-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғалимә сәхифәһе
20 Октябрь 2025, 13:21

Металды буйһондорған ҡыҙ

Теүәл фәндәр донъяһы – күңелһеҙ лабораториялар, ҡатмарлы формулалар, тип уйлайһығыҙмы? Тимәк, һеҙ йәш ғалимә Эльвина Шәйәхмәтова менән таныш түгел. Ул, бығаса берәүҙең дә тәүәккәллеге етмәгән фәнни темаға тотоноп, металды ультратауыш ысулы менән йәбештереү мөмкинлеген иҫбатланы. Күптән түгел башҡорт ҡыҙы Фучжоу университетында, Ҡытай профессорҙары менән берлектә, ошо йүнәлеш буйынса эксперименттар үткәреп ҡайтты. Йәш ғалимәнең сит илдәге стажировкаһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранты ярҙамында ғәмәлгә ашырылды. – Эльвина, Башҡортостаныбыҙҙа шундай асыштар булғанын һәм был эштәрҙе йәш ғалимәләребеҙ атҡарып сыҡҡанын белеү – иҫ киткес ғорурлыҡ та, ҡыҙыҡ та. Нескә генә һылыуҙың металды йәбештереү кеүек ҡатмарлы технологияға тотоноуы  уҡ – бик ҡыйыу аҙым. Фәндән алыҫ булғандарға ябай тел менән аңлатығыҙ әле был яңы алымдың асылын?

Металды буйһондорған ҡыҙ
Металды буйһондорған ҡыҙ

– Ҡытайға стажировкаға тап һеҙҙе һайлағандар. Ошо хаҡта һөйләгеҙ әле.

– Фәнни белем биреү ойошмаларына сит илдә стажировка үтеү өсөн гранттар бүленә. Шуға күрә беҙҙең ойошма кемдәрҙе ебәреүҙе үҙе хәл итте. Был теманың актуаллегенә лә, ғилми эштең дәрәжәһенә лә бәйле булғандыр. Ҡытай студенттары, ғалимдары менән берлектә, уҡыуҙар һәм ғилми эшкә бәйле тикшеренеүҙәр үтеп, үҙ тәжрибәм менән уртаҡлаштым. Фәнни-ғәмәли семинарҙа ҡатнашырға тура килде, төрлө ҡыҙыҡлы докладтар тыңланым һәм үҙем дә сығыш яһаным.

– Ҡытайҙа тәүге тәьҫорат ниндәй булды?

– Телевизорҙан ҡарағанда, Ҡытайҙа кешеләрҙең урамда өйкөлөшөп йөрөүе, күплеге күҙгә

ташлана. Ә беҙ дүрт ҡалаһында, шул иҫәптән Пекинда ла булдыҡ. Урамда кеше һирәк, аэропорттарҙа ла, метрола ла халыҡ күп түгел. Иң ҡыҙығы: билдәле бутиктарға инһәң, рус теллеләрҙең байтаҡ булыуына хайран ҡалаһың. Рәсәй халҡы ғаиләләре менән йөрөй, бәлки, ялға килгәндәрҙер, тип уйланым. Ә Ҡытай үҙе етештергән әйберҙәр, затлы туҡымалар, кейем-һалым, фарфор, юғары сортлы сәйҙәр бик ҡиммәт. Был мөғжизәле илдә боронғолоҡ та, заманса хозурлыҡтар ҙа ғәжәйеп күренә, элекке традициялар яңы технологиялар менән бергә үрелеп бара. Ҡалалар масштабы менән һоҡландыра: күккә олғашҡан заманса биналар боронғо ғибәҙәтханалар менән йәнәшә генә урынлашҡан. 

– Унда фәнгә мөнәсәбәт Рәсәйҙәгенән нимәһе менән айырыла? Командағыҙ стажировка ваҡытында ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәште?

– Башҡортостандан беҙ дүртәү барҙыҡ, һәр кемдең – үҙ темаһы һәм ғилми эше. Беҙҙе бер өйөр йәштәр ҡаршы алды. Республикабыҙҙан күстәнәс итеп башҡорт балы, сувенирҙар һалып алғайныҡ. Уларҙы, шул, беҙҙең менән эшләйәсәк Цючэнь Ма исемле профессорға тапшырырға тейешбеҙ. Профессор тигәс, сал сәсле һәм олпат ҡына өлкән кеше тип уйлайбыҙ бит инде. Ә инде оҙатып йөрөгән йәштәрҙең береһе ул булғанын икенсе көнөнә генә белеп  аптырап ҡалдыҡ. Баҡтиһәң, Ҡытайҙа «әле һин йәш, әле ваҡытың етмәгән, әле ағайҙарыңды үткәреп торайыҡ» тигән сикләү юҡ икән. Белемгә ынтылған талантлы, тырыш кешегә юл һәр ваҡыт асыҡ. Ғалимдарҙың күбеһе йәш, әүҙем һәм һәр аҙымдары оло маҡсатҡа йүнәлтелгән. Шулай ҙа күҙгә ташланған кире яҡтары ла бар. Ҡытайҙы беҙ айырыуса техник йәһәттән үҫешкән ҡеүәтле ил тип беләбеҙ. Әммә фәнни эш менән етди шөғөлләнгән университетта махсус йыһаздарға, аппараттарға ҡытлыҡ. Оло ғына учреждениела бары бер заманса микроскоп булыуы һәм һәр    эксперимент алдынан уға сират көтөргә тура килеүе ғәжәпләндерҙе (беҙҙең Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында ундай ҡеүәтле микроскоп өсәү, мәҫәлән). Әлбиттә, аралашыусан һәм идеялары ташып торған утыҙ йәше лә тулмаған етәксе менән эшләү ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә булды. Был университетҡа уны ҡайҙандыр икенсе ҡаланан саҡырып уҡ алғандар. Профессорҙың лабораторияһында уңайлы һәм тыныс эш атмосфераһы булдырылған. Төрлө илдәрҙән йыйылған ғалимдар тәжрибәләре менән уртаҡлашырға атлығып тора. Уртаҡ тикшеренеүҙәр барышында, баҡырға төрлө структуралы ҡатламдарҙы аралаштырып ҡушып, үҙенсәлекле материалдар ҙа алдыҡ. Фән өлкәһендә бындай хеҙмәттәшлек һәр ваҡыт файҙалы һәм алдынғы һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек бирә.

 

Альбина Ғөбәйҙуллина аралашты.

Фото ғаилә архивынан.

Автор: Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас