Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Ғилемемде арттыр, зиһенемде ҡеүәтлә. Изге ҡолдарыңдан ит. Әй, Раббым! Күкрәгемде ас, эштәремде еңеләйт, тел асҡысы бир! Һәр нәмәне һаҡлаусы, һәр нәмәне күреп, күҙәтеп тороусы, ярҙам итеүсе Раббым! Еңеләйт, ауырайтма, ғәмәлдәремде хәйерле итеп тамамлап торорға ярҙам ит.