+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
3 Октябрь 2019, 14:36

Ғилем алайыҡ

Әҙәм балаһы тыуғандан алып вафатына саҡлы белем алырға ынтылырға тейеш икәнен барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Сөнки донъяла ғилемебеҙгә таянып эш итәбеҙ, төрлө ғәмәлдәр ҡылабыҙ һәм, нисек йәшәүебеҙгә ҡарап, был тормоштағы һәм әхирәттәге хәлебеҙ баһалана. Ғилемле, белемле кешенең дәрәжәһе ике донъяла ла күпкә юғарыраҡ. «Белгән менән белмәгәнде сағыштырып булмай, улар араһы – ер менән күк араһы», – тиелгән халыҡ мәҡәлендә лә.

Ғилеме булған кешенең мәнфәғәте башҡаларға ла тейә. Кеше ашауға, эсеүгә мохтаж булған кеүек, рухи белемгә лә мохтаж. Әммә уның донъялыҡтағы файҙаһына ғына түгел, ә әхирәттә лә бәрәкәте, Аллаһтан сауабы булыуына өмөтләнергә кәрәк. Шуға ла, тәү сиратта Аллаһ ризалығы, дөрөҫ һәм камил рәүештә ғибәҙәт ҡылыу өсөн тип, дин ғилемен ихлас өйрәнергә тырышыу лазым.
Ислам дине мосолмандарҙың ғилем, белем алыуына төп иғтибарын йүнәлткән, уны фарыз ғәмәл яһаған. Ғилем – сикһеҙ диңгеҙҙәй оло хазина. Ул – Аллаһтың күп сифаттарының береһе, кем Уның ҡайһы сифатына ынтыла, ҡайһыһынан күберәк ала, шуға ҡарап сауаптарыбыҙ, дәрәжәләребеҙ билдәләнә. Ғилем – мосолманды Раббыһына яҡынайтыусы иң яҡшы бәрәкәт. Ғилеме булған кеше генә Аллаһтан ысынлап та ихлас ҡурҡа белә.
Аллаһы Тәғәлә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһис-сәләмгә, ғилемен арттырыуҙы һорап, доға ҡылырға ҡушҡан. Ғилемдән башҡа бүтән бер нимәне лә арттырыуҙы һорарға фарман булмаған. Был хаҡта Ҡөрьәндә: «...Раббым, белемемде арттыр!» – тип әйт», – тиелгән (20:114).
Рәсүлебеҙ шулай доға ҡылыр булған: «Әй, Аллаһ, мин алған ғилемдән миңә файҙа бир! Миңә файҙа килтерерлек ғилем бир һәм уны арттыр!».
«Әгәр ҙә кемдер белем алыу ниәте менән юлға сыҡһа, уны Аллаһы Тәғәлә йәннәттең бер юлынан юлландыра. Ғилем алырға ынтылған кеше менән ҡәнәғәт булып, фәрештәләр уның өҫтөндә ҡанаттарын йәйә. Күктәгеләр һәм ерҙәгеләр, хатта һыу аҫтындағы балыҡтар ҙа ғалимдың гонаһтарын ярлыҡауҙы һорай. Ғалимдар – пәйғәмбәрҙәрҙең вариҫтары. Ысынында, пәйғәмбәрҙәр үҙенән һуң аҡса түгел, ә белем ҡалдыра. Кем уны эстәй, ул бөйөк өлөш ала», – тиелә хәҙистәрҙә.
Икенсе бер хәҙистә: «Белем алырға ниәтләнеп юлға сыҡҡан кеше өйөнә әйләнеп ҡайтҡанынса Аллаһ юлында була», – тиелгән. Өсөнсө хәҙистә: «Әгәр кемдер дингә хеҙмәт итер өсөн ғилем алған сағында вафат булһа, уның ожмахтағы урыны пәйғәмбәрҙәрҙекенән бер баҫҡысҡа ғына түбәнерәк була», – тип әйтелә.
Аллаһы Тәғәлә кемгәлер яҡшылыҡ теләй икән, уны факиһ, йәғни дин һорауҙары буйынса ғалим яһай. Ғалим кешеләрҙе яҡшы ғәмәлдәргә, изгелектәр ҡылырға саҡыра һәм ғилем бирә. Ғалим алған ғилемен кешеләргә таратырға тейеш, әгәр ҙә ул белемен үҙендә ҡалдыра, йәшерә икән, ул әхирәттә китап тейәп йөрөгән ишәк һымаҡ буласаҡ. Алған ғилеме уға сауап түгел, ҙур гонаһ һаналасаҡ. Был хаҡта Ҡөрьәндә: «Ысынлап та, Беҙҙән индерелгән тура ҡулланманы һәм асыҡ аяттарҙы Беҙ уны кешеләргә китаптарҙа аңлатҡандан һуң йәшереүселәр, уларҙы Аллаһ ләғнәтләй, һәм ләғнәтләүселәр ҙә ләғнәтләй», – тиелгән (2:159).

Фәнирә ҒАЙСИНА.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2019) һанында уҡығыҙ.

Читайте нас: