0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
26 Апрель 2019, 18:59

Хәйер, бурыс һәм бәрәкәт тураһында

«Эй Хоҙайым, мине ваҡ аҙымдар яһау сәнғәтенә өйрәт», – тигән Сент Экзюпери. Тормошобоҙҙоң камил булмауына зарланып, билдәһеҙ киләсәктә уны ҡырҡа үҙгәртеү өсөн ниндәй ҡаһарманлыҡ ҡылыу хаҡында баш ватҡансы, көнитмешеңде яҡшыртыу өсөн көн дә бәләкәй генә берәй эш ҡылыу арыуҙыр.

Мәҫәлән, хәйер биреү. Һәр мосолманға йыл да мотлаҡ фарыз булған Рамаҙан айы аҙағында бирә торған фытыр саҙаҡаһы менән хәлле кешеләрҙең йылына бер мал-мөлкәтенең ҡырҡтан бер өлөшө күләмендә түләгән зәҡәтенән тыш, һәр кем үҙ теләге менән дә хәйер-саҙаҡа бирә ала. Киң мәғәнәлә алғанда, саҙаҡа – ул Аллаһы Тәғәлә хаҡына ҡылынған ниндәй ҙә булһа изге эш, ғәмәл. Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ(с.ғ,с.): «Мөлкәтегеҙҙе зәҡәт менән һаҡлағыҙ, ауырыуҙарығыҙҙы хәйер менән дауалағыҙ, бәләләрегеҙҙе доға менән бороғоҙ», – тигән.
Мохтаждарға ярҙам иткән, әйләнгән һайын хәйер-саҙаҡа биреп торғандарҙы Хоҙай фани донъяла уҡ йән тыныслығы һәм ҡәнәғәтлек тойғоһо менән бүләкләй. Бер телем икмәк йә йотом һыу биреү ҙә саҙаҡа, ул ҙурлығы-бәләкәйлеге менән үлсәнә торған дәүмәл түгел. «Ярҙам көткәндәргә ҡул һонған һайын Аллаһы Тәғәләнең һағышығыҙҙы һәм хәстәрҙәрегеҙҙе кәметеүен тойорһоғоҙ. Мәрхәмәтлелек – динебеҙ дауаханаһындағы иң шифалы саралыр», – тиелә замандашыбыҙ Әл-Ҡәрниҙең хәҙистәргә таянып яҙылған «Нисек бәхетле булырға?» тигән китабында.
Аллаһ илсеһенең: «Саҙаҡа Аллаһы Тәғәләнең ризаһыҙлығын кәметә, фажиғәләрҙән һәм ҡурҡыныс үлемдән һаҡлай», – тигән һүҙҙәрендә һис тә көтөлмәгәнлек юҡ.
Тамырында «хәйер» һүҙе ятҡан хәйерле тигән сифатты ата-бабаларыбыҙ юҡҡа ғына яҡшы, уңышлы, бәрәкәтле кеүек яҡты ҡөҙрәт менән һуғарылған һүҙҙәр урынына ҡулланмаған бит. Хәйерле көн, хәйерле юл, хәйерле сәғәттә, хәйерле бала булһын, хәйерлегә булһын ише һүҙбәйләнештәрҙә, тимәк, Хоҙай мәрхәмәте аҫтында булайыҡ, тигән мәғәнә лә ята.
Саҙаҡа биреү – мосолман өсөн фарыз ғәмәл, бурыс. Бурыслы булыу өҫтөңә яуаплылыҡ алыуҙы аңлата. Ләкин хәҙерге ҡатмарлы һәм ҙур тиҙлекле тормош шарттарында күбебеҙ хатта тейеш хәйерҙәрен дә биреп, ваҡытында бурысынан ҡотолоп бармай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Етмәһә, йыш ҡына төрлө сәбәптәр арҡаһында түләүҙәргә аҡса еткерә алмайынса, киреһенсә, кешенән йә банктан аҡса алып торорға мәжбүр. Шулай итеп, ул үҙе лә аңғармаҫтан бурысҡа инә, йәғни, хәйерһеҙ, бәрәкәтһеҙ әҙәмгә әйләнә.
Һинд халҡының боронғо ведаларында, әгәр ҙә кем дә берәү икенсеһенән көтәсәккә аҡса алып тора икән, ул шуны кире ҡайтарып бирмәйенсә, уның аҡса энергияһының ағымы, йәғни, бәрәкәте, бурысҡа биреп торған кешегә китеп тора, тиелгән. Өҫтө-өҫтөнә бурысҡа алып, кредиттан сыға алмаған ундай хәйерһеҙ кешеләр тураһында халыҡта: унда аҡса тормай, күпме эшләһә лә, йоҡмай, ҡулының ҡото юҡ, тип әйтәләр.
Тәбиғәттәге әйләнеш ҡануны буйынса, нимәнелер алыр өсөн бирергә лә кәрәк, шул рәүешле беҙ ҡот ҡуласаһын өйрөлтәбеҙ. Хәрәкәт булған ерҙә генә бәрәкәт бар. Алмашынып тормаһа, күл һыуы ла бығып, балыҡтары тонсоға башлай, шуның ише янсыҡтарыбыҙҙағы тәңкәләр ҙә алда әйтелгән ҡанун буйынса үрсей йә кәмей.
Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, шәрифтәре «Forbs» журналы исемлегенән төшмәгән байҙар һәммәһе лә, хәлдәренән килгәнсә төрлө фондтар асып, мәрхәмәтлек менән шөғөлләнә, малының нисбәтенә ҡарата, шулайтып зәҡәтен түләй.
Мал-мөлкәттән, байлыҡтан ҡырҡа айырмалы «ризыҡ» тигән төшөнсә лә бар. Ул һиңә яҙған ашамлыҡты ғына аңлатмай. Хәҙистә: «Һәр кем үҙ ризығы менән тыуа»,– тиелгән. Тимәк, йән эйәһенә тыумыштан был донъяла уның ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек тәғәйен өлөш бирелә. Урыҫтарҙа: «Аллаһ ҡуянын бирһә, туғайын да бүлә», – тигән әйтем бар. Психологтар уны кешенең матди яҙмышы тип йөрөтә һәм ошолай тәфсирләй: «Ғаиләлә матди инеш дөйөм. Ир менән ҡатындың икеһенә лә таман булған ниндәйҙер бер дәүмәл була. Ул өлөш, ниндәй генә хәлдәр булмаһын, кеҫәгә инеп тора. Мәҫәлән, был айҙа ҡатынының эш хаҡын ҡырҡтылар икән, иренә уйламаған ерҙән өҫтәлмә табыш килә». Яҙған ризыҡ теш емереп инә, тиҙәр. Ә уйламағанда аҡса йә мал ҡулдан ысҡынғанда, ризыҡҡа яҙмағандыр, ярай, хәйерҙән булһын, ти беҙҙең халыҡ.
Хәҙерге йәштәр йыш ҡына тәүҙә аҡса эшләп матди яғын нығытырға тырыша, ә бала табыуҙы, аяҡҡа баҫа биргәс, тип кисектереп, яңылыша. Ә бына Һиндостанда ярлы ғаиләләр Хоҙайҙан, мул өлөшлө бала бир, тип доға ҡыла. Ундай бала тыуа ҡалһа, ғаиләнең килеме ҡапыл уйламаған ерҙән күбәйә, арта, тип иҫәпләй улар. Икенсе яҡтан,
муллыҡ һәм бәрәкәттең аҡса менән генә үлсәнмәүен дә иҫтән сығармаҫҡа кәрәк. Ҡайһы берәүҙәргә Аллаһы Тәғәлә малды тәңкә менән түгел, ә мөмкинлектәр аша ла бирә.
Мәҫәлән, кешеләр йыш ҡына машиналы йә йортло булыуға бөтөнләй аҡсаһыҙ көйө, һәләттәре һәм ныҡышмалылыҡтары аша килә. Шуға ла тормошта аҡсаға түгел, ә муллыҡҡа ынтылырға кәрәк.
Күберәк биргән һайын, артып ҡайта. Беҙ был ҡанунды беләбеҙ, ләкин уны һәр өлкәлә лә аңғарырға өйрәнмәгәнбеҙ әле. Хәйер – ул тик арттыра алған тиклем аҡсаңды мохтаждарға бүлеп, мәрхәмәтлек менән шөғөлләнеү генә түгел. Башҡаларға, донъяға күберәк мөхәббәт, белем һәм мәғлүмәт биреү, шатлыҡ-ҡыуаныс бүләк итеү, хәстәрлек күрһәтеү, ярҙам йә кәңәш итеү, хөрмәт күрһәтеүҙең дә саҙаҡа, һауап булыуын, кәйелеп, үҙеңә бер хәйерле ғәмәлгә әйләнеп, кире ҡайтыуын да аңларға кәрәк беҙгә.
Әлбиттә, бары тик үҙ тормошоңдо ғына яҡшыртыу ниәте менән эшләнгән мәрхәмәтлек – мәрхәмәтлек түгел, ләкин башҡаларға ихлас илтифат итһәң, донъяның һиңә ыңғай яғы менән бороласағын иҫтә тотоу кәрәктер.
Мөслим өсөн тағы ла мөһимерәк бер нәмә – фатиха. Үҙең уларға шул яҡшы тип уйлағандан түгел, ә башҡаларҙың һәйбәт теләктәрен тормошҡа ашырған өсөн беҙ, кешеләрҙән рәхмәт ишетеп, фатиха, йә киреһенсә, көткәндәренсә эш итә алмайынса, рәнйеш алабыҙ. Динебеҙҙә бигерәк тә атай-әсәйҙең фатихаһын алыу бик мөһим ғәмәл иҫәпләнә.
Башҡаларҙың һеҙгә ниндәй мөғәләмәлә булыуын теләһәгеҙ, уларға ҡарата ла шулай булығыҙ, тиелә Тәүратта. Был һүҙҙәр карманың да нисек эшләүен тулыһынса аса. Карманың ниндәйҙер хәл-ваҡиғалар түгел, ә тойғолар, кисерештәр булыуын аңларға кәрәк. Сөнки бер үк ваҡиғаны ла һәр кем үҙенсә кисерә. Ә ҡылған ҡылыҡтарыбыҙ, һәр бәләкәс аҙымыбыҙ туранан-тура беҙҙең киләсәгебеҙҙе әүәләй. Бөтәһенә лә һис айырмай ҡояш булыуы ауыр, шуға ла беҙ, үҙебеҙ ҙә белмәйенсә алған рәнйештәребеҙҙе кәметә алмаһаҡ та, хәйерле эштәр менән фатихаларыбыҙҙы күбәйтеү мөмкинлегенә эйәбеҙ. Ҡарт күршегеҙгә кибеттән икмәк-һөт алып килеү, ата-әсәһе матди ауырлыҡ кисергән балаға алма тоттороу, хатта өйөңә ҡунаҡ саҡырыу ҙа, туғандарыбыҙ алдында динебеҙ ҡушҡан бурыстарҙы үтәү ҙә – Аллаһы Тәғәләгә хеҙмәт итеү. Хоҙай алдында хеҙмәт күрһәтеү, йәғни, уның ҡоло булыу, мөмкинлеге һәр эштә бар. Шуның арҡылы ғына кеше изгелек итеүҙең, биреүҙең уны алыуға, ҡабул итеүгә ҡарағанда мең тапҡырға рәхәтерәк икәнен аңлай ала.
