+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
13 Август 2019, 15:39

Ғаилә тормошона әҙерлек

Һуңғы йылдарҙағы күҙәтеүҙәрем буйынса шуны аңланым: беҙҙең халыҡта баланы ғаилә тормошона әҙерләү тәрбиәһе юҡҡа сыға бара... Европа илдәрендәге кеүек, ҡартайғансы өйләнмәй, кейәүгә сыҡмай йөрөүселәр, бала табырға теләмәүселәр һаны арта. Телевизорҙан төрлө боҙоҡлоҡ, аҙғынлыҡты ҡарап, тормош шулай икән тип, яҙыҡ юлды һайлаусылар бар.

Бер яҡтан уйлаһаң, әйҙә, кем нисек теләй, шулай йәшәһен, тиергә лә мөмкин. Әммә эш үҙебеҙҙә генә түгел шул, ә дөйөм милләт, мосолман өммәте алдындағы яуаплылыҡта! Һәр кемебеҙ, күберәк бала табып, уларҙы иманлы, көслө рухлы, ғилемле итеп тәрбиәләп, милләтебеҙҙе, мосолман өммәтен арттырырға, көсәйтергә бурыслы. Кем дә кем быға ҡаршылаша, тимәк, ул халҡыбыҙҙы кәметә, көсһөҙләндерә, юҡҡа сығара, тигән һүҙ.
Революцияға ҡәҙәр башҡорттарға 7–12 бала табыу, уларға матур тәрбиә биреү хас булған. Ата-әсәләр улдарына кәләште үҙҙәре димләгән. Буласаҡ килендең нәҫелен тикшереп, туғандары араһында алдаҡсылар, зина ҡылыусылар, бурҙар һәм аҡылға зәғифтәр бармы-юҡмы икәнен асыҡлағандар. Быуындан-быуынға күсә килгән сирҙәргә иғтибар иткәндәр. Сөнки «алма ағасынан алыҫ төшмәй» икәнен яҡшы белгәндәр. Һөҙөмтәлә күпселек осраҡта хатта бер-береһен бөтөнләй күрмәгән йәштәр ҙә матур итеп донъя көтөп алып киткән.
Хәҙер иһә ата-әсәләр был бик мөһим һәм яуаплы эште тулыһынса баланың үҙенә тапшырып ҡуйған. Улы, ҡыҙы кемде алып ҡайта, шуға риза булалар. Никахтағы тормош-көнкүреш тураһында аңлатыу, ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәткә ҡағылышлы тәрбиә биреү ғаиләләрҙә бөтөнләй юҡ кимәлендә. «Интернеттан, телевизорҙан барыһын да үҙҙәре беләләр», – ти йыш ҡына ата-әсәләр. Был сығанаҡтарҙан кеше ялған, күпселектә кәрәкмәгән, динебеҙ ҡушҡан менән тап килмәгән мәғлүмәттәр ала. Шуға ла хәҙер, руссалап әйткәндә, «гражданский брак» менән йәшәүселәр һаны күп. Был күренеш – аҙғынлыҡтың бер төрө. Никахһыҙ йәшәгән парҙарҙың балалары зинанан, уйнаштан тыуған иҫәпләнә. Иң ҡурҡынысы шунда: бындай «ғаиләләр»ҙең бөтәһе лә тиерлек иртәме-һуңмы тарҡала, ә балалары етем ҡала һәм тейешенсә тәрбиә алмай үҫә. Был хәл баланың киләсәк яҙмышына, холоҡ-фиғеленә насар йоғонто яһай.
Ислам дине буйынса, әгәр ата-әсә, йәше еткәс, һәйбәт пар табып улын өйләндермәй икән, ҡиәмәт көнөндә бының өсөн яуап тотасаҡ!
Никахһыҙ бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәү күпселек осраҡта ир кешенең үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алырға, өйләнергә теләмәүенән килә. Сөнки динебеҙ буйынса, ир ғаиләһен тулыһынса тәьмин итергә тейеш.
Әсәй кешенең төп бурысы – иманлы мосолман тәрбиәләп үҫтереү! Йәғни, тәү сиратта балаға ислам динен, юғары әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләрен өйрәтеп, уның күңелендә ғәҙеллеккә, тыйнаҡлыҡҡа, бөхтәлеккә, ғилем алыуға ынтылыш уятырға, ата-әсәһенә, буласаҡ хәләл ефетенә, туғандарына, ололарға, кескәйҙәргә, күршеләренә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы, рәхимле, ярҙамсыл булыу кәрәклеген аңлатырға тейеш. Аллаһ ҡаршыһында иң күркәм заттар – иманлы, әҙәпле, миһырбанлы, ихлас кешеләр. Ә иманһыҙҙың күңелендә миһырбанлыҡ, йәлләү тойғоһо бөтөнләй булмай. Раббыбыҙ ул сифаттарҙы тик үҙенә ихлас инанғандарҙың күңеленә генә һала. Шуға ла өйләнгәндә тәү сиратта ҡыҙҙың мосолманмы, иманлымы икәнен белергә кәрәк. Сөнки милләттең, мосолман өммәтенең киләсәге улар ҡулында, балаларҙы бит күпселектә әсәләр тәрбиәләй, динде, телде өйрәтә. Ҡатын сабыйының йөрәгенә нимә һала, ул шундай буласаҡ.
Ата-әсәләрҙең балаһына бағышлаған доғалары һис шикһеҙ ҡабул була, шуға ла балаларығыҙға һәр ваҡыт изге теләктә йөрөгөҙ!
Баланың үҙенә лә бәләкәй сағынан уҡ теләктәр теләргә, доға ҡылырға өйрәтегеҙ! Үҙен ҡәҙер-хөрмәт иткән, аңлаған, яратҡан һәм уны ожмахҡа индерерлек иптәш насип булһын, тип һораһын. Сөнки кешенең ярты бәхете хәләл ефетенең ниндәй булыуына бәйле.
Динебеҙ ғаилә ҡормайынса яңғыҙ йөрөүҙе һис хупламай. Кем никахлана, ул Ҡөрьән, шәриғәт ҡушҡандарын үтәне тигән һүҙ. Ғаиләле булыу кешене күп гонаһтарҙан һаҡлап тора, үҙендә яуаплылыҡ тәрбиәләргә өйрәтә.
Ҡөрьәндең күп аяттарында никахлашыу тураһында асыҡ әйтелгән, тимәк, был барыбыҙға ла фарыз икәнлеге аңлашыла. «Ән-Нур» сүрәһендә тулыһынса тиерлек ғаиләне нисек ҡороу кәрәклеге хаҡында бәйән ителгән: «Һәм арағыҙҙа никахта булмағандарҙы һәм ҡолдарығыҙҙан һәм кенәзәктәрегеҙҙән яҡшыларын өйләндерегеҙ. Әгәр улар ярлы булһа, Аллаһ уларҙы Үҙ йомартлығы менән байытыр. Аллаһ солғаусы, белеүсе!» (24:32). «Эй, һеҙ, иман килтергән кешеләр, шайтан эҙенән бармағыҙ! Кем шайтан эҙенән барһа... ул бит боҙоҡлоҡҡа һәм ярамаған эшкә ҡуша...» (24:21).
Ислам дине талаптары буйынса, әгәр ҙә кемгәлер яусы килһә, буласаҡ кейәүҙең иманы, әҙәп-әхләге яҡшы икән, ризалашырға ҡушылған. Был ер йөҙөндә фетнә, боҙоҡлоҡ һәм аҙғынлыҡ таралмаһын өсөн эшләнелә.
Хәҙистән билдәле булыуынса, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу-ғәләйһис-сәләм: «Никахлашығыҙ һәм артығыҙ! Яуап көнөндә мин үҙ өммәтемдең күплеге менән ғорурланырмын», – тигән.

Фәнирә Ғайсина.
Читайте нас: