-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
2 Июль 2019, 19:00

Тура юлға ишара

Магазинда ниндәйҙер әйбер йәки аптеканан дарыу алһаҡ, уның мотлаҡ нисек тотонорға икәнен аңлатып яҙылған ҡулланмаһы була. Ә ҡайҙалыр барыр булһаҡ, беҙ карта, юл күрһәткестәр һатып алабыҙ. Шуның кеүек кешенең дә ҡулланмаһы, юл күрһәткесе бар – ул Ҡөрьән һәм хәҙистәр. Уларҙа мосолмандарға был донъяла нисек дөрөҫ йәшәргә кәрәклеге аңлатылған, шуға ла беҙ фәҡәт изге китаптарға таянып йәшәргә тейешбеҙ. Динен яҡшы аңлаған, үҙен дөрөҫ тотҡан кеше генә камил инсан булыуға өлгәшә һәм ике донъяла ла бәхеткә ирешә.

Был донъяға беҙ барыбыҙ ҙа мосолман булып тыуғанбыҙ, тик һуңынан ата-әсәләр генә үҙҙәренсә тәрбиә биреп, балаларҙы төрлө дин кешеһе йәки динһеҙ яһай. Шулай, күптәр иң мөһимен, ни өсөн тыуғанын, ни өсөн йәшәгәнен дә аңламай, Аллаһ, дин хаҡында уйланмай, байлыҡ, дәрәжә, дан артынан ҡыуып, ҡыҫҡа ғына ғүмерен бушҡа үткәреп ебәрә.
Ә ни өсөн Аллаһы Тәғәлә беҙҙе барлыҡҡа килтергән һуң? Быға яуап Ҡөрьәндең «Әҙ-Ҙәрийәт» («Елгәреү­селәр») сүрәһендә әйтелгән: «Мин ендәрҙе һәм кешеләрҙе Үҙемә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн генә барлыҡҡа килтерҙем» (51:56).
Шуға ла Раббыбыҙ ерҙә йәшәгән һәр кемде дингә саҡыра, һис кем саҡырылмай ҡалмай. Был саҡырыуҙар төрлөсә була, кемдеңдер тормошонда мосолман кешеһе тап булып, уға өгөт-нәсихәт һөйләй, исламды аңлатып дәғүәт ҡыла, ҡайһы берәүҙең ҡулына Ҡөрьән, йәки башҡа дини китап килеп эләгә.
Әгәр кеше иманға өндәү ишетһә, был уға Аллаһ тарафынан ебәрелгән ниғмәттер. Ул уны шөкөр итеп ҡабул ҡылһа, яҡшы, кире осраҡта көфөр­лөктә мәрхүм булып, мәңгелек тамуҡ утынына әйләнә. Ә бит Аллаһы Тәғәлә һәр кешегә аҡыл биргән, уйланһын, үҙен бар ҡылыусыһын таныһын, аңла­һын һәм бәхет ҡапҡаларын асһын, тип.
Аллаһы Тәғәлә кемгә яҡшылыҡ теләй, шуға оло бәрәкәт – дини ғилем бирә, уны наҙанлыҡ ҡараңғылығынан сығара, иманға йөрәген аса һәм тура юлға баҫтыра. Төрлө милләт кешеләренең исламға килеү тарихына интернет селтәрендә күҙ һалайыҡ.

Фәнирә Ғайсина.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: