Ә мосолман өсөн фани донъяла ғына бәхетле булыу етмәй, ул мәңгелек әхирәттәге, ысын донъялағы бәхеткә ынтыла. Әлбиттә, барлыҡ дин тотоусылар өсөн иң мөһим оло бәхет – иманлы булып йәшәү һәм баҡыйлыҡҡа күскәндә мосолман булыу. Сөнки иманһыҙ, кафыр булып йәшәү һәм үлеү – иң ҙур гонаһ, бәхетһеҙлек.
Тормоштоң һәр өлкәһендә мөьмин мосолман өсөн пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу-ғәләйһис-сәләм өлгө булып тора. Ҡөрьәнгә һәм сөннәткә таянып, үҙ яҙмышыбыҙҙы дөрөҫләү, матурлау лазым.
Ике донъяла ла нисек йәшәү хаҡында уйланған, аҙаҡ үкенестә булмаҫ өсөн тырышҡан, аҡылы булған һәр кем яҙмышын үҙгәртергә, яман ғәҙәт, харам, хаталарҙан һаҡланып, күберәк изгелек эшләргә, туғанлыҡ ептәрен өҙмәҫкә тейеш. Әгәр ҙә кеше ҡырын эш ҡыла икән, йән тыныслығын юғалта. Күңел тыныслығы тапмайынса бәхеткә ирешеү мөмкин түгел. Уны боҙа торған ҡайһы бер ғәмәлдәр бар: ул гонаһ эшләү, көнләшеү, өмөтһөҙлөккә бирелеү һ.б. Гонаһ, ысынлап та, кешене бәхеттән мәхрүм итә, уға ниғмәт ишектәрен яба. Әҙәм балаһы боҙоҡлоҡтар ҡыла торғас, был уның ғәҙәтенә инә һәм яҙыҡ эштәре имандан сығарып, ике донъя бәхетенән мәхрүм итеүе ихтимал.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: «Кеше гонаһ ҡылыу сәбәпле ризыҡтан мәхрүм ителер, тәҡдирҙе бары тик доға ғына үҙгәртеүе мөмкин, һәм ғүмерҙе ни бары изгелек кенә арттыра».
Яҙыҡ эштәр ҡылған әҙәм намаҙҙы ваҡытында уҡымай, зикер-доғаларға иғтибар бирмәй. Телгә алынған ғәмәлдәрҙе үтәргә теләге бөтөнләй юҡҡа сыға. Гонаһ кешене Аллаһтан йырағайта, бәхетһеҙлеккә килтерә. Шул сәбәпле насар ғәҙәттәрҙән баш тартып, тәүбәгә килергә кәрәк – Раббыбыҙ мәрхәмәтле һәм ғәфү итеүсе бит.
Көнләшеү – кеше бәхетен юҡҡа сығарыусы сифат. Ундай әҙәм башҡа кеше ниғмәттәренең үҙендә булыуын теләй. Шулай итеп, ул Аллаһ Тәғәләнең ҡарары менән риза булмай. Рәсүлебеҙ былай тигән: «Көнләшеүҙән һаҡланығыҙ, сөнки ут утынды юҡ иткән кеүек, көнләшеү ҙә изгелектәрҙе юҡҡа сығара».
Иблис көнләшеүе арҡаһында Әҙәм ғәләйһис-сәләмгә хөрмәт йөҙөнән сәждә ҡылыуҙан баш тарта һәм ахырҙа кафырға әйләнеп, Аллаһтың рәхмәтенән мәхрүм ителә. Ер йөҙөндә беренсе тапҡыр кеше үлтереү ҙә көнләшеү арҡаһында ҡылына. Көнләшеүсе, үҙендә булған нәмәләре өсөн Раббыһына шөкөр итеү урынына, башҡа кеше мөлкәтенә ҡыҙығып, ризаһыҙлыҡ һәм ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Бындай кеше тыныслығын юғалта һәм ул бер ҡасан да бәхеткә ирешә алмай!
Төшөнкөлөккә бирелеүсе әҙәм балаһы иһә һәр нәмәлә шикләнә һәм барыһын да гел насарға юрай. Хаҡ мосолман Раббыһынан тик яҡшыны ғына өмөт итергә тейеш. Ысынлап та, Аллаһ Тәғәлә кешегә был донъяла һәм әхирәттә шатланыр өсөн күп ниғмәттәр бирә, беҙгә тик шөкөр итергә һәм ҡыуанырға ғына кәрәк.
Ағзаларының сәләмәтлеге, күҙенең күреүе, ҡолағының ишетеүе, аяҡтарының йөрөүе менән ҡәнәғәт булыу кешене бәхетле итә. Ә һәр ваҡыт ризаһыҙлыҡта ҡалыу, зарланыу әҙәм балаһын борсоуға һәм ҡурҡыуға һала. Йән тыныслығын тойор өсөн, һәр ваҡыт Аллаһты иҫләп зикер әйтеп, доғалар ҡылып йөрөү зарур.
Ҡөрьәндә: «Иман килтергән кешеләрҙең күңелдәре Аллаһты иҫкә төшөргән ваҡытта тыныслана, иман килтергән һәм изгелек ҡылғандарға рәхәтлек һәм яҡшы урын», – (13: 28-29) тиелгән.