-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һалдат хаттары
10 Август 2020, 13:21

Шағир күңелле яугир

Атайым Зиннур Бәхтиғәни улы Ташбулатов 1903 йылғы булған. 1942 йылдың 7 ғинуарында һуғышҡа алына. Өйҙә дүрт улы һәм бер ҡыҙы ҡала. Федоровка районы Юлдаш ауылына әсәйемә һәм оло ағайым Йәғәфәргә һуғыштан хаттар яҙа. Уларҙың байтағы әле лә һаҡлана. Әсәйем Кәримә Ташбулатова 1909 йылғы ине.

1943 йылдың декабрендә атайым ике аяғына ла яралана һәм 1944 йылдың ғинуарында демобилизациялана. Ә 1944 йылдың июненән кире хеҙмәт армияһына алына, 1946 йылдың июленә тиклем хеҙмәт итә, һалдаттарға шинель һәм итек тегә.
Һуғыштан һуң уҡытыусы, балта оҫтаһы булып эшләй. Ҡаты ауырығандан һуң, 1962 йылдың ғинуарында баҡыйлыҡҡа күсә.
«1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнгән.
«Кәримә! Һиңә һағынып та өҙөлөп хат яҙам. Берсә һин, балаларға ғына хат яҙған да, миңә яҙмаған тип үпкәләп китерһең. Мин һинең яҙған һәр бер хатыңды алып торам. Яуап яҙмайһың, тигән инең... Балаларҙың өҫ-баштарына алғаныңды һәм миңә күстәнәскә атап араҡы алып ҡуйғаныңды уҡып ҡыуанышып көлөштөк. Минең яҡын иптәштәрем: Кинйә ауылынан Биктимер, Фәһим һәм башҡалар. Ғөмүмән, башҡорт иптәштәр бик күп. Һынташ ауылынан Дәүләтша тигән иптәш орудиянан тапалып санчасткә китте. Ноябрҙең өсөндә Ҡалдарҙа бергә уҡытҡан Сатбалин Әкрәмде күрҙем. Мин полковой собраниегә делегат булып барғайным, ул да килгән. Үҙең тураһында хат яҙып тор, Кәримә. Эштәр барамы, ашлыҡ алдығыҙмы? Кәримә, хатты йыш яҙ! Һинең хаттарыңды кеҫәмдә йөрөтөп, ҡат-ҡат уҡыйым. Һинең менән һөйләшкәндәй булам. Хат яҙһаң кире адресен яҙырға онотма! Әтеү хаттарың килмәйәсәк.
Хуш, һау бул!
Сәләм менән Зиннур. 1942 йыл, ноябрь.»
«Сәләм хат.
Һаумы, улым Йәғәфәр!
Мин һиңә бик күп сәләмемде һөйләп ҡалам. Шулай уҡ улдарым Мансурға, Маратка, Сулпанға, ҡыҙым Сараға һәм әсәйеңә күп сәләм. Күрше-тирәләргә, ағай-энеләргә барыһына ла күптән-күп сәләм.
Үҙем хәҙергә иҫән-һаумын. Күптән үк ҡышҡы кейемгә кейендек. Мин һеҙҙән посылка һорап хат яҙғайным, мөмкинселегегеҙ булһа ебәрегеҙ, юҡ икән ебәрмәгеҙ. Биш килоға тиклем посылка килә. Иптәштәр посылка һорап яҙғайны. Тағы ла һүҙем шул, мынан кире хат яҙғанда түбәндәге адрес менән яҙығыҙ.
1683, Полевая почта, часть 133. Ташбулатову Зиннуру Бахтиганиевичу. Кире адресын да яҙығыҙ. Уныһы булмаһа, хат йыртып ташланасаҡ.
Хуш, һау булығыҙ! 1942 й. XI-14»
«Хат башы – яҙ ҡаршы!
Хат ебәрелде 1 ғинуарҙа, 1943 йылда. Һиңә хат яҙырға мөмкинселек бар саҡта, бер-бер артлы хат-сәләмдәремде ебәрәм. Минең яҙған хаттарым матур Тыуған илемә теҙелешеп китһендәр ҙә, минең Ватан һуғышында һаман иҫән-һау икәнемде, үҙем кеүек һөйләһендәр ине. Әҙ генә буш ваҡытым булһа, һеҙгә хат яҙам. Һаман да һеҙгә ҡыҙылармеецтың ҡайнар сәләмдәрен һөйләйем. Бөгөн дә егет сағымда алған һөнәрем буйынса хеҙмәт күрһәтәм. Мәк сәскәһендәй күркәм балаларыма күп сәләм. Зәйләғи, Хәйретдин, Баймөхәммәт күршеләргә күп сәләм. Әсәйеңдәргә, Нәфисә апайыма, дуҫ-иштәргә, Саҙри бажаға, Яҡуп ағайға, Сәүҙә еңгәгә, мине һораусыларға күптән-күп сәләм тапшыр, йәме! Ғәфүрҙең, Әхмәтғариф ҡоҙаның, Абдрахман ҡәйнештең адрестарын ебәрһәгеҙ ине. Хәбир дуҫ менән хат алышам. Йыш яҙырға ваҡыт юҡ. Әгәр ҡабул күрһәң, бер шиғыр яҙам.
Тыныс илдә...
Тып-тыныс торған ваҡытта,
Гитлер һуғыш башланы.
Миллионлаған ғәзиз аталарҙы,
Ҡанлы һуғыштарға ташланы.
Йәп-йәш кенә матур егеттәрҙе,
Һөйгән йәрҙәренән айырҙы.
Миллионлаған ҡатындар тол ҡалды,
Миллионлаған ғәзиз балаларҙы
Бөтөнләйгә йәтим ҡалдырҙы.
Был хатты яҙып бөтөрмәнем. Йәғәфәрҙең 13 декабрҙә яҙған хатын алдым.
Мин киткәндә, үҙебеҙгә ат ектереп, мине районға тиклем оҙатып килергә мөмкинлек булһа ла, бесән йөгө өҫтөнә ултырып киттем. Йәнәһе лә, фарсит итмәк. Кәримә, фарсит итеп кенә ҡайтырға булһа, бик хуш. Уландарым, йөк артынан йүгереп килеп, илап тороп ҡалды. Шуныһы үкендерә, ниңә мин уларҙы бер аҙ ғына булһа ла йөккә ултыртып алманым икән шул саҡта...»
Атайым шиғри күңелле кеше булған, хатында шиғырҙары ла байтаҡ. Бәләкәс кенә иҫке китап битенә ғәрәп хәрефе менән яҙылған:
«Оҙон көйгә йыр.
Йыраҡ ерҙәрҙән үк күрәм, балам,
Йәмеректең ҡыҙыл ярҙарын.
(Йәмерек – тау исеме).
Һеҙгә уйҙарымды һөйләһендәр,
Минең яҙған моңло йырҙарым.
Урал тауҙарының һәр ташында,
Матурланып үҫәр ҡылғандар.
Килер бер көн, шунда
Хур булырҙар яуыз германдар.
Ҡаты итеп ҡорған пушкаларҙан
Атырбыҙ беҙ яуыз дошманға.
Ошо йырларымды йырлаһындар,
Илдә ҡалған минең балалар.
Хәйләкәр яуыз дошманды,
Беҙ аяуһыҙ туҡмайбыҙ.
Бөтә дошмандарҙы юҡ итерлек,
Ер йөҙөндә батыр-көслөбөҙ.
Ер һелкенә, күктәр күкрәй,
Беҙҙең батарея атҡанда.
Донъяла иң ҙур шатлыҡ булыр
Дошман яуын еңеп ҡайтҡанда.
Хуш булығыҙ, полкташтар,
һау булығыҙ!
Оҙаҡламай ҡайтып керербеҙ,
Һандуғастай бергә һайрашып,
Илдә матур тормош ҡорорбоҙ.
Һау бул, иркәм,
минең йырҙарымды
Йырларһың иҫкә алғанда.
Беҙҙең өсөн донъя гөрләп торор
Тыуған илкәйемә ҡайтҡанда.
Хуш, хуш, сәләм менән З.Ташбулатов. 1942 йыл, декабрь айы».
«Яралы иптәшкә.
Ҡанаттары һынған ҡарсығалай,
Тилмерәһең, иптәш, шулайтып.
Һиңә ҡарап миңә илһам килде,
Йырлар инем һине моңайтып.
Нимә уйлайһың һин күңелеңдән,
Әллә бәхетһеҙлек күренәме?
Әллә һағындыртып
иҫкә төшәме,
Сибәр йәрҙең ауылда йөрөгәне?
Һин ҡайғырма, иптәш, борсолма,
Әүәлгеләй шат бул һәр ваҡыт.
Оҙаҡламай фашистар бөтөрҙәр,
