-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һалдат хаттары
9 Июль 2020, 14:28
«Һуғыштың бөтөүе менән ҡотлайым...»
Сибай ҡалаһының билдәле шәхесе, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Почетлы крайҙы өйрәнеүсе, Сибай ҡалаһының Почетлы гражданы Рамаҙан Исмәғил улы Үтәғоловтың (2017 йылда арабыҙҙан китте. – Авт.) ағаһы Йосоп Исмәғил улы ла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша һәм тыуған илебеҙҙе фашистарҙан азат иткәндә һәләк була.
Уның хатынан өҙөк:
«Ҡәҙерле күргән ҡустым Рамаҙан, һиңә, Фазуллаға, әсәйемә, Зәйтүнәгә, туған-энемдәргә һәм күршеләргә, иптәштәремә, мине иҫкә алыусыларға бик ҙур һағынышлы сәләм. Сәләм һуңында һеҙҙең иҫән-һау йәшәүегеҙҙе теләп һәм бөйөк шатлыҡлы ҙур байрам Германия менән 4 йыл барған азатлыҡ, бойондороҡһоҙлоҡ өсөн булған һуғыштың бөтөүе менән ҡотлайым. Был шатлыҡлы хәбәрҙе беҙ ауыр поход условияларында ишеттек, йәғни 8/V.- 45, пока беҙ бер нисә выпускной взвод кис сәғәт 4-тә походҡа сыҡтыҡ. Поход юлы ауыр һәм ҡыҫҡа булды (33 км.). Юлда төрлө ҡаршылыҡтар күп. Көн эҫе, самоходкалар үкерешеп аҡрын ғына алға киттеләр. Батҡаҡлыҡтар аша бигерәк ауыр. Самоходка үҙенең алды менән ҡар ышырған һымаҡ ерҙе аҡтарып бара, бына-бына ултырыр, көсө етмәҫ һымаҡ, ләкин совет машинаһы һәр ерҙә үтә. Сөнки уны совет кешеһе, совет танкисы алып бара. Ҡырҙа машинаны маскировать итеп йоҡланыҡ. 9/V Б. высоткаһы өсөн һөжүмгә әҙерләнергә сигнал булды. Кинәт майор килеп төштө: «Һуғыш бөттө!» – тине. Һәм иптәштәр, бөтә кеше, арыуын онотоп, оҙаҡ «Ура» ҡысҡырҙы. Иртәнге сәғәт 7 ине. Атакаға сигнал булды. 9/V – 45 й.».
Рәзилә Ишбулатова,
Сибай ҡалаһы тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү
музейының төп һаҡлаусыһы.
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?