-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һалдат хаттары
4 Август 2020, 16:29

Фронт хаттары

(“Күпер“ повесынан)Фронттан кемгә генә хат килһә лә, – ул бөтә ауылдыҡы. Уны күмәкләп уҡып, һәр һүҙенән ниндәй ҙә булһа ишара табырға тырышыу, һуғыш хәлдәрен асыҡлаусы йәшерен мәғәнәһен эҙләү Ҡуштирәк ҡатын-ҡыҙының ғәҙәтенә ингәйне.

Ҡышҡы оҙон төндәрҙә берәй аулағыраҡ өйҙә кис ултырғандамы, йәйге эш ваҡытында ялға туҡталғандамы – төп әңгәмә яңы килгән хаттар тирәһендә ҡуйыра. Ҡат-ҡат уҡыуҙарына ҡарамай, йотлоғоп тыңлайҙар. Һалдат хатының күңел нескәртер ерҙәрендә үкһеп-үкһеп илашалар, берәй көлкөлө хәбәр килеп сыҡһа, һендәрә ҡатып көләләр. Һағыныу-һарғайыу йыры өҫтәлгән булһа, әйтеп тораһы ла юҡ, ул шунда уҡ ятҡа бикләп алына. Ҡәҙриә кеүек шаталағыраҡ холоҡлоһо, өҫтәүенә дан тотҡан йырсы ла булһа, һалдаттың ҡылыҡ-фиғеленә, хатта тауышына оҡшатып, әлеге йырҙы көйләргә лә керешә.
Әллә ҡайҙағы Харьков ҡалаһының дошмандан әрселеүе ураҡсыларҙы уғата ярһытҡайны. Ул ҡаланың ҡайһы тирәләрәк булыуын, уны ҡотҡарыу фронт хәлдәренә ниндәйерәк йоғонто яһаясағын күбеһе белмәй белеүен. Ләкин барыбер ҡыуаныслы хәбәр, сөнки беҙҙең ғәскәр немецтарҙы баҫмалатып эҙәрлекләй, сиккә табан ҡыҫа. Был иһә ҡәһәрле һуғыштың аҙағы яҡынлашыуҙы хәбәр итә, яу кисеп йөрөгән ғәзиздәренең ҡайтырына өмөттө яңырта.

Әхиәр Хәким.

Читайте нас: