-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғалимә сәхифәһе
26 Апрель , 09:51

Мираҫыбыҙ һағында

Рухлы башҡорт һылыуы, ғалимә, суд эксперты Гүзәл Шәңгәрәеваның фәнни эшмәкәрлек даирәһе киң. Ул – 60-тан ашыу ғилми хеҙмәт һәм уйлап табыуҙар авторы. Тап Гүзәл Сабир ҡыҙы етәкселегендә һәм туранан-тура ҡатнашлығында «Башҡорт балы», «Бөрйән солоҡ балы», «Асы» һәм «Йоматау» минераль һыуҙары, «Ҡурай» музыка ҡоралы кеүек милли брендтар дәүләт теркәүе үтте. Билдәле бренд хужаларының интеллектуаль милкебеҙҙе, донъя дизайнерҙарының халҡыбыҙ орнаменттарын, этник мотивтарыбыҙҙы үҙләштерергә тырышыуы хафаға һала. Халҡыбыҙҙың ысын патриоты булған ғалимәбеҙ милли мираҫыбыҙҙы һаҡлау буйынса яңы күләмле проекттарҙы үҙ иңенә алған.

Мираҫыбыҙ һағында
Мираҫыбыҙ һағында

Көслө нәҫел
Гүзәл Сабир ҡыҙы бала сағының күп өлөшө үткән һоҡланғыс тәбиғәтле Күгәрсен районын һағынып иҫкә ала. Шәмсикамал өләсәһе заманаһына күрә уҡымышлы кеше була – алты балаһына ла юғары белем бирә. Ул бәләкәс Гүзәлде ғәрәпсә уҡырға, яҙырға өйрәтә. Олатаһын хәтерләмәй ҡыҙсыҡ, Хәмитйән Вәлитов, ғәйепһеҙҙән репрессияға эләгеп, туберкулез менән сирләп донъя ҡуя. Гүзәлдең әсәһе Венера Хәмитйән ҡыҙы Өфө нефть техник институтын тамамлай һәм оҙаҡ йылдар заводта эшләй, шунан Өфө нефть техникумында уҡыта. Әле уға 83 йәш, һаман да йомартлығы, ғәҙеллеге, зирәк аҡылы менән күрше-күләненә, өлкәндәргә ярҙам иткән әүҙем йәмәғәтсе ул.
«Ғаиләлә белем алыуҙы өҫтөн ҡуйҙылар, эске донъяңды үҫтереү, ярҙамсыл, тәрбиәле булыу, яңы маҡсаттарға ынтылғанда ла шәплегең менән кешеләрҙе кәмһетмәү төп ҡанун ине. Әсәйем минең ғилем юлында ла, тормошомда ла оло терәгем булды, мәҫәлән, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлау алдынан сит илдә ғилми конференцияла ҡатнашырға тейеш инем, аҡса юҡ ауыр ваҡыттар, ә ул ярты йыл эсендә пенсияһын йыйып, ошо эшлекле сәфәремде ғәмәлгә ашырҙы. Ғүмер юлымда донъяға етди ҡараған, аҡыллы, матур кешеләр осрауы менән дә бәхетлемен. Һөйөклө тормош иптәшем Рәил дә бар башланғысымды хуплап тора, һәр изге ниәтемдә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер», – ти ғалимә.

Бал ҡорттарына һөйөү
Күкте иңләп осҡан самолеттарға һоҡланып, үҫмер ҡыҙ стюардесса булырға хыяллана. Әммә тәбиғәткә ғашиҡ Венера апай ҡыҙының иғтибарын икенсе даирәгә йүнәлтә: «Бына бал ҡорттарына ҡара: аҡыл, етеҙлек, тәртип – күпме йәшәү серенә төшөнөргә була уларҙан», – тип был ғәжәп уңған бөжәктәргә һөйөү тәрбиәләй. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатын алтын миҙалға бөтөп, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының зооинженерия факультетын һайлай Гүзәл. Тырышып белем эстәгән студент Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз олимпиадаларында еңеү яулай, Ленин стипендиаты була. Ғилми-тикшеренеү эше менән әүҙем шөғөлләнгән, йәш ғалимдарҙың конференцияларында ҡатнашҡан маҡсатлы ҡыҙҙы аспирантураға ҡабул итәләр. Институттың бал ҡорттары генетикаһы лабораторияһында ғилми хеҙмәткәр булып эш башлай. Башҡортостан умартасылыҡ тәжрибә станцияһында, артабан нефтехимия һәм катализ институтының органик берләшмәләрҙе айырыу һәм идентификациялау лабораторияһында – өлкән ғилми хеҙмәткәр, Башҡортостандың умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми тикшеренеү үҙәгендә ғилми секретарь вазифаларын биләй. Биология фәндәре кандидаты 25 йыл ғүмерен бал ҡорттарын өйрәнеүгә бағышлай. Ғалимәнең йәйен умарталар араһында ҡола яланда үткәргән саҡтары ла була. Көнөнә йөҙҙән ашыу умартаны тикшерә, ауыр кәрәҙле рамдарҙы күтәреп ҡарай торғас, быуындары һыҙлап яфалай. 2008 йылда Гүзәл Сабир ҡыҙы Башҡортостан Фәндәр академияһының «Баштехинформ» республика ғилми-техник һәм мәғлүмәт комплексы патент-консультация үҙәгенә әйҙәүсе инженер булып күсә. Шәңгәрәева етәкселегендә 2012 йылда БДУ-ның патент бүлеге базаһында Технологияларға һәм инновацияларға ярҙам итеү үҙәге (ЦПТИ) ойошторола. Икенсе юғары белем алып, юрист һөнәрен үҙләштерә һәм, махсус курстарҙа уҡып, патент хоҡуҡтарын тикшереү өлкәһендә суд эксперты сертификатына эйә була.
Әлеге көндә оло тәжрибә туплаған һәм абруй ҡаҙанған ханым Өфө фән һәм технологиялар университетында патент бүлеге етәксеһе вәкәләтен башҡара.

Милли ҡиммәттәр
«Һәр ваҡыт бал ҡорттарының ныҡлығына, йәшәү көсөнә һоҡландым. Беҙҙә тәбиғәт ҡырыҫ, ҡыш һыуыҡ, бал ҡорттары һауа иңләп йыл әйләнәһенә рәхәтләнеп оса алмай, оҙаҡ ваҡыт биктә тора. Хатта йәйен саҡ ҡына ҡырау төшһә лә, бал ҡорттары, бәҫ менән ҡапланып, умарта төбөнә хәрәкәтһеҙ ауа. Ләкин, ҡояш саҡ ҡына йылмайыуы була, таһыл бөжәктәр, терелеп, ҡәҙимге көндәлек эшенә тотона, – тип күҙәтеүҙәрен бәйән итә ғалимә. – Беҙҙең халыҡ та бал ҡорттары кеүек түҙемле һәм ныҡлы. Республикабыҙ матур тәбиғәте, файҙалы ҡаҙылмалары, интеллектуаль байлыҡтары, ҡабатланмаҫ милли мираҫы менән дан тота. Беҙ – ошо ҡиммәттәрҙең хужаһы, шуға уларҙы бәпләп һаҡларға, яҡларға тейешбеҙ. Урындағы брендтарҙы теркәү, интеллектуаль милекте рәсмиләштереү – мөһим заман талабы. Тәүге эшебеҙ – «Башҡорт балы»н милли бренд итеп дәүләт теркәүенә индереү дүрт йылға һуҙылды. Был йөкләмә ауыр һәм ҡатмарлы. 2022 йылда беҙ Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә башҡорт милли костюмын, аҫалы балаҫты һәм башҡорт мамыҡ шәлен милли бренд итеп теркәүгә документтар тапшырҙыҡ, киләсәккә билдәләгән ниәттәребеҙ ҙә бихисап. Башҡортостаныбыҙ ил һәм донъя кимәлендә билдәлелек яуларға лайыҡлы. Традицион башҡорт брендтарын күрһәтеү йәнтөйәгебеҙҙе танытыр һәм көслө итер», – тип йылмая Гүзәл Сабир ҡыҙы. Республикабыҙҙа матди булмаған мәҙәни мираҫты ла һаҡлау һәм үҫтереү буйынса мөһим эштәр башҡарылыуы һөйөндөрә. Был изге ғәмәлдәрҙә рухлы Гүзәл Сабир ҡыҙына һәм уның тырыш командаһына уңыш теләйек!

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2024) һанында уҡығыҙ.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: