-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғалимә сәхифәһе
3 Август 2021, 09:45

Һуттар

Үҫмерҙәр ҙә, өлкәндәр ҙә әҙер һуттарҙы яратып эсә. Әммә емеш-еләк мул саҡта уларҙы  үҙең әҙерләп,  шунда уҡ  ҡулланыу организм өсөн  күберәк файҙа килтерә. Йәшелсә һәм емеш һуттарының күбеһе шифалы  үҙенсәлектәргә эйә.

Һуттар
Һуттар

Дауаланыу  өсөн һуттарҙың  яңы яһалғаны ғына ҡулланыла,  консерваланған  һуттар  был маҡсатҡа ярашлы  түгел. Һуттарҙы көнөнә 2-3 тапҡыр ашар алдынан эсергә кәрәк. Артыҡ  баллы һәм әсе һуттарға һыу ҡушыла.

Петрушка һуты  күреү һәләтен  яҡшырта,  бөйөрҙәге  таштарҙы ҡыуҙырта.

Ҡыяр һуты организмдағы ҡом-таштарҙы йыуҙарта.

Кишер һуты организмды лайланан таҙарта.

Сөгөлдөр һуты ҡан составын яҡшырта.

Сөгөлдөр менән кишер һуты ҡатнашмаһы организмдың йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы тора алыусанлығын арттыра, күреү һәләтен яҡшырта,  бауырҙы таҙарта.

Йәшел борос һуты составында кремний бар. Ул йыуан эсәк шешкәндә, эсәктәр йәбешкәндә (спазм) файҙалы. Тәнендә төрлө пигмент таптар булғандарға ла был һутты эсеү килешә.

Автор:
Читайте нас: