-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һалдат хаттары
10 Июль 2020, 15:13
Батырҙарса һәләк була
Сибай ҡалаһының тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы фондында Баҡый (Мөхәмәтбаҡый) Хөснөтдин улы Язаровтың фронттан атаһына яҙған хаты һаҡлана.
«Хат башы – яҙ ҡаршы!
Донъяла ҡәҙерле күргән атайыма, әсәйемә үҙемдең йән күкрәгемдән һағынышлы сәләмдәремде ебәреп ҡалам һәм дә ҡустым Зәкигә, Ҡорманғәлигә, һәм дә Өммөкамалға, Ғайнисламға, Ғәйнийыһанға һағышлы сәләмемде ебәрәм. Ҡыйбат еҙнәмдәрҙең өй эсендәгеләргә лә һағышлы сәләмдәремде ебәреп ҡалам һәм дә Латиф еҙнәмдәрҙең өй эстәренә сәләм. Сәләм һуңында (мин имен-һау) көллөгөҙгә тормошонда ҙур уңышлыҡтар теләйем. Атай, минең хәлгә килгәндә, имен-һау йөрөп ятам әле. Демкиндың улынан хәбәр бармы, юҡмы шуны айырым яҙығыҙ. Тағы минең уҡытыусым Сибайҙа уҡытамы, шуны айырым яҙығыҙ. Әгәр ҙә Сибайҙа торһа, сәләм әйтегеҙ минән... (Хат ошо урында өҙөлә, йыртылған. – Авт.).
Баҡый Язаров 1925 йылда Сибай руднигында тыуған. 216-сы Люблин гвардия полкы составында кесе сержант дәрәжәһендә автоматсы, санинструктор булып хеҙмәт итә. Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1944), «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944), III Дәрәжә «Дан ордены» (1945) менән наградлана.
«1945 йылдың 14 ғинуарынан 6 февраленә тиклем Висла һәм Одер йылғаларының көнбайыш ярында урынлашҡан дошмандың нығытмаларына ҡаршы хәрби һөжүм операцияһы барышында иптәш Язаров ысын батырлыҡ өлгөһө күрһәтте. Ҡыйыу эш итеп, һәр саҡ дошман траншеяларына беренселәрҙән булып бәреп инде. Ошо ваҡыт арауығында 11 фашисты юҡ итте, 5-еһен пленға төшөрҙө», – III дәрәжә «Дан ордены»на тәғәйенләп, полк командиры гвардия подполковник Важенин ҡул ҡуйған документта шулай яҙылған.
«Беренсе уҡсылар батальоны санитары, гвардия рядовойы Язаров 1944 йылдың 2 мартынан 21-нә тиклем Тарасовка, Шевченково, Яңы Сергеевка, Константиновка, Ковалевка тораҡ пункттары, 120,3 бейеклеге өсөн барған һөжүм һуғыштарында яраланған 22 һуғышсыны һәм офицерҙы ҡоралдары менән дошман уты аҫтында яу яланынан алып сыҡты»,
– яҡташыбыҙҙың батырлығы «Батырлыҡ өсөн» миҙалына тәғәйенләү ҡағыҙында шулай теркәлгән.
1945 йылдың 17 апрелендә Берлин эргәһендә барған ҡаты алышта яраланған батальон командиры, Советтар Союзы Геройы, гвардия майоры Е. Цитковскийҙы ҡотҡарған саҡта, снаряд ярсығы тейеп, Баҡый Язаров батырҙарса һәләк була.
Рәзилә Ишбулатова,
Сибай ҡалаһы тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү
музейының төп һаҡлаусыһы.
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин