Йылайыр районының Суртанүҙәк ауылы егете Солтанморат Мәрһәм улы Мәрһәмов һуғышҡа 1942 йылда алына. 1945 йылдың 7 апрелендә Көнсығыш Пруссияла һәләк була.
Мәрһәметдин менән Ҡәфиә Ситдиҡовтарҙың ишле ғаиләһе, Дүртөйлө районы Ҡораласыҡ ауылынан 1940 йылдың көҙөндә юлға сығып, тик бер йыл үткәс кенә Суртанүҙәккә килеп төпләнә. Балалары Әхнәф (1921 йылғы), Солтанморат (1925), Ҡифая (1923), Идая (1927), Фәниә (1933), Фәнүз (1937), Фәнзилә (1941) Мәрһәмов фамилияһы менән йөрөй.
Солтанморат ағаһының латин алфавиты менән яҙылған хаттарын, музейға булһа ла һал, тип Фәнзилә апай биргәйне. Ул үҙе әлеге көндә тыуған ауылында йәшәй.
Өсмөйөш хаттарҙың берәүһе 1943 йылға тура килә, икәүһе – 1945 йылдың февраленә, ә аҙаҡҡыһы апрель айында яҙылған. Һалдат уларҙы Ҡифая апаһына исемләгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡәләм менән яҙылған һуғыш ҡомартҡылары, йылдар үтеү менән өлөшләтә юйылған. Мәҫәлән, 1943 йылғы хатты, яҙыуы тоноҡланыу сәбәпле, уҡып булманы.
Суртанүҙәк ауылында йәшәүсе әнкәй менән әткәйгә Ҡыҙыл армия сафында хеҙмәт итеүсе улың Солтанмораттан. Һеҙҙең тарафтарға ялҡынлы сәләмдәремде ебәреп ҡалам. Апаға, Идая, Фәниә һеңлемә, Фәнүз, Әҙеһәм энекәштәргә бик күп ялҡынлы сәләмдәремде хат аша ебәреп ҡалам һәм ФӘНЗИЛӘ (был исем латинса ҡалын һәм ҙур хәрефтәр менән яҙылған. – Авт.) һеңлемә, ауылдаштарға, күршеләргә, хат уҡығанда тыңлап тороусыларға, ауыл йәштәренә минән бик күп сәләм. Ошоноң менән сәләм ҡыҫҡаса тамам.
Беҙҙең хәлгә килһәк, беҙ әлегә бик иҫән-һау йөрөйбөҙ һәм һеҙ ҙә шулайҙыр, тип беләм.
Беҙҙең яҡҡа килһәк, беҙ герман ерендә хеҙмәт итәбеҙ. Әнкәй, Алла бирһә, иҫән ҡайтып, ил бәхетенә һеҙҙең менән ҡыуанып торорға яҙһын. Ярай, боҙоҡ ерҙәр (хаталар. – Авт.) булһа, төҙәтеп уҡығыҙ, яҡшы яҙырға ҡул шеште.
Хуш, һау булып ҡалыуығыҙҙы теләп ҡалам. Хат яҙылды 10 февраль, 1945 йыл.»
Икенсе хаттың аҙаҡҡы өлөшөн генә уҡып була, унда түбәндәге юлдар бар:
«...Апа, шуны яҙ – Фәриҙә апайҙың (Сыуашева Фәриҙә апай, Матрай ауылында йәшәгән Сыуашева Ғәбиҙә апайҙың һеңлеһе, хәҙер инде икәүһе лә мәрхүм. – Авт.) фамилияһын оноттом, түлке яҙырға онотма.
Шулай итеп көн үткәрәбеҙ. Хатты сәғәт төнгө биштә тамамлайым. Хуш, һау йәшәүегеҙҙе теләп ҡалыусы улың Солтанморат булыр.
Хат яҙылды 23 февраль, 1945 йыл.»
Өсөнсө хат та сәләмдәр менән башлана, өҫтәп яҙылған исемдәр ҙә бар:
«...Хәҙисәкәйләргә, ҡыҙҙарына, Фәриҙә апаға, Рабиға апаға, Хөрмәткә, Шәмсикамалға (Айытҡолова, һуғышҡа киткәндә танышып китә. – Авт.) минән бик күп сәләм.
Минең ҡайҙа икәнде беләһегеҙ килһә, мин Восточный Пруссияла. Беҙ 6 айлыҡ курсты бөтөрҙөк 2 айҙа, хәҙер пом. ком. взвода (взвод командиры ярҙамсыһы) булып йөрөйөм. Апа, беҙ инде көтәбеҙ – бөгөнмө, иртәгәме китәбеҙ немец ҡороғорларҙың кәрәкләрен алырға, Алла ни эшләтер, аныһын белеп булмай. Алла теләп, ил бәхетенә ҡайтып, бар булғанды, күргәнде һөйләргә яҙһын, хатҡа яҙып һүҙ бөтмәй, апа. Ара йыраҡ – был да мәғлүм.
Апа, ғәйепкә алма, мин һиңә бер кәртешкә һалам, ғүмер булһа, мин ҡайтҡансы торһон. Был Польша ҡыҙы Ольга Тшкува.
Был хат яҙылды 5 апрель, 1945 йыл. Хушығыҙ. Хат алыу менән яҙ.
Ошо хаттан һуң күп тә тормай һалдаттың үлем хәбәре килә. Унда Мәрһәмов Солтанмораттың 1945 йылдың 7 апрелендә һәләк булып ҡалыуы хаҡында әйтелә. Ерләнгән урыны булып Көнсығыш Пруссия, Кенигсберг ҡалаһынан 3 километр алыҫлыҡтағы Туғандар ҡәберлеге күрһәтелә.
Эх, хаттар, өсмөйөшлө һалдат хаттары! Күпме хыялдар, күпме өмөттәр... Йөрәк һағыш һәм үкенес менән тула. Ошо һалдат хаттарын, һуңғы хат-сәләмдәрен ҡулға алған һайын юғалған бала саҡ, аслыҡ-яланғаслыҡ, әсәйҙәрҙең күҙ йәштәре ҡулды өтөп алғандай була...
Йылайыр районы, Матрай ауылы.