Тормошоңдағы бәрәкәт дәүмәле кешеләрҙең, иң тәү сиратта атай-әсәйеңдең һәм башҡа туғандарыңдың һинән ризалығынан, фатихаһын ала алыуҙан да тора. Ошо сәбәптән дә Ислам туған-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә, үҙ-ара бурыстарҙы билдәләүгә етди ҡарай, мөһим урын бирә.
Юҡҡа ғына бер аҡыл эйәһе: «Аҡса ул кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәренең бахыр бер күләгәһе», – тимәгән бит. Шуныһы ҡыҙыҡлы: хәҙер фән дә был күренешкә иғтибар итә башлаған, бигерәк тә килен-ҡәйнә араһындағы ҡытыршылыҡтар ғаилә башлығының аҡса эшләү мөмкинлегенә, килеменә насар йоғонто яһай икән. Сөнки әсәһен тыңлаһа, ул ҡатынының рәнйешен ала, хәләле яғына баҫһа, әсә фатихаһынан яҙа. Был осраҡта ир кеше, ҡайһылай ғына үлсәп эш итһә лә, хәйерле ҡарар ҡабул итеүҙән мәхрүм, тип яҙа психологтар. Ҡатын иренең әсәһенә булған һөйөүен хөрмәт иткәндә һәм әсәләрҙең балаһының кәләшенә булған мөхәббәтен ғәфү иткәнендә генә, ир кеше был йомоҡ ҡуласанан ҡотолоп, ғаиләһенә бәрәкәт килә икән, баҡтиһәң.
Рәсүлебеҙ: «Хәйер – ул кешенең иманлылығын иҫбатлаусы күрһәткес»,– тигән икән, мөмкинлек булғанда, изгелектәр ҡылырға, яҡындарыбыҙҙың фатихаһын алырға, ризығыбыҙҙы күбәйтергә ашығайыҡ. Ә инде бурыстарға батҡан кешеләр күңел тыныслығын һаҡларға ынтылһын, сөнки төшөнкөлөккә бирелеү ихтыяр көсөн кәметә. Ә унһыҙ кеше яҙмыш һынауҙарына ҡаршы тора алмай. Шуға ла бөгөн һеҙгә йәренгә бурыс ауҙарынан ҡотолдорор доғаны өйрәтмәксебеҙ. Уны иртә таңда һәм кис ятыр алдынан уҡырға кәрәк.
Аллаһумма ’иннии ’ә‘үүҙү бикә минәл һәмми үәл хәзәни, үәл ‘аджзи үәл кәсәли, үәл бухли, үәл джубни, уа-дала‘и-ддәйни үәл ғолябәти-рриджәәл.
Мәғәнәһе:
Эй Аллаһ, ысынлап та, мин һиңә күңел тынысһыҙлығы һәм һағыштан, көсһөҙлөктән һәм моңһоҙ­лоҡтан, һаранлыҡтан һәм тар күңеллелектән, бурысҡа батыуҙан һәм кешеләрҙең рәнйетеүенән ҡасып һыйынам (Әбу-Дааъ­ууд аша төшөрөлгән).
Был доға мохтаж булғандарға, бурыстарынан ҡотолоп, хәйерле тормошҡа аяҡ баҫыуға бер ярҙам булһын. Пауло Коэльо: «Һәр ихлас хыялға ҡушып, кешегә уны тормошҡа ашырыр ҡөҙрәт тә бирелә», – тигән. Шулай була күрһен!
Диңгеҙ һанап бөткөһөҙ күп тамсыларҙан торған кеүек, хәйер ҙә ғәжәп күп төрлө изге эштәрҙән ғибәрәт. Ләкин алтын урталыҡ тураһында ла оноторға ярамай. Әлеге мәлдә ҡалай ярҙам итә алаһығыҙ, күпме бирә алаһығыҙ, шунса бирегеҙ, саманы онотоп, үҙеңә зыян килтерерҙәй булмаһын. Ни сәсһәң, шуны урырһың, тиҙәр, бөгөнгә түтәл булһа ла ҡаҙа башла!

Читайте нас: