү, барыһын да аңлатыу, ете йәштән намаҙға баҫтырыу һәм, балиғ булғас, динебеҙ ҡушҡанса никахландырыу – ата-әсәнең бурысы.
Шулай уҡ балаларҙың да ата-әсәләр алдында бурыстары барлығын, ҡартайғас уларҙы ҡарау, изгелелек итеү, вафаттарынан һуң тәрбиәләп ерләү, доғалар уҡып торорға тейеш булыуҙарын алдан уҡ хәстәрләп ҡуйыу кәрәк.
Атай-әсәйҙең балаһына ҡылған доғаһы ҡабул ителеүен барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Һәм ата-әсә балаһы менән риза булһа, ундай баланан Аллаһ Тәғәлә лә риза.

Фәнирә Ғайсина.

Артур ВАСИЛОВ һүрәте.

Читайте нас: