Туған халҡым, ғәзиз халҡым,
Туған халҡым, ғәзиз халҡым,
Телһеҙ ҡала күрмә, берүк,
Туған халҡым, ғәзиз халҡым,
Телһеҙ, илһеҙ ҡалма, берүк.
Ныҡ үҙгәргән беҙҙең йөҙҙәр.
Туған телеңдә һин һөйләш.
Һайла һин шәп кейәү-кәләш.
Телле бул һин, илле бул һин,
Елле бул һин, ғәзиз халҡым!
Һин ҡалмаҫһың бер көн иреп,
Йәшә, халҡым, бөйөк булып!