-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Аллаһ бәрәкәте
20 Март 2018, 16:41

Ниғмәттәр өсөн яуап

Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим. Аллаһ Тәғәлә кешеләргә икһеҙ-сикһеҙ ниғмәт, бәрәкәт, байлыҡ биргән. Беҙ уларҙың күпселеген белмәйбеҙ, иҫкә лә алмай онотолоп йәшәйбеҙ.

Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим. Аллаһ Тәғәлә кешеләргә икһеҙ-сикһеҙ ниғмәт, бәрәкәт, байлыҡ биргән. Беҙ уларҙың күпселеген белмәйбеҙ, иҫкә лә алмай онотолоп йәшәйбеҙ. Әммә аҡыллы йән Раббыһы үҙенә ни тиклем рәхимле, йомарт һәм шәфҡәтле булыуы хаҡында уйланырға һәм ҡиммәтен аңларға тейеш. Ғафил, бошмаҫ, битараф булыу иманды кәметә, күңелде ҡатыра, Аллаһтан йырағайта. Кеше тыуғас та, ай, сәғәт, минут, секунд һайын үлеменә табан яҡынлай, шуны белеп тә, һаман битараф ҡала һәм Раббыһына шөкөр итергә онота. Әгәр ҙә кеше шөкөр итмәһә, үҙенә бирелгән барлыҡ бәрәкәт-байлыҡтың юғалыуына сәбәпсе була һәм әхирәттә ундай әҙәмде һынау көтә. Ҡөрьәндә был хаҡта шулай тиелгән: «Бына Раббығыҙ: «Әгәр шөкөр ҡылһағыҙ, Мин һеҙгә арттырырмын, әгәр ҡәҙерен белмәһәгеҙ... Ысынлап та, Минең ғазабым көслө!» – тип хәбәр итте («Ибраһим» сүрәһе, 14:7).
Әлбиттә, беҙ Аллаһ Тәғәләгә ни тиклем күп шөкөр итмәйек, барыбер ул әҙ буласаҡ һәм тейешле кимәлдә рәхмәт әйтеп бөтөрә алмаясаҡбыҙ. Шуға Унан ғәфү үтенеп, хәлебеҙҙән килгәнсә ихлас шөкөр итәйек.
Аллаһтың кешелеккә тәғәйенләгән байлығы иҫәпләп бөткөһөҙ. Ул беҙгә аҡыл, һаулыҡ, киң ризыҡ, балалар, матурлыҡ, сихри тәбиғәт, эсәр һыу, матди һәм иман байлығы биргән. Күҙҙәребеҙ күрә, ҡолаҡтарыбыҙ ишетә, аяҡ-ҡулдарыбыҙ йөрөй, танауыбыҙ тын ала, телебеҙ йырлай-һөйләй ала. Кеше организмы – үҙе үк мөғжизә, ә беҙ был оло ниғмәттәр хаҡында һирәк иҫләйбеҙ. Күҙҙәр күреүе, ҡолаҡ ишетеүе, танауҙың тын алыуы ғына ла – ҙур байлыҡ. Күҙҙәребеҙ аша күпме матурлыҡ асыла беҙгә: йәйен сәскәләрҙең сәскә атыуын, күбәләктәр осоуын, йәйғор нурҙарын, урман-тауҙар йәшеллеген, ҡыштың ҡарлы, бәҫле матурлығын, йыһан киңлеген һәм иң мөһиме – туғандарыбыҙҙың нурлы йөҙөн күреү – оло бәхет.

Һандуғас һайрауын, Ҡөрьән аяттарын, төрлө телдәрҙәге моңло йыр-көйҙәрҙе, туғандарыбыҙ тауышын ишетеү – сикһеҙ хазина. Күҙ алдына килтерегеҙ: әгәр ҙә ҡолаҡтарыбыҙ ишетмәһә, күҙҙәребеҙ күрмәһә, был мөмкинлектәрҙән, ни тиклем сикһеҙ гүзәллектән мәхрүм булһаҡ, ни эшләр инек икән? Әллә нисәмә миллион һум аҡса бирәбеҙ тиһәләр ҙә, беребеҙ ҙә күҙ-ҡолаҡтан яҙырға теләмәҫ.
«Әт-Тәкәҫүр» («Байығыуҙа ярышыу») сүрәһендә: «Шунан, ошо көндө һеҙ, әлбиттә, [донъялағы] рәхәтлек тураһында һораласаҡһығыҙ (102-8)», – тиелгән. Ә «Ибраһим» сүрәһендә: «Һәм һеҙ һорағандарҙың барыһын да бирҙе. Һәм әгәр һеҙ Алланың ниғмәтен иҫәпләһәгеҙ, һанап бөтөрә алмаҫһығыҙ. Ысынлап та, кеше – йәберләүсе, йыш ҡына яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәй (14:34)», – тиелгән.
Ҡайһы берәүҙәр юғары дәрәжә яулаһа: «Мин үҙем шундай үрҙәргә еттем», – тип маһая башлай. Кеше үҙе көсһөҙ бит ул, ә бөтә нәмә – фәҡәт Аллаһ ҡулында. Әгәр ҙә Аллаһ Тәғәлә Үҙ рәхимлеге, ризалығы менән һаулыҡ, аҡыл һәм дәрәжә бирмәһә, бәндә һис бер нәмәгә өлгәшә алмаҫ ине. Хатта керпеген күтәреп ҡарарға һәм тын алырға көсө етмәйәсәк.
Үлем түшәгендә ятҡан әҙәм тағы һулыш алыр өсөн барлыҡ байлығын бирергә риза булыр ине. Тын алыу һәм һулышты сығарыу ҙа – Аллаһ бәрәкәте. Беҙ шул бер тапҡыр тын алыуыбыҙ өсөн генә лә ике тапҡыр шөкөр ҡылырға тейеш. Мәҫәлән, кеше бер сәғәт эсендә әллә нисәмә мең тапҡыр тын ала. Тимәк, тәүлектә 24 cәғәт эсендә тын алғаныбыҙ өсөн күп тапҡырҙар шөкөр әйтергә тейешбеҙ. Уйлап ҡарағыҙ, ә ҡалған ниғмәттәре өсөн? Әлбиттә, Раббыға был хәтлем шөкөр әйтеп бөтә алмаясаҡбыҙ. Әммә ихлас ниәт итеп, гел Аллаһты иҫләп, Уға һәр ниғмәте өсөн рәхмәтле булыу фарыз. Шулай уҡ Аллаһ биргән байлыҡ фәҡәт Унан икәнен иҫләп, уларҙы гонаһлы эштәрҙә ҡулланмау мөһим.

Кешене Аллаһ был донъялағы барлыҡ мәхлүктәрҙән өҫтөн итеп яратҡан. Беҙгә ғүмер, аҡыл, күркәм ҡиәфәт биргән. Беҙҙе мосолман итеп, иман биреп, Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһис сәләм өммәтенән иткәне – иң оло мәртәбә. Ысын мосолман әхирәттә ожмах әһеле буласаҡ. Шуға ла беҙгә был донъя рәхәттәре өсөн генә түгел, ә мәңгелек өсөн дә алдан шөкөр әйтеп ҡуйыу яҡшы.
Раббыбыҙ шул тиклем йомарт, беҙ Уға рәхмәтле булған һайын күп сауаптар яҙа, гонаһтарыбыҙҙы ғәфү итә һәм теге донъяла дәрәжәбеҙҙе юғары ҡыла.
Хәйерсе бер сәхәбә пәйғәмбәребеҙҙән: «Ә минән ниндәй ниғмәттәр өсөн һорау аласаҡтар?» – тип ҡыҙыҡһынған. Рәсүлебеҙ: «Ағас күләгәһендә ултырып ял иткәнең, аяғыңа кейгән сандалийың, эскән һыу өсөн дә», – тигән. Шулай итеп, ғүмер буйы хәйерсе йәшәгән әҙәм дә әхирәттә бик күп ниғмәттәр өсөн яуап тотасаҡ. Шуның өсөн дә Аллаһ Тәғәләбеҙгә беҙгә биргән барлыҡ изгелеге өсөн шөкөр итәйек!

Фәнирә ҒАЙСИНА.
(Осман Нури Топбаштың «Хәлид Бағдади» китабынан алынды.)

Читайте нас: