-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғалимә сәхифәһе
19 Апрель 2023, 09:28

Һәҙиәле ғүмер

Үҙ эсенә шатлыҡ-ҡайғыһын да, көйөнөс-һөйөнөстәрен дә, юғалтыу-табыштарын да алған ғүмер юлы – кешегә иң ҡәҙерле һәҙиәләй* инселәнгән затлы янсыҡ ул. Күктәр тарафынан бүләк ителгән ул янсыҡҡа зөбәржәттәр тултыраһыңмы, әллә һоро йәнһеҙ таштар һалаһыңмы, уныһы инде һәр әҙәми заттың булмышынан, асылынан тора. Фән донъяһында исеме йәйғорҙай балҡыған ғалимә, филология фәндәре кандидаты Гөлнур Ҡасҡынованың ғүмер янсығы иһә халҡыбыҙҙың аҫыл гәүһәрҙәре менән мөлдөрәмә тулы. Төн йоҡоларын алыр уйланыуҙар, эҙләнеүҙәр, рухи ныҡлыҡ, күңел көсө талап иткән фән тауына үҙ һуҡмағын ярған йәш ғалимәнең башҡорт әҙәбиәтенә, милләтебеҙгә инселәнгән үҙ һәҙиәһе бар, һәм уны ул өлөшөнә яҙған «көмөш»ө тип һанай.

Һәҙиәле ғүмер
Һәҙиәле ғүмер

Гөлнур Нуриман ҡыҙы Хәйбулла ра­йоны Әбүбәкер ауылының үҙенә генә хас ғәжәйеп матурлығын, моңон күңеленә һеңдереп буй еткергән. «Рухлы, китап һөйгән, уҡырға яратҡан ғаиләлә тыуып үҫтем. Әсәйем Гүзәл Ғүмерҙаҡ ҡыҙы Билалова мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты. Ул алып барған йәш хәбәрселәр түңәрәгендә ихлас яҙышып, ҡәләм шымарттым. «Йәншишмә»нең, «Аманат»тың «Йәш хәбәрсе»һе булдым. Әсәйем классиканы үҙ итһә, атайым Нуриман Фәтхулла улы тарихи китаптар уҡырға ярата. Беҙҙең ғаилә китапхана үткәргән конкурстарҙа «Иң күп китап уҡыусы ғаилә» тип һанала ине. Ике наҙлыҡай һеңлем дә бәләкәйҙән отҡор, уҡыуға, йыр-моңға маһир. Мине хәреф танырға 40 йылдан ашыу уҡытыусы булып эшләгән һөйөклө Вәсилә өләсәйем өйрәтте. Беренсегә барғанда «Һаумы, мәктәп!» тигән яҙыулы белем усағы ишеген асҡаным бөгөнгөләй хәтерҙә. Әле лә беҙҙең өйҙән гәзит-журнал өҙөлмәй. Бай китапханалы, китап ене ҡағылған ғаиләлә үҫеү үҙ емешен бирмәй ҡалманы: тормошобоҙҙо фән, ғилем менән бәйләнек. Динә һеңлем дә – филология фәндәре кандидаты, Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалы доценты. Кейәүҙә, ике бала әсәһе. Милә һылыуым – Ишембай телевидениеһы хәбәрсеһе. Тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләйҙәр», – ти ул, яҡындары менән таныштырып.
Халҡыбыҙҙың аҫыл ҡыҙы Һәҙиә Дәүләтшина менән ҡыҙыҡһына башлауы ла уның бер мөғжизә кеүек. «Тормошта бер ни ҙә осраҡлы булмай. Яҙмыш юлымдың Һәҙиә Дәүләтшина исеме менән бәйле булыуын бала саҡтан уҡ эске аңым, уйым менән, үҙем дә һиҙмәҫтән, күрәҙәлә­гәнемде бөгөн асыҡ аңлайым, – ти ғалимә. – Бишенселә уҡығанда класташтарым Нурия, Роберт менән Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романын, Зәйнәб Биишеваның «Яҡтыға» трилогияһын ярышып уҡыныҡ. Мәктәптән ҡайтышлай, үҙебеҙҙең Ашҡаҙар урамына еткәнсе, кемдең әҫәре шәберәк, тип бәхәсләшеп китәбеҙ. Яҙыусы Зәйнәб Биишеваның ул ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәүе, күрше Баймаҡ районы килене икәнлеге, уҡымышлы улдар үҫтергәне тураһында әсәйемдән хәбәрҙарбыҙ. Трилогияһының һәр китабында әҙибәнең төрлө йылдарҙа төшкән портреты бирелгән. Ә китабында ни бары бер генә фотоһүрәтле, алыҫ Һамар өлкәһенән булған яҙыусы Һәҙиә апай беҙҙең өсөн – асылмаған сер». Ул арала Зәйнәб Биишеваны теленән төшөрмәгән Нурия әхирәте уны үҙ яҙыусыһы итеп «тәғәйенләп» тә ҡуя. «Ярай, минең яҙыусым Һәҙиә Дәүләтшина булыр, тик уның китабы берәү генә бит», – тип эстән генә уйлап ҡуя үҫмер ҡыҙ.
Яҙмышы балҡыштарҙан һәм аяныслы фажиғәләрҙән туҡылған, серле яҙыусы хаҡында буласаҡ ғалимә филология фәндәре кандидаты Мәҙинә Хәмиҙуллина төҙөгән «Һәҙиә Дәүләтшина тураһындағы иҫтәлектәр»ҙән, филология фәндәре кандидаты Марат Минһажетдиновтың «Һәҙиә Дәүләтшина. Тормошо һәм ижады» монографияһынан таныша һәм башҡорт әҙәби тәнҡите донъяһын аса. Әҙибә тураһында иҫ киткес йылы иҫтәлектәр тупланған был китаптарҙағы ҡайһы саҡ тел йәшереү, нимәнелер әйтеп бөтөрмәү күренеше лә һағайта уны.
– Ғәйнан Әмириҙең: «Башҡорт гүзәле» мәҡәләһендәге «Һәҙиә апаның ҡайҙа булыуын, ни эшләүен оҙаҡ йылдар белмәнек», – тигән һөйләмен аңлай алмай аптырағаным иҫтә, – ти ул, күңел серҙәре менән бүлешеп.
Туғыҙынсы синыфтан һуң Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына уҡырға бара. «11-се класта башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында яҙған иншамды Һәҙиә Дәүләтшина менән диалог формаһында ҡорҙом. Һөҙөмтәлә хаҡлы беренсе урынды яулап, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына имтиханһыҙ ҡабул ителдем. Яҙыусы ижадын яҡшы белеүем киләсәккә юл асты, тип ышаныслы рәүештә әйтә алам», – ти Гөлнур Нуриман ҡыҙы.
БДУ-ның филология факультетын, аспирантураны тамамлаған йәш ғалимәне яҙмыш йомғағы Бөрө тарафтарына илтә. Тап Һәҙиә Дәүләтшина эҙҙәрен һаҡлаған ҡалала эш башлай ул һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалында яратҡан яҙыусыһының музейын етәкләүҙе ышанып тапшырыуҙарын яҙмыштың үҙенә генә яҙған оло һәҙиәһе булараҡ ҡабул итә.
Ең һыҙғанып эшкә тотона зирәк зиһенле ғалимә.

*Һәҙиә – бүләк.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2023) һанында уҡығыҙ.

 
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: