Йышырағын баш ҡоҙа менән баш ҡоҙағый был бурысты үҙ өҫтәренә алған. Морондоҡ атай менән морондоҡ әсәй, йәш ғаиләнең үҙ ата-әсәләренән ҡала, туғанлыҡта икенсе урынды алып торған. Морондоҡ атай менән морондоҡ әсәй буласаҡ әсәне, ә аҙаҡ баланы үҙ хәстәрҙәренә алған, уға төрлөсә ярҙам итеп килгән.
Морондоҡ әсәнең ир бала тыуғас әйткән һамаҡтары:
Балаһы бар, маҙаһы бар, -
Бер уҫлаптай улы бар.
Йылтыр-йылтыр күҙе бар,
Әҙәм төҫлө һыны бар.
Балаһы бар-ҡото бар,
Һикертерлек һыны бар.
Тьфү-тьфү күҙенә,
Күҙ теймәһен үҙенә.
Ҡыҙ бала тыуғас әйтелгән һамаҡтар:
Балаһы бар, маҙаһы бар –
Бер ай һынлы ҡыҙы бар.
Йылтыр-йылтыр күҙе бар,
Бөтә кеше ҡыҙығыр.
Балаһы бар – ҡыҙы бар,
Ҡыҙы барҙың – наҙы бар,
Тьфү-тьфү, наҙы юҡ,
Күҙ төшөрлөк ере юҡ. (Салауат Галин)