Ал таң атыр тиҙ көндән балҡып.
Уйлап ҡара, иптәш,
аҡылың менән,
Күп иптәштәр ҡорбан булдылар.
Шуныһы яман,
ауырлыҡтар менән,
Яраланып, фашист
ҡулдарына ҡалдылар.
Ҡаһармандар, көслө егеттәр,
Мәңгегә зәғиф булып ҡалырҙар.
Ватан өсөн байтаҡ һуғышсылар,
Ленин ордендары алырҙар.
Килер бер көн,
тормош сәскә атыр,
Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ.
Яуыз ниәт менән һуғышыусы
Гитлеризм юҡҡа сығасаҡ... (ҡыҫҡартып бирелә. – Ред.)
Хаттар мине эҙләп йөрөүө бар, шуның өсөн, унда ла, бында ла яҙыуығыҙҙы һорайым. Бер үк хат ике ергә лә барһын. Улым, тағы ла һүҙем шул: Михайловканан (почта шул ауылда) хаттарҙы кем йөрөтә? Уға минән күп сәләм! Минең һәм һеҙҙең хаттарҙы йөрөткәне өсөн ҙур рәхмәт. Быйыл да уҡытыусыларға сельпонан бирәләрме һәм икенсе уҡытыусы кем? Айырып яҙ. Колхоз рәйесе һаман да Зәйнәғәли бабайыңмы? Колхозда иген һуғыу, хөкүмәткә иген тапшырыу бөттөмө? Доход бүлделәрме, эш көнөнә күпме ашлыҡ алдығыҙ? Барыһын да айырып яҙ!
Сәләм менән атайығыҙ».
Ошонан һуң ғәрәп хәрефтәре менән әсәйем өсөн дауам итеп яҙған. Ҡәләм яҙыуҙың күп урындары юйылған. Бер алыштан һуң атайым ҡаты яралана, аяҡтарын снаряд ярсыҡтары теткеләй. Дауаланып ятҡанда ошо шиғырын яҙа:
«Ауыр яраландым
Ватан һуғышында,
Яраларым ҡаты һыҙлай.
Һыҙлауҙарға ҡушылып көн-төн
Йоҡлай алмай
Алғы көндө күңел уйлай.
Әсенеп күңел уйлай өйҙә ҡалған,
Йәп-йәш кенә биш баланы.
Йәки шул минутта уйлап ала
Йәш сибәр ҡатынын да.
Тыуған яҡҡа ҡайта,
ғәрип булып
Йәмле Урал тауы буйына...
Башҡа шундай төрлө уйҙар килә,
Алғы көндө күңел уйлана.
Хәлле колхоз ағзаһы була,
Шәп һәр кем һәм имен.
Балалары барыһы эшкә ярай,
Матур йәйен дә һәм ҡыш көнөн.
Туҡта, иртә уйлайһың
ул турала,
Бында әҙерәк кенә хата бар.
Яман түгел был фекер ҙә,
Алда яуыз дошман, немец бар.
Уйла, күңел, яҡты көндәрҙе,
Госпиталдән
һауығып сығырһың.
Уйла, күңел, һин төптәнерәк,
Күҙең менән үҙең күрҙең шунда
Яуыз уйҙан, яуыз Гитлерҙан
Илгә бик ҙур бәлә килгәнен.
Матур ҡалаларҙы утҡа тотто,
Байрам итте, ватты, емерҙе.
Ашай ул илдең хәләл малын,
Беҙҙең ҡанды эсте, һимерҙе.
Ул үҙенсә шулай бөтөрһә лә,
Бөтмәнеләр улар күп ҡалды.
Яңы көстәр йыйып алып,
Яңы көрәштәргә ҡуҙғалды.
Бик уңышлы бара яңы һөжөм,
Дошман яуын тар-мар итәбеҙ.
Оҙаҡламай, бер-нисә көндән
Иҫке сиккә барып етәбеҙ.
Үҙен турап утҡа ырғытырбыҙ,
Көслө пушкаларҙан атырбыҙ.
Бына шунда ғына юҡҡа сығыр,
Булмаҫ ҡабат фашист хөкөмө.
Бына шунда ғына, күңелкәйем,
Туйларһың һин илгә ҡайтыуҙы.
Илгә ҡайтып балаларың менән
Бергә-бергә ғүмер итеүҙе...» (ҡыҫҡартып бирелә. – Ред.)
14 ноябрь, 1943 йыл. Зиннур Ташбулатов.

Ғәлимә Яналина.

Федоровка районы,

Юлдаш ауылы.

Читайте нас: