Ҡөрьәндең «Әл-Бәҡара» сүрәһе аяттарында айырылыу хаҡында былай тиелгән: «Айырылған ҡатындар, өс күремгәсә япа-яңғыҙ көтөп торор, әгәр улар Аллаға һәм әхирәт көнөнә иман килтергән булһа, аналыҡтарындағы Аллаһ бар ҡылған нәмәне йәшерергә рөхсәт ителмәй. Был хәлдә иргә йөклө ҡатынын ҡайтарыу хәйерле. Ғөрөф-ғәҙәт буйынса ирҙәр ҡатындарын хәстәрләргә, улар менән ипле мөғәмәлә итергә бурыслы. Ысынлап та, Аллаһ бөйөк, хикмәтле!»
«Икенсе тапҡыр талаҡ. Йола буйынса ир никахты һаҡларға йәки яҡшылыҡ менән ҡатынын айырып ебәрергә тейеш. Уның хәләленә биргән, бүләк иткән бер нәмәне лә кире алырға хоҡуғы юҡ. Әгәр улар Аллаһ билдәләгән сикте үтеүҙән ҡурҡһа, ҡатын, фидйә биреп, гонаһтан икеһен дә ҡотҡара ала. Ошо инде Алланың сиктәре, уларҙы үтмәгеҙ, кем Алланың сиктәрен үтә, шул – залим!» [Ҡөрьән Кәрим, 1992].
Әгәр ҡатын иренән һис сәбәпһеҙ үҙе айырылып китә икән, ул ожмахтың еҫен дә татымаҫ, ти. Шул уҡ ваҡытта әгәр ҡатын ирен яратмаһа, ире уны енси яҡтан ҡәнәғәтләндермәһә, ғаиләлә йәшәү түҙә алмаҫлыҡ хәлгә етһә, киләсәктә ул ир менән ҡалыу тағы ла нығыраҡ гонаһҡа батыу ҡурҡынысы тыуҙырһа, ҡатын иренән үҙ ирке менән айырылырға теләүен һәм талаҡ әйтеүен һорай ала. Уны үҙ иркенән тыш көсләп тоторға ирҙең хоҡуғы юҡ. Ҡатын талаҡты үҙе һорап ала икән, был осраҡта мәһәрен иренә кире тапшыра. Мәһәр исраф ителгән булһа, уны аҡсалата йәки икеһе һөйләшеп килешкән хаҡты, әйберҙе бирергә мәжбүр. Был осраҡта улар мәңгегә айырыла. Ир менән ҡатын бер-береһен зинала ғәйепләп, Аллаһ исеме менән анттар әйтеп айырыла икән, был осраҡта ла улар яңынан никахлаша алмай. Әгәр ире юғалһа, оҙаҡҡа төрмәгә ултырһа, ҡурҡыныс йоғошло ауырыуға тарыһа (мәҫәлән, проказа), диндән баш тартып көфөрлөккә төшһә, ҡатын ҡазыйға мөрәжәғәт итеп, айырылышыу тураһында хөкөм сығарта ала. Ҡатындың ире үлһә, ул дүрт ай ҙа ун көндән һуң ғына икенсе кешегә кейәүгә сыға ала.
Талаҡ ниндәй телдә, төрлө һүҙҙәр менән әйтелһә лә, ысын талаҡ иҫәпләнә. Ир ҡатынына шаяртып та, кинәйәләп тә талаҡ әйтергә тейеш түгел, сөнки ул ниәтенә ҡарап, ысын талаҡҡа әйләнә. (Мосолман кешеһенә шаяртҡанда ла алдашыу килешмәй, ул гел дөрөҫ, тоғро һүҙ йөрөтә. Ә кем алдай, ул мосолман булыуҙан туҡтай, хәҙистә билдәләнеүенсә, пәйғәмбәребеҙ саллалаһу ғәләйһис-сәләм: «Алдаҡсы минең өммәтемдән түгел!» – тигән). Мәҫәлән, «Һин минең ҡатыным түгел», «Һине ҡатыным тип иҫәпләмәйем», «Әгәр бөгөн әсәйеңә китһәң, тимәк, айырылдың!» «Ошо тупһа аша сыҡһаң, ирең булыуҙан туҡтайым» тигән һүҙҙәр ҙә талаҡ һанала.
Иҫерек саҡта йәки ныҡ ҡыҙып әйткән талаҡ ысынға иҫәпләнмәй.
Кешенең хис-тойғолары, яҙмышы менән уйнау – оло гонаһ. Шуға һәр ваҡыт уйлап һөйләргә, үҙеңде, ҡатыныңды, балаларыңды юғары әхлаҡта тәрбиәләргә, ғаиләңә матур мөнәсәбәттә булырға, уларға дини ғилем бирергә тырышыу зарур, сөнки ир кеше Яуап көнөндә Аллаһ ҡаршыһында үҙе һәм ғаиләһе өсөн яуап бирә. «Әл-Бәҡара» сүрәһенең күп аяттары (227 – 232, 236 – 237 һ.б.) талаҡ тураһында аңлата. Әгәр яҙмышта ошондай хәл булһа, гонаһҡа батмаҫ өсөн, ғәҙеллек менән эш итергә ҡушыла. Ғәҙеллектә, иманлыҡта матур йәшәр өсөн шәриғәт ҡанундарын белеү, өйрәнеү фарыз.
Һәр ғаиләлә төрлө хәл була, әгәр ир менән ҡатын яңылышҡан һәм хәҙер яңынан бергә булырға теләһә, уларға был изге аҙымда ярҙам итеү кәрәк. «Ән-Ниса» сүрәһенең 35-се аятында: «Әгәр уларҙың айырылышыуынан ҡурҡһағыҙ, ир һәм ҡатындың яҡындарынан яраштырыусы билдәләгеҙ. Йәрәшергә теләһәләр, Аллаһ улар араһына килешеү һалыр. Ысынлап та, Аллаһ белә, хәбәрҙар!» – тиелгән.
Шайтан үәс-үәсәһенә бирелеп, мосолман ғаиләләре тарҡалмаһын, балалар етем ҡалмаһын! Талаҡтан Аллаһ Үҙе һаҡлаһын!